Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәкһеҙ формула
йәки Иҡтисадтың яңы өлгөһөн тәҡдим итеүсе булырмы?

Кемдең ҡайһы ере ауырта, шул хаҡта һөйләй. Рәсәйҙең иң «ауыртҡан ере» — иҡтисад. Уны һауыҡтырыу, үҫтереү тураһында һәр төрлө кәңәшмә, ултырыш, форумдарҙа торған һайын йышыраҡ телгә алына. Ләкин һөҙөмтәһе генә күренмәй. Ни өсөн?

Әлбиттә, иҡтисад үтә лә ҡатмарлы күренеш булған кеүек, яуаптар ҙа бик күп, һәм уларҙы һанап сығыу өсөн ентекле күҙәтеү талап ителә. Әммә шуныһы шикһеҙ: бөтә донъя иҡтисадын тетрәткән 2008–2009 йылдарҙағы финанс көрсөгө ватан иҡтисадын һауыҡтырманы. Белгестәр фекеренсә, иҡтисадтың йөкмәткеһе элеккесә ҡалды, һәм финанс-олигархик капитал уны үҙгәртергә ашҡынмай. Ә был даирә иҡтисад өлкәһендә хәл иткес роль уйнай. Рәсәй Президенты В. Путиндың тармаҡты йәнләндереү буйынса биргән күрһәтмәләренең дә һауала эленеп ҡалыуы осраҡлы хәл түгел. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһында федераль Хөкүмәттең 2012 йылғы эшмәкәрлеге хаҡында отчеты маҡсат-фараздарҙан ғына тороп, аныҡ эш тураһында һүҙ бөтөнләй булманы.
Ошо көндәрҙә ил башлығы алдағы өс йылға ҡаҙна бурыстары тураһында фекерҙәрен киң йәмәғәтселек иғтибарына еткерҙе. Президент башҡарма властар алдына 2030 йылға тиклем федераль ҡаҙна проектын эшләү, ҡаҙна сығымдарын оптималләштереү, финанслау ҡаралмаған дәүләт программаларын ситкә ҡуйып тороу, социаль өлкәлә структур реформа үткәреү, инфраструктур проекттарға инвестициялар йәлеп итеү менән әүҙемерәк шөғөлләнеү кеүек һәм башҡа бурыстар ҡуйҙы. Фекерләй белгән кешегә был мәсьәләләрҙең ҡатмарлылығын аңлау, унан да бигерәк ватандаштар көнкүрешенә ниндәй йоғонто яһаясағын самалау әллә ни ауыр түгел.
2030 йылға тиклемге ҡаҙна проекты – мөһим мәсьәлә, ләкин хәҙерге шарттарҙа уның ысынбарлыҡҡа тап килеүе үтә шикле, сөнки бынан бер йыл элек кенә, 2015 йылғы ҡаҙна дефицитһыҙ булырға тейеш, тигән фекер үткәрелгәйне, Бөгөн иһә уның ғәмәлгә ашасағына ышанған кешене, моғайын, федераль хөкүмәттә лә табып булмай торғандыр. Ил ҡаҙнаһының 60 проценты нефть һәм газ килемдәренән (ә ул донъя баҙарында яғыулыҡ һатыуҙан алына) тороп, унда хаҡтар йыш ҡына тирбәлгәндә, был сығанаҡ тотороҡло һәм ышаныслы була алмай. Ҡаҙна сығымдарын оптималләштереүҙең (һуңғы осорҙа был модалы төшөнсәгә әүерелде) ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәге, ысынлап та, ҡаты уйға һала. Бәғзе бер белгестәр ҡайһы тарафта, кемдәргә ҡағылышлы сығымдарҙың кәметеләсәген фаразларға өлгөрҙө лә инде. Бына уларҙың ҡыҫҡаса исемлеге: халыҡтың аҙ килемле ҡатламдарын торлаҡ менән тәьмин итеү, әсәлек капиталы, «Саф һыу», мәҙәниәт, физкультура һәм спорт программалары, йәмәғәт транспортына субсидиялар, пенсиялар, төрлө льготалар, кәсепселеккә ярҙам. Шул уҡ ваҡытта ил ҡаҙнаһындағы һәр унынсы һумға дәғүә иткән оборона сығымдары, йәғни Ҡораллы Көстәрҙе ҡайтанан ҡоралландырыу (был турала РФ Финанс министрлығының фекере кире булыуға ҡарамаҫтан) программаларына сығымдар кәметелмәйәсәк. Тармаҡтағы янъяллы күренештәрҙең («Оборонсервис» менән бәйлеһе генә ни тора!) үтә йышайыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың артабан да күҙәтеләсәге ихтимал, сөнки Рәсәйҙә һәр кем күршеһенә ҡарап һабаҡ алыуға күнекмәгән, уның хатта күҫәкте лә үҙ елкәһендә татып ҡарағыһы килә.
В. Путиндың сығышынан уҙған йылдар иҡтисады һәм һалым сәйәсәтенең бер яҡлылығын күрһәткән тағы ла бер хәл асыҡланды: Рәсәй төбәктәре үҫешмәй, уларҙың финанс хәле ҡаты борсолоу уята, сөнки бурыстары килемдәренең яртыһына еткән. Ә бит бөтә капитал хужалары ла тиерлек Мәскәүҙә урынлашҡанда, барлыҡ рәсәйҙәрҙең баш ҡала магнаттарына бил бөгөүен иҫәпкә алғанда, быға һис тә ғәжәпләнергә түгел, ә күптән тейешле саралар күрергә кәрәк ине. Мәскәү үҫә, һимерә, халҡы ундағы бихисап таш стеналарға һыя алмағас, яңынан-яңы биләмәләр яулай, ә провинция иһә хәлһеҙләнә. Быны быйыл мартта Красноярск ҡалаһында үткән иҡтисади форумда яңғыраған фекерҙәр ҙә дөрөҫләне: империя сәйәсәтен туҡтатырға (был айырыуса һалым йыйыу сәйәсәтенә ҡағыла), төбәктәргә үҙ көндәрен үҙҙәре күреү мөмкинлеген бирергә, тигәнерәк ҡыйыу прогрессив фекерҙәр милли республикалар вәкилдәре ауыҙынан түгел, ә Себерҙә йәшәгән славян фамилиялы шәхестәр ауыҙынан яңғыраны.
В. Путиндың инфраструктур проекттарға иғтибар тураһындағы фекере, моғайын, асыҡлап китеүгә мохтаждыр. Был осраҡта ил башлығы Приморье крайындағы Русский утрауында федераль университет төҙөү, Сочи спартакиадаһы, Ҡазан универсиадаһы тураһында һүҙ алып бара. Эйе, был объекттарға федераль һәм башҡа сығанаҡтарҙан бик күп аҡса йәлеп ителде, урлашыуҙарға ла юл ҡуйылып, байтаҡ енәйәт эше суд ҡарауына тапшырылды һәм тапшырыласаҡ. Әммә был юлы Рәсәй Президенты проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа сит ил инвесторҙарын йәлеп итеүгә иҫәп тота. Ә бына улар Рәсәйгә капитал һалырға йыйынамы һуң? Ватан эшҡыуарҙары һәм олигархтарының миллиардтарса долларҙарҙы сит ил банктарына күсереүен йәки Франция, Италия, Испания, Бөйөк Британия, АҠШ кеүек дәүләттәрҙә ҡиммәтле йорттар һатып алыуын иҫкә төшөрһәк, ысынлап та, был идеяның һуҡырлығын күрмәү мөмкин түгел. Ошо йәһәттән быйыл яҙ Рәсәй сәнәғәтселәренең Ганновер (Германия) ҡалаһына күргәҙмәгә барып ҡайтыуы иҫкә төшә. Рәсәй Президентының немец инвесторҙарын саҡырыуына яуап итеп, федераль канцлер Ангела Меркель, Германия капиталы Рәсәйгә унда граждандар йәмғиәте барлыҡҡа килгәс кенә барасаҡ, тине.
Һуңғы осорҙа Кремль ил капиталының офшорҙарға китеп юғалыуына ҡаршы саралар күрә кеүек. Әлегә һүҙ менән. Шул уҡ ҡаҙна бурыстары хаҡында һөйләгәндә, В. Путин капиталды ошонда файҙаланыу буйынса саралар күреү кәрәклеген инде нисәнсе тапҡыр иҫкәртте. Ләкин был капиталистик йәмғиәттең кире ҡаҡҡыһыҙ сағылышы булған ирекле йөрөү кеүек ҡағиҙәгә ҡаршы килә, ти ҡайһы бер белгестәр. Уныһы шулай, тик Рәсәй капиталының сығышы менән АҠШ йәки Көнбайыш Европа капитализмының барлыҡҡа килеү сығанаҡтары бер үк түгел. Рәсәй олигархтары хужа булып алған капитал – бынан 20 йыл элек бөтә халыҡ байлығы булған капиталдың дауамы, һәм уның үҙ илендә файҙа килтереүен хәстәрләү өсөн көслө ихтыяр ғына кәрәк.
В. Путиндың иҡтисадтың яңы өлгөһөн эшләргә кәрәк тигән фекере, ысынлап та, ҙур иғтибарға лайыҡ, сөнки уның әлеге формулаһының киләсәге юҡ. Быны сит илдәрҙә лә инҡар итмәйҙәр. Донъя илдәрендә эш иткән иҡтисад өлгөһө Икенсе донъя һуғышынан һуң Европала барлыҡҡа килгән ҡулланыу теорияһы буйынса үҫешкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәм балаһының нәфсеһе сикһеҙ, һәм быны технократик йәмғиәттең үҫеш закондары ла раҫлап тора. Тап ошо арҡала хәҙерге цивилизация тәбиғәт менән йырып сыҡҡыһыҙ конфликтҡа инде һәм үҙенең артабанғы йәшәйешен шик аҫтына ҡуйҙы. Бәлки, хәҙерге көрсөк күренештәре лә иҡтисад өлгөһөн ҡулланыу рельсынан сығарып, тәбиғәт менән килешеп, уның талаптары буйынса көн итеүгә көйләргә кәрәклеген иҫкәртәлер. Был, әлбиттә, еңел түгел, әммә Ер шары цивилизацияһының башҡа юлы юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде 26.06.2025 // Сәйәсәт

Павел Трапезников Бөрө районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды 25.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды...

Тотош уҡырға 20

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе 25.06.2025 // Сәйәсәт

Мишкә районы башлығы үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта

Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта 24.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн...

Тотош уҡырға 22

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны 20.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны...

Тотош уҡырға 31

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны 19.06.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында республиканың төп бурыстарын атаны...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостан Башлығы террорҙан  һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты 11.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы террорҙан һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты...

Тотош уҡырға 31

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде 09.06.2025 // Сәйәсәт

Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 41

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде 04.06.2025 // Сәйәсәт

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 68

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты 04.06.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе отставкаға сыҡты...

Тотош уҡырға 71

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне 04.06.2025 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 96