Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Торлаҡ алыуға сиратҡа ҡуймаһалар...
— Һаумыһығыҙ! Ирем менән республика ҡалаларының береһендә ятаҡта йәшәйбеҙ. Бюджет өлкәһендә эшләүсе йәш ғаилә булараҡ махсус программа буйынса сиратҡа торорға ине. Тик, төрлө сәбәп табып, урындағы хакимиәт беҙҙе иҫәпкә алырға теләмәй һәм ғаризабыҙҙы ҡабул итмәй. Йә документтар етмәй, йә беҙҙе мохтаж түгел тип таба. Был осраҡта нимә эшләргә? Иҫәпкә торор өсөн ниндәй документтар тупларға кәрәк?
Лиана, С. ҡалаһы.

— Һаумыһығыҙ, Лиана. Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына ярашлы, фатир мохтаж булараҡ иҫәптә тороусы аҙ тәьмин ителгән граждандарға сират буйынса бирелә. Һәр муниципалитетта торлаҡ майҙаны нормаһы билдәләнгән. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүсе кешегә мохтаж тип танылыу өсөн 12 квадрат метрҙан кәмерәк майҙан тура килергә тейеш. Граждандың һәм уның ғаилә ағзаларының социаль яллау шарттарында бирелгән йәки милек хоҡуғы буйынса алынған бер нисә фатиры булһа, уларҙы бергә ҡушып, дөйөм күләм иҫәпләнә.
Граждандарҙы иҫәпкә ҡуйыу менән урындағы үҙидара органдары шөғөлләнә. Бының өсөн һеҙҙән паспортығыҙ теркәлгән ерҙәге власть органдарына ғариза яҙыу талап ителә. Йәшәмәгән урын буйынса ла торлаҡ һорап мөрәжәғәт итеп була, был осраҡтар тураһында “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закондың 15-се статьяһында яҙылған.
Ғариза менән бергә түбәндәге документтар ҙа тапшырыла:
1. Ғариза биргән граждандың аҙ тәьмин ителгән икәнлеген таныу тураһында урындағы үҙидара органы сығарған ҡарарҙың күсермәһе йәки уның федераль ҡануниәт буйынса йәки Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы иҫәпкә алынырға тейешлеген раҫлаусы документ;
2. Ғариза биреүсенең йәшәгән урынында теркәлгән бүтән граждандар тураһында белешмә;
3. Ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының әле йәшәгән торлаҡҡа хоҡуҡтарын дәлилләүсе документ;
4. Ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының милек хоҡуғында торлағы бармы-юҡмы икәнлеге тураһында Техник инвентаризация бюроһынан (БТИ) һәм Теркәү палатаһынан (Росреестр) белешмә;
5. Социаль яллау килешеүе буйынса сираттан тыш торлаҡ алыуға хоҡуҡты раҫлаусы документтар (сиратһыҙ фатир алыуға дәғүә итеүсе граждандар өсөн).
Документтарҙың төп нөсхәһен йәки нотариус тарафынан раҫланған күсермәһен тапшырырға кәрәк. Ғариза махсус китапта теркәлгәс, мөрәжәғәт итеүсегә документтарының ҡабул ителеүе тураһында расписка бирелергә тейеш. Артабан бер ай эсендә хакимиәт һеҙҙе иҫәпкә ҡуйыу-ҡуймау тураһында ҡарар сығарырға тейеш.
Кәңәшем шул: юғарыла һаналған документтарҙың барыһын да туплағыҙ һәм ғариза менән хакимиәткә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҡабул итеүҙән тағы баш тартырҙар тип уйлаһағыҙ, почта аша яуап алыу шарты менән заказлы хат итеп ебәрегеҙ. Ул судлашыу өсөн мөмкинлек бирәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә