Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Яңауылдар яңылыҡҡа юл яра
6 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың “төньяҡ ҡапҡаһы” тип йөрөтөлгән Яңауыл районының бер нисә предприятиеһы менән яҡындан танышты, социаль объекттарҙа булды, халыҡ менән осрашты.

Башҡортостан башлығы энергия ресурстарын һаҡсыл тотоноу республика программаһына ярашлы яңыртылған 2-се ҡаҙанлыҡты ҡараны. 20 йыл элек сафҡа ингән объект ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, йылытҡыстар, электр үткәргестәр алмаштырылған. Ҡала йорттарының 60 процентын эҫе һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин иткән ҡаҙанлыҡ газды ла элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ сарыф итә. Һөҙөмтәлә йылына 7,5 миллион һум аҡса янда ҡаласаҡ, дөйөм алғанда, объектты яңыртыуға тотонолған аҡса алдағы ун йылда тулыһынса ҡапланасаҡ. Быға ҡарата үҙенең ыңғай ҡарашын белдереп, Рөстәм Хәмитов яҡын киләсәктә ҡаланың йылылыҡ селтәрҙәрен дә тәртипкә килтереүҙе бурыс итеп ҡуйҙы.
“Агрохолдинг “Кристалл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Яңауыл һөт заводы, һуңғы йылдарҙа продукция етештереү күләмен арттырыу менән бер рәттән, һатып алыусыларҙың ышанысын да яулай бара. Былтыр, мәҫәлән, предприятие, 6,3 мең тоннанан ашыу сеймал эшкәртеп, 35 тонна аҡ май, 214 тонна эремсек, 660 тоннанан ашыу һөт-ҡатыҡ ризыҡтары, 4 мең тонна пастеризацияланған, 71 тонна витамин ҡушылған һөт етештергән. Аҙыҡ-түлектең 40 проценты заводтың Өфөләге фирма магазиндарына, ҡалғаны Благовещен, Бөрө, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларына, Борай һәм Ҡалтасы райондарына оҙатыла, дауаханаларға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ебәрелә.
Продукцияһының юғары сифатын билдәләп, республика Президенты предприятиеның пландары менән ҡыҙыҡһынды. Етәкселәр әйтеүенсә, етештереү күләме артасаҡ. Әле сменаһына 25 тонна һөт ҡабул ителһә, йәй көндәрендә ул 30—35 тоннаға етәсәк. Май айында ике яңы цех асыу күҙаллана, эремсек етештереү һәм уны брикетлау буйынса яңы ҡорамалдар ҡуйыласаҡ, һуңыраҡ завод кондитер ашамлыҡтары сығарыуға тотонмаҡсы.
“Магнит” магазинында Рөстәм Хәмитов, республикала етештерелгән ризыҡтарҙың төрлөлөгөн баһалап, үҙебеҙҙә сығарылған аҙыҡ-түлектең аҙлығын билдәләне, был йәһәттән сауҙа селтәре етәкселеге менән тейешле һөйләшеү буласағын белдерҙе.
Өфөнөң “БНЗС” төҙөлөш фирмаһы сафҡа индергән “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексын республика Президенты ҡәнәғәтләнеү менән ҡараны. Был объектты яңауылдар оҙаҡ көттө. Ул төрлө сәбәптәр арҡаһында “һаҡаллы” төҙөлөшкә әйләнгәйне. 2011 йылда республика бюджетынан 73 миллион һум аҡса бүленеп, төҙөлөш декабрҙә башланған. Бөгөн баскетбол, волейбол, мини-футбол уйнарлыҡ ҙур залы, теннис майҙансығы, тренажер һәм бильярд залдары, хоккей ҡумтаһы, йүгереү юлдары булған комплекс спорт һөйөүселәргә ишектәрен асты.
Яңауыл лицейының утыҙ йыл эсендә шаҡтай иҫкергән бинаһы былтырғы ремонттан һуң танымаҫлыҡ булған. Бында бөтә нәмә яңынан эшләнгән: йылылыҡ, канализация, елләтеү, һыу һәм электр менән тәьмин итеү системалары заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйылған, кабинеттар компьютер менән йыһазландырылған. Бөгөн лицейҙа бер меңдән күберәк бала уҡый, шул иҫәптән райондың 12 ауылынан 40 уҡыусы интернатта йәшәп белем ала.
Президент компьютер класын ҡараны, уҡытыусыларға заманса технологияларҙы эштәрендә әүҙемерәк ҡулланырға тәҡдим итте. Педагогтар, үҙ сиратында, берҙәм мәктәп формаһын индереүҙе тулыһынса хуплауын белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов халыҡ менән дә аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Һуңынан республика Президенты 2012 йыл йомғаҡтарына һәм ағымдағы бурыстарға арналған кәңәшмә үткәрҙе.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ Яңауыл районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә