Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡануниәттәге үҙгәрештәр
Һәр яңылыҡ — кеше мәнфәғәтендә “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 14-се статьяһына үҙгәреш индереү “Халыҡты һәм территорияларҙы тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 11-се статьяһындағы һәм “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль закондың 22-се статьяһындағы яңылыҡтарға бәйле.
“Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль закондың 22-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр 2003 йылдың 7 июлендәге “Элемтә тураһында”ғы Федераль закондың 52-се статьяһы нормаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Был нормала элемтә хеҙмәттәренән файҙаланыусыға Рәсәй Федерацияһында һәр оператив хеҙмәт өсөн берҙәм булған номерҙы йыйыу юлы менән ашығыс хеҙмәтте бушлай саҡырыу тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләнә. Федераль ҡануниәттең ошо юҫыҡтағы яңылыҡтары янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр хаҡындағы мәғлүмәтте ҡабул итеү өсөн ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм номерын файҙаланыу мөмкинлеген нормалар менән нығыта.
Яңы Закон норматив хоҡуҡи көйләүҙәге ҡайһы бер бушлыҡтарҙы юҡҡа сығара.
“Башҡортостан Республикаһында бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау системаһы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон ошо өлкәләге республика ҡануниәтенең айырым положениеларын 1999 йылдың 24 июнендәге “Бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү системаһы нигеҙҙәре тураһында”ғы 120-се Федераль закон менән яраштырыуға йүнәлтелә.
Федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға ярашлы бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау һәм тергеҙеү, уларҙы түбәнһетеүҙән, физик йәки психик йәберләүҙән, тупаҫлыҡтан, енси йәки бүтән төрлө көсләүҙән һаҡлау, уларҙың ҡараусыһыҙлығына, берәҙәклегенә, хоҡуҡ боҙоуҙарына һәм йәмғиәткә ҡаршы ғәмәлдәренә булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы асыҡлау, уларға юл ҡуймау сараларын тормошҡа ашырыуҙы бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комиссияларға йөкмәтергә тәҡдим ителә.
“Бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссиялар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика Законы 2012 йылдың 30 декабрендәге 297-се Федераль законға индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, республика ҡануниәтенең айырым положениеларын яраштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Федераль закондарҙағы яңылыҡтарға бәйле яңы редакциялағы Закон менән комиссияларҙың вәкәләттәре хаҡындағы норма билдәләнә. Бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү буйынса отчет әҙерләү һәм Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт власы органдарына йәки урындағы үҙидара органдарына ебәреү бурысын да ошо комиссияларға тапшырырға тәҡдим ителә. Закон комиссия ҡарарҙары тураһындағы положениелар менән тулыландырыла.
“Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы Башҡортостан Республикаһының 680-се Законы “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһында”ғы Федераль закон нормаларына ярашлы ошо өлкәләге республика ҡануниәтен камиллаштырыуға йүнәлтелә.
Законда ғүмерҙе ҡыҫҡартыуға йәки инвалидлыҡҡа килтергән хәүефле һәм һирәк осрай торған ауыр хроник ауырыуҙарҙан яфаланған кешеләрҙең федераль регистрының төбәк сегментын алып барыуҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге республика башҡарма власть органдары вәкәләттәре иҫәбенә индереү ҡарала.
“Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа алған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 2-се һәм 4-се статьяларына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 679-сы республика Законы Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексы положениеларын ғәмәлгә ашырыу, уллыҡҡа алған ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында эшләнде. Кодексҡа ярашлы һәр бала, шул иҫәптән инвалид булғаны ла, ғаиләлә йәшәргә һәм тәрбиәләнергә хоҡуҡлы.
Рәсәй Президенты Указы менән раҫланған 2012 – 2017 йылдарға Балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһында төп бурыстарҙың береһе – интернат учреждениеларындағы балалар һанын кәметеү. Уллыҡҡа алыу — етемдәрҙе, ата-әсә бағыуынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлауҙың иң ҡулай алымы, сөнки ул бала мәнфәғәтен тулыраҡ яҡлауға булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, был осраҡта ошо маҡсатҡа бүленгән дәүләт аҡсаһы ла һөҙөмтәле файҙаланыла.
2011 йылдың 28 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа алған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие тураһында”ғы 383-сө Башҡортостан Законы нигеҙендә 2011 йылдың 1 ғинуарынан уллыҡҡа алынған һәр балаға әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр аҡсалата пособие түләү ҡарала.
Әле республикалағы балалар йорттарында 145 инвалид бала тәрбиәләнә. Закон проектында инвалид баланы уллыҡҡа алған осраҡта бер тапҡыр түләнгән аҡсалата пособие күләмен 100 мең һумға арттырырға тәҡдим ителә.
“2013 йылға, 2014 һәм 2015 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына индерелгән үҙгәрештәр “Башҡортостан Республикаһында бюджет процесы тураһында”ғы республика Законы менән билдәләнгән положениеларҙы үтәүгә йүнәлтелә.
Улар, нигеҙҙә, федераль ҡаҙнанан кире ҡайтарылмай торған керем алыуға, 2013 йылда, 2014 һәм 2015 йылдарҙың план осоронда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан күп фатирлы йорттарҙы төҙөкләндереүгә, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереүгә, коммуналь инфраструктураны яңыртыуға Башҡортостан Республикаһы тарафынан алынған аҡсаның дөйөм күләмен, республика ҡаҙнаһының шәхси килемен, Башҡортостан бюджеты дефицитын финанслау сығанаҡтары буйынса керем төрҙәрен, Юл фондының ҡаҙна күләмен, сығымдарҙы асыҡлауға, раҫланған бюджет ассигнованиелары составында резервҡа һалынған аҡсаны ҡайтанан бүлеүгә бәйле. “Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районында географик объект ойоштороу тураһында”ғы Башҡортостан Законы менән Мәләүез районындағы Ергән ауыл Советында Ҡанбулат ауылы булдырылды.
“Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 690-сы республика Законын ҡабул итеү, ҡулланыу практикаһын иҫәпкә алып, уның положениеларын камиллаштырыуға йүнәлтелә.
Законда урындағы хакимиәт башлығы менән контрактты өҙөүгә бәйле судҡа мөрәжәғәт итеү нигеҙе аныҡлана. 2003 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се Федераль закон хакимиәт башлығы ошо Закондың 37-се статьяһындағы 9-сы өлөш менән билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәмәгән осраҡта суд тәртибендә уның менән контрактты өҙөү мөмкинлеген билдәләй. Республика ҡануниәтендә лә ошондай уҡ үҙгәрештәр ҡарала.
Муниципаль райодың (ҡала округының) урындағы хакимиәт башлығы вазифаһына кандидаттарға ҡарата ойошма, дәүләт органы, урындағы үҙидара органы, уларҙың структур подразделениеһы етәксеһе, уның урынбаҫары вазифаһында минималь эш стажына өҫтәмә талап биш йылдан ике йылға тиклем кәметелә. Һөҙөмтәлә ошо вазифаға дәғүәселәр һанының артыуы ихтимал.
(Закондар менән ентеклерәк танышырға теләүселәр гәзитебеҙҙең сайтына — bash.bashgazet.ru — мөрәжәғәт итә ала).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә