Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Президент хаҡлы: власть кешеләр өсөн эшләргә бурыслы!
Рөстәм Хәмитов Президент булып эшләй башлағандан алып Башҡортостан халҡына яҡшы ғына программалар тәҡдим итте. Ғөмүмән, уның “Власть кешеләр өсөн эшләргә тейеш” тип әйтеүе өмөт уята.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙа ыңғай хәл ителмәгән етешһеҙлектәр бар, яҡшы башланғыстар халыҡ көткән һөҙөмтәне бирмәй әле.
Шуларҙың бер нисәүһе тураһында әйтергә теләйем. Халыҡты иң борсоғаны — аҙыҡ-түлеккә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың көндән-көн арта барыуы. Ҡарабойҙайға һәм башҡа көнкүреш тауарҙарына хаҡтар күтәрелә башлағас, Президент һатыусыларға етди иҫкәртеү яһағайны.
Ләкин, быйылғы йылдың ауыл хужалығы өсөн уңышлы булыуына ҡарамаҫтан, икмәккә һәм һөт продукттарына хаҡтар бығаса булмаған кимәлгә күтәрелде. Быны һатыусылар яғыулыҡтың ҡиммәт булыуы менән аңлатырға маташа.
Тағы ла хәүефләндергәне шул: ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен тупаҫ боҙоп, тәбиғи байлыҡтарыбыҙ, иң яҡшылар иҫәбендә булған сәнәғәт ойошмалары Башҡортостан Республикаһында йәшәмәгән, эшләмәгән сит өлкә кешеләренә һатылды йәки ҡуртымға бирелде. Был турала киң мәғлүмәт саралары күптән яҙып тора. Билдәле булыуынса, һатылған предприятиеларҙың етәкселәре Мәскәүҙә йәки башҡа сит ҡалаларҙа йәшәй. Улар инде ошонда ғүмер буйы эшләгән урындағы халыҡ вәкилдәрен ҡыуып сығара, үҙ кешеләрен ҡуя, кеҫәләрен ҡалынайта.
Уҙған йылда беҙҙең республикала булғанда Рәсәйҙең Иҫәп-хисап палатаһы етәксеһе В. Степашин: “Башҡортостан Республикаһының үҙ мөлкәте юҡ”, — тип белдерҙе. Нисек инде ҡасандыр бай иҫәпләнгән төбәк мөлкәтһеҙ ҡалған?
Өфөлә йәшәгән күпселек халыҡты борсоған мәсьәлә тураһында ла телгә алғы килә. Быйыл баш ҡалала юлдарҙы киңәйттеләр. Халыҡ әйтмешләй, был эш һыбайлыларға яҡшы, ә йәйәүлеләргә үтә насар булды. Беренсенән, юлдар киңәйтелеүҙән ҡағиҙәләрҙе боҙоу кәмемәне тиерлек, икенсенән, үткән быуат кешеләре үҫтергән ағастар (Өфө йүкәләре лә) ҡырҡылды. Үҙәк урамдарҙа алмашҡа йәш үҫентеләр ултыртылманы.
Иң насары — йәйәүлеләр йөрөгән тротуарҙарҙың киңлеге урыны менән бер метр самаһы ғына ҡалдырылды. Ямғырлы, бысраҡ көндәрҙә ҙур тиҙлектә йөрөгән машиналар кешеләргә батҡаҡ ҡатыш һыу сәсрәтеп үтә. Урамдарҙың киң булыуы сәбәпле, йәшел ут янған мәлдә ауырыу һәм оло кешеләргә, балаларға юл аша сығып өлгөрөүе ауырлашты. Етмәһә, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыҡҡан машина йөрөтөүселәр өҫкә менеп килә. Юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы иҫкәртеү өсөн һуңғы ваҡытта урамдарҙа ГИБДД хеҙмәткәрҙәре лә күренмәй башланы.
Элек йәйәүлеләр йөрөгән тротуарҙарға боҙлауыҡ ваҡытында ҡом һибелә ине. Үкенескә ҡаршы, был эш быйыл башҡарылмай тиерлек.
Республика башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгәнсә, “власть һәм иҡтисади структураларҙың эшмәкәрлеген халыҡ ихтыяжына йүнәлтеү талап ителә”. Урындағы етәкселәр Президентыбыҙҙың ошо талабын иҫтәренән сығармаһын ине, юғиһә уларҙың бер өлөшө һаман да элеккесә — халыҡ өсөн янмай-көймәй йәшәп ята...
Рәфит ЗӘЙНӘШЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә