Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Ҡағыҙҙа ғына “атай”

— Мин — яңғыҙ әсә. Бер ҡасан да кейәүҙә булманым. Ни бары ҡыҙым тыуған саҡта “атаһы” графаһында бушлыҡ тормаһын өсөн атаһының исемен яҙҙырғайным. Хәҙер эшләгән урынымда балаға һалым ҡайтармаһы ни бары 1400 һум ғына түләнә. Был дөрөҫ түгел тип иҫәпләйем, сөнки мин яңғыҙ әсә булараҡ льготаға хоҡуҡлымын һәм ике тапҡыр күберәк алырға тейешмен. Әммә быны эшләмәйҙәр: баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығында атаһының исеме бар, тиҙәр. Ҡағыҙҙағы атайҙан фәтүә юҡлығын ғына аңламайҙар. Нисек хоҡуғымды яҡларға?
Әнүзә, Бөрйән районы.

— Һаумыһығыҙ, Әнүзә! Һорауығыҙ аңлашылды. Эйе, һеҙ балаға һалым ҡайтармаһын икеләтә күләмдә алырға хаҡлы. Балағыҙҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығында “атай” графаһына атаһының исемен әсәһе һүҙҙәренән яҙылыуын дәлилләргә кәрәк. Бының өсөн теркәлгән урынығыҙ буйынса ЗАГС органына мөрәжәғәт итергә һәм был фактты дәлилләүсе яҙмаһы булған 25-се форма буйынса белешмә алырға кәрәк.
Балаға һалым ҡайтармаһы Рәсәй Һалым кодексының 218-се статьяһы буйынса көйләнә. Ошо уҡ статьяның 1-се пунктына ярашлы, берҙән-бер ата-әсәгә был ҡайтарма икеләтә күләмдә түләнергә тейеш. “Берҙән-бер ата-әсә” баланың икенсе ата-әсәһенең бөтөнләй булмауын күҙ уңында тота. Бында уның вафат булыу, билдәһеҙ сәбәптәр буйынса юғалыу һәм вафат булған тип танылыу осраҡтары инә. Һалым кодексы статьяһына таянған саҡта, “берҙән-бер ата-әсә” һүҙенең мәғәнәһенә баланың атаһы юридик яҡтан билдәләнмәгән осраҡтар ҙа инә ала. Был саҡта, ғәҙәттә, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡҡа атаһы исеме әсәнең һүҙҙәре буйынса ғына яҙыла.
Шулай итеп, һеҙгә икеләтә һалым ҡайтармаһына өлгәшеү өсөн ЗАГС-тан 25-се форма буйынса белешмә алырға, ғаилә хәлен белдергән документтар юлларға (унда һеҙҙең рәсми никахығыҙ юҡлығы яҙыласаҡ) һәм ҡағыҙҙарҙы һалым агентына тапшырырға кәрәк.

Ғәйепле кеше түләй

— Ике йыл элек ҡиммәтле автомобиль һатып алғайным. Ярты йыл самаһы элек юл-транспорт ваҡиғаһына тарыным, ҙур ғына авария булды, машина ныҡ бәрелде. Минең ғәйеп юҡ. ОСАГО договоры буйынса 110 мең һум түләнеләр. Әммә күрелгән зыяндың ысын хаҡы күпкә юғарыраҡ. Мин ҡайҙа мөрәжәғәт итеп һәм кемдән етмәгән аҡсаны ала алам?
Айнур, Өфө ҡалаһы.

— Был осраҡта түләнеп бөтмәгән аҡсаны һеҙ юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле кешенән генә түләтә алаһығыҙ. Әгәр ул үҙ теләге менән зыянды ҡаплауҙан баш тартһа, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Практикала бының кеүек осраҡтар йыш ҡына зыян күреүсе файҙаһына тамамлана. Тағы бер кәңәш: ялыусының талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн суд тәртибендә ғәйепленең милкенә, әйтәйек, автомобиленә, арест һалдырырға була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә