Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ер ҡояш тирәләй әйләнәме, әллә?..
Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһы депутаттары алдында яуап тотто

Премьер-министр Дмитрий Медведевтың Рәсәй Хөкүмәтенең үткән йылдағы эшмәкәрлеге буйынса Дәүләт Думаһы депутаттары алдындағы сығышы, белгестәр фекеренсә, күп һорауҙарға яуап бирҙе. Әммә яуапһыҙ ҡалғандары ла етерлек.

Бөгөн йәмәғәтселекте борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләр – илдең иҡтисади хәле һәм пенсия реформаһы. Дмитрий Медведев белдереүенсә, илдә пенсия йәше күтәрелмәйәсәк, әммә ошо йәшкә етеп тә эшләргә теләге булғандарға бындай мөмкинлектең тыуҙырылыуы зарур. Шулай уҡ, уныңса, һәр кем рәсми хеҙмәт хаҡына эшләгәндә генә, лайыҡлы пенсияға өмөт итә алғанлығын төшөнөргә тейеш.
Әммә яңы пенсия реформаһы менән бөтөнләй килешмәгәндәр ҙә юҡ түгел: мәҫәлән, Геннадий Зюганов уны, ҡатмарлы һәм халыҡ мәнфәғәтенә ҡаршы килә, тип билдәләне. Ысынлап та, ҡартлығыңда хеҙмәт хаҡыңдың 40 проценты пенсия рәүешендә ҡайтһын өсөн, 30 йыл буйы һәм өҫтәмә биш йыл дауамында тир түгергә, айына кәмендә 27 мең һумға эшләргә кәрәк. Шул уҡ мәлдә бала ҡарау буйынса ял да, армия хеҙмәте лә стажға индерелмәй икән.
Әммә, Премьер-министр әйтеүенсә, бөгөн пенсияның яңы формулаһы тулыһынса әҙер тип әйтеп булмай, шуға ла ул депутаттарҙы был мәсьәлә буйынса бергәләп фекер алышырға саҡырҙы. Ни тиһәң дә, ошондай хәл иткес ҡарарҙар халыҡтың йәшәү кимәленә туранан-тура йоғонто яһай бит.
Иҡтисадтың хәле иһә әллә ни мөшкөл түгел: эшһеҙлек кимәленең түбән булыуы, инфляцияның тотороҡлолоғо, халыҡтың килеме артыуы яҡшыға өмөтләндерә кеүек. Әммә ил иҡтисады үҫешенең торғонлоғо ғына бер аҙ уйландыра, көҙгә түбән тәгәрәү башланмағайы, тип хәүефләнә күптәр.
Шулай уҡ торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Хөкүмәт Рәйесе фекеренсә, уны ипотека проценты ставкаһын төшөрөп һәм арзан торлаҡ төҙөп хәл итергә була. Әммә Премьер-министр бының тиҙ арала ғына үтәлә торған бурыс түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Халыҡ вәкилдәрен мәғариф өлкәһендәге хәл ҡәнәғәтләндермәй икән. Быны төшөнөргә лә була: финанслау күҙгә-күренеп кәмей, белем кимәле менән дә шул уҡ хәл. Ер ҡояш тирәләй әйләнәме, әллә киреһенсәме – хәҙер ошондай ғына һорауға ла ҡайһы берәүҙәр яуап таба алмай йонсой. Юғары уҡыу йорттары йә ябыла, йә берләштерелә – был бигерәк тә коммунистарҙы ярһытты. Әммә Премьер-министр Дмитрий Ливанов яҡлы булып сыҡты: мәғариф министры бөтәһенә

Эксперт фекере

Фирүзә БАРЛЫБАЕВА, БДУ-ның Сибай институтының менеджмент һәм иҡтисад теорияһы кафедраһы доценты:
– Шәхсән үҙем Рәсәй Хөкүмәтенең эшмәкәрлеген ыңғай баһалайым. Беҙ бөгөн иҡтисади көрсөк янаған, бөтә донъя глобаль үҙгәрештәр кисергән мәлдә йәшәйбеҙ. Хәҙер нигеҙҙә Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, көньяҡ-көнсығыш Азия илдәре иҡтисади ҡеүәт туплай. Шуны онотмайыҡ: бынан 20–30 йыл элек кенә донъяла бөтөнләй башҡа дәүләттәр өҫтөнлөк итә ине бит. Социаль өлкә лә ҙур үҙгәрештәр кисерә: был һис тә килемдең кәмеүенән түгел, ә социаль ҡатламдарҙың буталыуынан барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, хәҙер ҡайһы саҡ IT-компанияға нигеҙ һалған 25 йәшлек егет сеймал менән сауҙа иткән корпорация хужаһынан байтаҡҡа күберәк табыш ала. Ошондай ҡатмарлы үҙгәрештәр осоронда Рәсәй кеүек ҙур ил менән идара итеү бер ҙә еңелдән түгел. Тотороҡлолоҡтоң, социаль бәйләнештең һаҡланыуын, халыҡ-ара аренала илебеҙҙең абруйы көслө булыуын иҫәпкә алғанда, хәлебеҙ ҡәнәғәтләнерлек әле. Рәсәй етәкселегенә, әлбиттә, һәр ваҡыт тәнҡит буласаҡ, теләк булғанда бөтәһе лә быға сәбәп табасаҡ, әммә уның нигеҙле булыуы ла мөһим бит әле.


Автор: лә оҡшарға аҡса түгел дә баһа... Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә