Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Уйланырға урын бар
“Властың ғәҙеллеге, дөрөҫлөгө — уның һөҙөмтәлелегенең тәүшарты.
Булған проблемаларҙы аныҡ билдәләмәйенсә, уларҙы төҙәтеү мөмкин түгел”
(Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән)
Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе — республикала алып барылған сәйәсәттең йүнәлештәрен билдәләүсе төп документ. Ул Президент командаһының эш кимәлен билдәләүсе күрһәткестәрҙең иң сағыуы.


Уңышлы үҫеш нигеҙе


Юғары сифатлы Мөрәжәғәтнамә әҙерләү өсөн республиканың алдынғы көстәре йәлеп ителә. Ул ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ тарафынан көтөп алына, ундағы аналитик күрһәтмәләр, тәнҡит, положениелар республиканың бөтә кимәлдәге власть органдарына киләһе йыл өсөн генә түгел, ә, бәлки, бер нисә йылға үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе бик мөһим документ. Мөрәжәғәтнамә нигеҙендә республика Хөкүмәте, Парламенты, ҡалалар һәм райондар, урындағы биләмәләр үҙ эшен ойоштора. Унда ҡуйылған мәсьәләләрҙең үтәлеше — власть органдарының көнүҙәк бурысы. Был бик етди проблема, сөнки республика Президенты ҡуйған бурыстарҙың үтәлеше бөгөнгө власть органдарының эшенең сифатын, һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына декабрҙә үтәсәк һайлауҙар алдынан үткәрелгән анализ был йәһәттән урынлы булыр.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Президентының Мөрәжәғәтнамәһе быға тиклем йыл башында (март — апрель айҙарында) иғлан ителеп килде. Республика етәкселәренең Рәсәй Президентынан алда сығыш яһарға теләмәүе — бының төп сәбәбе. Документтың төп нөсхәләре әҙер булһа ла, уны иғлан итеү кисектерелде. Әлбиттә, уны йыл аҙағында, бюджет ҡабул итеү алдынан халыҡ иғтибарына сығарыу килешлерәк кеүек. Мәҫәлән, күрше Татарстанда ул йыл аҙағында ҡабул ителә. Быйыл иһә сентябрь айында уҡ 2012 йылға Татарстан Республикаһы үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнгән. Минеңсә, беҙгә лә ошоға күсеүҙе кисектермәҫкә кәрәк. Дәүләт Думаһына, президент һайлауҙары алдынан халыҡҡа республика етәкселегенең ҡарашын, киләсәккә төп бурыстарҙы белеү отошло булыр ине.
Үҙенең беренсе Мөрәжәғәтнамәһен Рөстәм Хәмитов “Власҡа йәмғиәттең ышанысын нығытыу — уңышлы үҫеш нигеҙе” тип атаны. Был сағыу девиз республика халҡында ҙур өмөт уятты, Президенттың саҡырыуы хуплап ҡабул ителде. Рөстәм Хәмитовтың Президент вазифаһындағы беренсе аҙымдары ла ошоно иҫбатлап һәм ҡеүәтләп торҙо. Бер нимә лә Президент иғтибарынан ситтә ҡалманы. 2011 йылдың Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителеүе лә ошо маҡсатҡа йүнәлтелде.
Әммә ошо көндәрҙә илдең баш ҡалаһында Дмитрий Медведев менән осрашҡанда Мәскәү дәүләт университетында белем алыусы Башҡортостан студентының республикала үткәрелгән милли сәйәсәт менән ризаһыҙлығы бөтә илгә яңғыраны. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов был студент менән осрашырға теләк белдерҙе. Хәлдең ни менән бөтөрөн ваҡыт асыҡлар. Президент тарафынан халыҡтың власҡа ышанысын нығытыу маҡсатында үткәрелгән сараларҙы һанап бөтөрлөк түгел. Ауыл Советтары етәкселәре менән осрашыу, шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән граждандарҙы ҡабул итеү — бының сағыу миҫалы.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хәлдәр


Президенттың Интернет блогын асыуы ла отошло булды. Бының изге маҡсатта эшләнеүе шик тыуҙырмай. Ә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары был йәһәттән әүҙемлек күрһәтмәй. Зөһрә Рәхмәтуллина, Әлфис Ғаязов, Борис Мелкоедов, Азат Ҡотләхмәтов, Рәжәп Нәбиуллин кеүек халыҡ алдында сығыш яһаған етәкселәр күберәк булырға тейеш. Хөкүмәт ағзаларына халыҡ алдында үҙен иркен тотҡан Президенттан ҡалышыу килешмәй. Дмитрий Медведев та министрҙарҙың телевидениела даими сығыш яһауын хупланы. Халыҡ былтыр Рөстәм Хәмитовтың, Хөкүмәт ағзалары төрлө уҡыу йорттарында уҡытырға тейеш, тигән һүҙҙәрен онотмаған әле. Әлегә кемдеңдер дәрес алып барыуы тураһында ишетелмәй. Телевидениела үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашыуға ваҡыт тапмаған (тура эфир түгел) етәкселәрҙән ни көтәһең? “Комсомольская правда” гәзитендәге “Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ түләүҙәрен 6 миллиард һумға арттырып алалар” тигән мәҡәләнең тейешле министрлыҡ тарафынан яуапһыҙ ҡалдырылыуы ла абруй өҫтәмәй. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың телевизорҙан республиканы был тармаҡтағы енәйәт эштәре нигеҙендә телгә алыуы ла яуапһыҙ ҡалды. Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән “сәйәсәт асыҡ, билдәле, үтә күренмәле булырға тейеш” тигән һүҙҙәрҙе үтәмәүгә бәрәбәр был. Республика ҡаҙнаһы иҫәбенән алданған өлөшсөләрҙең яҙмышы ла аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы. Был хәлде киң матбуғат сараларында тейешенсә төшөндөргән кеше табылманы.
Республикабыҙҙың абруйы күтәрелә бара
Республикала ныҡ үҫешкән хоккей, волейболға футболдың өҫтәлеүен ҡайһы берәүҙәр әлеге спорт төрҙәрен юҡҡа сығарыу тип ҡабул итте, буғай. Күрше Татарстан бөтә спорт төрҙәрен дә тигеҙ үҫтерергә тырышҡанда, беҙгә уларҙы айырып ҡарау урынһыҙ. Республикала йәйге биатлон, йәштәр араһында хоккей чемпионаты, Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары үткәрәсәкбеҙ, тип кенә тынысланырға ярамай.
“Башҡарма властан тыш, иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси тормоштоң башҡа субъекттарының хоҡуҡтары һәм вәкәләттәре киңәйтелергә тейеш”, тип билдәләп үткәйне Рөстәм Хәмитов. Был эштә депутаттар ҙа, урындағы үҙидара органдары ла, йәмәғәтселек тә әүҙем ҡатнашырға тейеш.
Әйтергә кәрәк, Федераль үҙәк тарафынан Президент Рөстәм Хәмитовтың башланғыстары Башҡортостандың яңы тарихында быға тиклем ишетелмәгән ярҙам һәм булышлыҡ тапты. Бер йыл дауамында ғына республикаға килгән делегацияларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Рәсәй тарихында ғүмерҙә булмаған ваҡиға: сит дәүләт башлығын, Палестина етәксеһе Мәхмүд Аббасты, ҡабул итеү бәхете тәтене. Төрлө илселәр, консулдар, сит ил делегациялары, ҙур-ҙур корпорация етәкселәре (РусГидро, Роснано, УГМК-Холдинг, Разгуляй, СИБУР һ.б.) беҙҙә булды. Башҡортостан Рәсәйҙең Свердловск, Һарытау өлкәләре, Татарстан менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Инвестицион мөхитте яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған был саралар һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Билдәле халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары (Standart@Poors һәм Moodys) Башҡортостандың кредит рейтингын күтәрҙе. Күп кенә ҡеүәтле дәүләттәрҙең (АҠШ, Италия, Испания) рейтингы төшкәндә, республикала алып барылған иҡтисади сәйәсәт төбәктең инвестицион мөхитен киңәйтеүгә булышлыҡ итте. Республика парламенты тарафынан был тармаҡ буйынса закондар ҙа тейешенсә үҙгәртелде. Инвесторҙар өсөн льготалар булдырылды. Был өлкәләге әүҙемлектең һиҙелерлек һөҙөмтәлелеге әлегә күренмәй. Былтыр республика 140 миллиард һум инвестиция йәлеп итһә (Татарстан — 300 (!) миллиард һум), быйыл — 160. Алға китеш бар, әммә Хөкүмәткә был йәһәттән эште әүҙемләштереү зарур.

Иҫкермәйбеҙ, яңырабыҙ...


Республика брендын булдырыу өсөн байтаҡ эштәр алып барыла. Башҡортостандың йөҙөн билдәләгән башҡорт атына, балына, ҡымыҙына патент алыу бурысы ҡуйылған. Киләсәктә беҙҙә Милли ат паркы булдырыу күҙ уңында тотола.
Республика төбәктәрен үҫтереү маҡсатында ҡабул ителгән Көньяҡ Урал, төньяҡ-көнсығыш райондарға йүнәлтелгән махсус программалар ҙа иғтибарға лайыҡ. Был документтар төбәктәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Яңыртыу юлында ла байтаҡ уңыштар бар. Башҡортостанда төрлө тармаҡтарҙа (ауыл хужалығы, фармацевтика, мәғлүмәт технологиялары, туризм, нефть һәм наноматериалдар сәнәғәте) бер нисә яңыртыу кластеры булдырыу күҙ уңында тотола. Премьер-министр Владимир Путин республикала еңел авиация кластерын булдырыу идеяһын хуплап сыҡты. Бер нисә технопарк төҙөлөүе көтөлә.
Эш, торлаҡ, хеҙмәт хаҡы буйынса мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа республикала һиҙелерлек эштәр атҡарыла. Хөкүмәт тарафынан 2011–2015 йылдарға эш хаҡын арттырыу буйынса саралар планы ҡабул ителгән.
Нисек кенә булмаһын, республика етәкселегенең эшмәкәрлеген, һөҙөмтәлелеген асыҡлау өсөн күптән һыналған ысул бар: ул да булһа ут күршебеҙ Татарстандың күрһәткестәре менән сағыштырыу. Ике республика ла иҡтисади ҡеүәте буйынса бер сама. Шуға 2011 йылдың төп күрһәткестәрен генә сағыштырыу Хөкүмәттең йыл дауамында башҡарған эштәрен анализлауҙан ябайыраҡ та, һөҙөмтәлерәк тә буласаҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Рәсәй Геройы Денис Чернавин Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнаша

Өфөнән Рәсәй Геройы Денис Чернавин Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнаша 27.03.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй Геройы, Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусы Денис Чернавин «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына ......

Тотош уҡырға 2

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде 26.03.2026 // Сәйәсәт

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте

Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте 26.03.2026 // Сәйәсәт

Ҡайһы бер райондарҙа йылғалар боҙҙан әрселә башлаған....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды 25.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне 23.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды 13.03.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды...

Тотош уҡырға 3

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде 13.03.2026 // Сәйәсәт

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ......

Тотош уҡырға 4

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк 12.03.2026 // Сәйәсәт

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше ......

Тотош уҡырға 5

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде 11.03.2026 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп Илдар ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла 11.03.2026 // Сәйәсәт

12 мартты Башҡортостандың Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан итергә тигән ......

Тотош уҡырға 2

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы 10.03.2026 // Сәйәсәт

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы...

Тотош уҡырға 4