Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Яңылыҡҡа ынтылмайынса, һәләтте үҫтереп булмаясаҡ...”
“Яңылыҡҡа ынтылмайынса, һәләтте үҫтереп булмаясаҡ...”Өфөгә бер көнлөк эш сәфәре менән Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко килде. Өфө аэропортында уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡаршы алдылар.

Юғары палата спикерының Башҡортостандағы сәфәре ҡыҫҡа ғына булһа ла, бик йөкмәткеле булды. Иң тәүҙә ул Президент Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
— Йылы ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Мине һеҙҙең хәлдәр, тормошоғоҙ ҡыҙыҡһындыра. Президент указдары нисек тормошҡа ашырыла, ниндәй эштәр башҡарыла һәм ниндәй проблемаларығыҙ бар? — тип һораны Валентина Матвиенко. — Һеҙҙән алынған мәғлүмәт төбәктәр үҫешенә ярҙам күрһәткәндә ҙур роль уйнаясаҡ.
Рөстәм Зәки улы ҡунаҡты былтырғы йомғаҡтар менән таныштырҙы.
— Дөйөм алғанда, йыл иҡтисади йәһәттән уңышлы тамамланды. Сәнәғәт етештереүе күләме — алты процентҡа, тулайым төбәк продукты күләме биш процентҡа үҫте. Эш хаҡы буйынса ла һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә алдыҡ. Хәҙер уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы иҡтисад буйынса уртаса күрһәткескә тиңләште, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ машиналар эшләү, нефть эшкәртеү комплекстары эшмәкәрлегенә лә ыңғай баһа бирҙе. Алдынғы предприятиеларҙың күрһәткестәре менән таныштырҙы. Ауырлыҡ кисергән ойошмалар тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы.
— Торлаҡ төҙөү буйынса беҙ илдә бишенсе-алтынсы урында киләбеҙ. Әле йылына 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлә. Уларҙың 70 процент самаһы — аҙ ҡатлы йорттар, — тине Рөстәм Зәки улы. — Әле эконом класлы торлаҡ төҙөү буйынса ҙур программа тормошҡа ашырыла башланы. Ветерандар, бюджет өлкәһендә эшләүселәр өсөн социаль торлаҡ төҙөйбөҙ. Уның хаҡы бер квадрат метры өсөн 28-32 мең һум тәшкил итә. Әлбиттә, уртаса эш хаҡы 21-22 мең һум булғанда, бындай хаҡҡа ла фатир һатып алыуы бик ауыр икәнлеген аңлайбыҙ. Шуға күрә беҙҙә махсус ипотека программалары эшләй башланы.
Шулай уҡ ауыл хужалығы мәсьәләләре тураһында ла һөйләшеү булды. Президент әйтеүенсә, ауыл хеҙмәткәрҙәренә ярҙам йөҙөнән ҡорамал алыу өсөн 40 процентҡа тиклем субсидия бирелә. Һөтсөлөктө үҫтереү буйынса ҙур программалар тормошҡа ашырыла. Быйыл ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре яҡшы уңышҡа өмөт итә, тип белдерҙе республика Президенты.

* * *
Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары, студенттары менән осрашыуҙа Валентина Матвиенко, илдең инженерҙарға ҙур мохтажлыҡ кисереүен, һәләтле йәш белгестәрҙең күбеһенең ситкә китеүен иҫкә төшөрөп, уларға үҙебеҙҙә яҡшы эш шарттары булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне.
— Рәсәйҙең мәғариф тураһындағы яңы законы был йәһәттән күп мөмкинлек бирә, — тине ул. — Юғары уҡыу йорттарына етештереүсе предприятиелар менән бәйләнеш булдырыу, шулай уҡ үҙҙәрендә ошондай төрлө бәләкәй ойошмалар асыу, ғөмүмән, студенттарҙы уҡыған сағында уҡ ғилми һәм ғәмәли эшкә йәлеп итеү хуплауға лайыҡ. Әлбиттә, Рәсәйҙә быуаттар дауамында һыналған уҡытыу алымдарына һаҡсыл ҡарарға кәрәк, әммә яңылыҡҡа ынтылмайынса, конкуренцияға һәләтте үҫтереп булмай.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы юғары уҡыу йорттарының заманса үҫеш өсөн ҡеүәте барлығын билдәләне. Уның фекеренсә, республикала федераль кимәлдәге көслө университет булдырыу кәрәк. Валентина Матвиенко, был тәҡдимде хуплап, уны Үҙәктәге етәкселәргә еткерергә вәғәҙә итте.
Уҡыу йорто студенттарының, уҡытыусыларҙың Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесенә һорауҙары күп булды. Уларҙы башлыса педагогтарҙың эш хаҡы, практика, стажировка үтеү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы. Республикала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарын ойоштороуҙың студенттар өсөн ниндәй әһәмиәте барлығы тураһында фекер уртаҡлашырға теләүселәр ҙә булды. Валентина Матвиенко әйтеүенсә, файҙаланып ҡалғанда, бындай мөһим саралар уҡыу йорттары өсөн хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр аса.
Етәкселәр артабан Башҡорт дәүләт медицина университетында булып, уның клиникаһын үҫтереү планы, симуляция үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышты. Һуңынан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, парламент ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, төбәктең муниципаль һәм ҡала округтары органдары вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте.


Автор: Ә. ӘЙҮПОВА, Д. ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


  1. Аптыраған
    Аптыраған от 24.04.2013, 12:42
    Шула-ай, беҙҙә бөтәһе лә "ал да гөл "!

Комментарий өҫтәргә