Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ҡайҙа дошман? Ҡайҙа дуҫ?
Һуңғы аҙналағы ваҡиғалар ҙа Көнбайыштың донъялағы тынысһыҙлыҡтан файҙаланып үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын күрһәтте.

Саммитҡа ҙур өмөт бағлана

5 майҙа Лондонда “Ҙур һигеҙ”гә ингән Бөйөк Британия, АҠШ, Германия, Франция, Италия, Япония, Канада һәм Рәсәйҙең сит ил эштәре министрҙары рәсми ултырыш үткәрҙе. Был ваҡиғаға әллә ни әһәмиәт бирмәҫкә лә булыр ине, әммә ҙур сәйәсәттә “һауа торошон” тап улар билдәләй.
Ултырышта G8 илдәре етәкселәренең 17-18 июндә Төньяҡ Ирландияның Лох-Эрне ҡалаһында уҙасаҡ саммитына әҙерлек барышы тикшерелде. Сәйәси сараның был төбәктә уҙғарылыуы осраҡлы түгел: быйыл ҙур форумға Бөйөк Британия рәйеслек итә, ә Төньяҡ Ирландия — ошо дәүләттең бер субъекты. Министрҙар наркотик һатыуға, халыҡ-ара террорға ҡаршы көрәш, атом ҡоралын таратыуға юл ҡуймау кеүек мәсьәләләрҙе ҡараны. Сүриә проблемаһы, Корея ярымутрауындағы хәлдәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Министрҙар тағы ла бер мөһим мәсьәләне күтәрҙе, ул да булһа — барлыҡ донъяны солғап алған Интернет селтәре. Ҡайһы бер илдәр, шул иҫәптән Рәсәй был элемтә сараһын дәүләт күҙәтеүе аҫтына алырға теләк белдерә, әммә АҠШ, Япония, Германия, Франция ундай аҙымға ҡырҡа ҡаршы. Уларҙа Бөтә донъя мәғлүмәт селтәренә ҡарата айырым бер тәртип нормалары булдырыу хаҡында күптән һүҙ йөрөй, тик аныҡ ҡына ҡарарға килә алмайҙар. Шуға күрә был мәсьәлә саммитта ҡайтанан ҡаралыр тип көтөлә.
Сүриә мәсьәләһендә лә министрҙар уртаҡ фекергә килә алманы. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Сүриәләге низағты тыныс юл менән көйләү яғында, ә АҠШ һәм уның союздаштары булған Германия, Франция, Канада кеүек илдәр Бәшәр Әсәд режимын хәрби көс ҡулланып юҡҡа сығарыуҙы көҫәй. Әле Сүриә оппозицияһы тап ошо илдәрҙең финанс ярҙамы менән ҡораллана. Әйткәндәй, 4-5 майҙа Израилдең хәрби һауа көстәре Сүриәне бомбаға тотто. Рәсми белдереүҙәргә ҡарағанда, ошо һөжүмдән генә лә өс йөҙҙән ашыу кеше һәләк булған. Ә Сүриә болғанышы башланғандан бирле ҡорбандар һаны 80 меңгә яҡынлашып килә.
Израиль Сүриәне бомбаға тотоуын йәшеренеп ятҡан “Әл-Ҡаһиҙә” террористик ойошмаһын юҡ итергә ынтылыуы менән бәйләй. Ысынында иһә уларҙың Дамаск ҡалаһы эргәһендәге фәнни-тикшеренеү үҙәген бомбаға тотоуы билдәле. Сүриәнең яуап бирере икеле, ни өсөн тигәндә, уның армияһын Иран ҡоралландырыуы бер кемгә лә сер түгел. Әле иһә Ирандың үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан — июндә уҙасаҡ президент һайлауға әҙерләнәләр.
Бөгөн, әйткәндәй, АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керриҙың Рәсәйгә рәсми эш сәфәре менән килеүе көтөлә. Ул яңы вазифаһында беҙҙең илгә тәүге тапҡыр аяҡ баҫа. Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашыуҙар барышында Сүриәләге хәл һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелер тип көтөлә.

Болғансыҡ һыу балыҡ тоторға ҡулай

Үткән аҙнала АҠШ президенты Барак Обама Латин Америкаһы илдәрендә рәсми эш сәфәре менән булып ҡайтты. Мехикола сығыш яһаған ваҡытта ул, Венесуэлалағы хәлдәргә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдереп, был ил халҡының “демократик үҫеш алыр өсөн мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыуын” белдерҙе. Венесуэла халҡы Барак Обаманың был һүҙҙәрен көлөү, мыҫҡыллау тип ҡабул итте. Билдәле булыуынса, Венесуэланың элекке лидеры мәрхүм Уго Чавес АҠШ агрессияһына ҡаршы көрәш алып барҙы. Әйткәндәй, уның донъя ҡуйыуына ике ай ваҡыт үтеп китте. Ошо арауыҡта илдә ҙур үҙгәрештәр булманы, әммә Уго Чавес урынына президент итеп һайланған Николас Мадуроға элекке сәйәсәтте дауам итеүе бик ауырға төшәсәк. Оппозиция әлегә тиклем уның еңеүен танырға теләмәй. Етмәһә, АҠШ тарафынан оппозицияға теләктәшлек күрһәтелеүе хәлде ҡатмарлаштыра. Ошондай шарттарҙа Николас Мадуроға үҙ халҡына таянырға ғына ҡала.
Дөрөҫ, Венесуэланың Латин Америкаһы илдәрендә союздаштары байтаҡ ҡына ине, тик бөгөн улар яңы лидерға ышана һалып бармай. АҠШ ошоно оҫта файҙалана: нисек тә Николас Мадуроны теҙ сүктереп, бай нефть ятҡылыҡтарын үҙ контроленә алмаҡсы. Барак Обама Венесуэла халҡының, бигерәк тә Уго Чавесты ихтирам итеүселәрҙең сәменә тейеп, уларҙа яңы власҡа ҡарата күрәлмаусанлыҡ тойғоһо уятырға теләй, ахырыһы. Һуңынан инде болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу күпкә еңелерәк буласаҡ.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә