Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ауыл эшсәндәре ярҙамға иҫәп тота ала
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәре барышында Дыуан һәм Балаҡатай райондарындағы социаль-иҡтисади хәл менән танышты.

Башта республика етәксеһе Дыуан районындағы Ҡаракүл ауылы эргәһендә “Уралтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән ит эшкәртеү комбинатында булды. Предприятие әле тест режимында эшләй, уны быйылғы икенсе кварталда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Рөстәм Хәмитов ситтән килгән фермерҙарға мал һуйыу хеҙмәте күрһәтеү менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие етәкселәре әйтеүенсә, быны эшләү мөмкинлеге бар.
Мәсәғүт ауылында Башҡортостан Президенты “Әй” профилакторийын ҡарап сыҡты. 120 урынлыҡ дауалау-профилактика учреждениеһында 72 кеше эшләй. Бында кардиология, пульмонология, неврология, ревматология, травматология, ортопедия һәм педиатрия буйынса медицина хеҙмәттәре күрһәтелә. Рөстәм Хәмитов хаҡ менән сифат нисбәте йәһәтенән учреждениены Башҡортостанда иң яҡшы профилакторийҙарҙың береһе тип билдәләп, уның эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Артабан республика Президенты Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының 120 урынлыҡ дауалау корпусы төҙөлөшөн ҡараны. Объектты быйыл июнь аҙағына тиклем сафҡа индереү күҙаллана. Төҙөлөш “Башкиргражданпроект” ойошмаһының проектына ярашлы 15 йыл элек үк башланған булған. Рөстәм Хәмитов буласаҡ палаталарҙы, операция залын, яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау бүлеген ҡарап сыҡты, дауалау учреждениеһына белгестәр йәлеп итеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы етәксеһе Валерий Трофимов әйтеүенсә, әле “Ауыл табибы” программаһы буйынса 28 белгес килгән, улар башҡа бүлектәрҙә эшләй. Былтыр табиптар өсөн 30 фатирлыҡ йорт файҙаланыуға тапшырылған, йәш белгестәргә тағы бер йорт һалыу күҙ уңында тотола. Рөстәм Хәмитов район хакимиәте башлығы Олег Могильниковҡа йәштәргә тәғәйенләнгән түләүҙәрҙе берлектә финанслау алымын яйға һалырға ҡушты. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ер участкалары бүлеү мәсьәләһенә килгәндә, республика башлығы быны ентекле тикшерергә вәғәҙә бирҙе.
Балаҡатай районындағы Ямаш ауылында Рөстәм Хәмитов “Урал” ауыл хужалығы предприятиеһының стена блоктарын етештереү технологияһы менән танышты. Предприятиеның продукцияһы йорт, технологик һәм малсылыҡ биналары һалыуҙа файҙаланыла.
Бынан тыш, республика башлығы “Урал” һәм Киров исемендәге ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарында сәсеү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Малды ҡышлатыу мәсьәләһе лә Президенттың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Хужалыҡ етәкселәре әйтеүенсә, мал уңышлы ҡышлаған, быйыл уның һанын арттырыу күҙаллана. Өҫтәүенә фермерҙар һөттөң үҙҡиммәтен түбәнәйтеүгә өлгәшкән. Быйыл районда 5,8 миллион һумлыҡ туғыҙ берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алғандар. Субсидиялау программаһына ярашлы бюджеттан 2,4 миллион һум компенсация бүленәсәк.
Рөстәм Хәмитов урындағы теплица хужалығында ла булды. Бында көн һайын 130 килограмм ҡыяр йыялар, тиҙҙән помидор өлгөрә башлаясаҡ. Теплица уңышты йыл әйләнәһенә бирә.
Иҫке Балаҡатай ауылында Башҡортостан Президенты “Лидер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең малсылыҡ комплексын ҡарап сыҡты. Биналар бында “500 ферма” программаһына ярашлы реконструкцияланған.
— Кешеләр ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра. Туҡталып ҡалырға ярамай, — тине республика башлығы. — Башҡортостанда бындай хужалыҡтарға артабан да ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. “500 ферма” программаһы буйынса финанслау дауам итәсәк.
Сәфәр аҙағында республика етәксеһе Яңы Балаҡатай ауылындағы эсәр һыу ҡойоу линияһын ҡараны.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә