Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тормош йәме — хеҙмәттә
Тормош йәме — хеҙмәттәИр-атҡа ғына хас һөнәрҙәрҙе гүзәл заттың да атҡарыуы хәҙер — ғәҙәти күренеш. Һүҙем — дүрт тиҫтә йыл хоҡуҡ өлкәһендә ал-ял белмәй эшләп, бар булмышын халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған Рәшиҙә Шәйхелисламова хаҡында.

Рәшиҙә Усман ҡыҙы хеҙмәт юлын 1974 йылда баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе районындағы адвокаттар коллегияһында башлай. Үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарған йәш белгесте 1988 йылда Орджоникидзе район судына судья итеп ҡуялар, байтаҡ йыл лайыҡлы хеҙмәт иткәндән һуң 2000 йылда ошо уҡ судтың рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Әйткәндәй, Өфөлә ул — бындай яуаплы вазифаны биләүсе берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.
Хоҡуҡ өлкәһе айырыуса етдилек, теүәллек талап итә. Аҡыл менән эш итеү, сабырлыҡ, ябайлыҡ, саялыҡ, рух көсө һәм кешелеклелек кеүек сифаттар аша Рәшиҙә Усман ҡыҙы хеҙмәттәштәре араһында үҙенә ҡарата ышаныс, ихтирам уятҡан. Ул үҙ өлгөһө менән донъяла хәкиҡәт, камиллыҡ, ғәҙеллек тантанаһына өлгәшергә теләгәндәрҙе моратынан тайпылмаҫҡа илһамландыра.
Күп йылдар дауамындағы фиҙакәр хеҙмәте тейешле кимәлдә баһаланып килгән. “Рәсәй Федерацияһының суд системаһындағы ҡаҙаныштары өсөн” тигән миҙал менән бүләкләнгән, “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” исеменә эйә, маҡтау ҡағыҙҙары хаҡында әйтәһе лә түгел.
Күптән түгел Рәшиҙә Усман ҡыҙы тағы бер оло исемгә лайыҡ булды. Ул хәҙер — Орджоникидзе районының Почетлы гражданы. Район хакимиәте башлығы Мәхмүт Бикбулатов, абруйлы судьяны ҡотлап, махсус диплом, алтын менән нағышланған таҫма һәм түшкә таҡмалы билдә менән бүләкләне.
Рәшиҙә Усман ҡыҙы Судьялар берләшмәһе эшендә әүҙем ҡатнаша, республикабыҙҙың Судьялар советы ағзаһы ла. Орджоникидзе район суды урынлашҡан бина, әйткәндәй, уның хәстәре менән төҙөкләндерелгәйне.
Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ — ғаилә тотҡаһы. Өйҙөң күркен һаҡлау, балаларҙы үҫтереү, донъяны балҡытып тотоу өсөн гүзәл заттан ихтыяр көсө, өлгөрлөк, иплелек, сабырлыҡ талап ителә. Рәшиҙә Усман ҡыҙының ғаиләһе иһә һәр яҡлап та өлгө алырлыҡ. Уның тормош иптәше, балалары араһында булған йылы мөнәсәбәт үҙе һоҡланыуға лайыҡ.
— Кеше ниндәй генә вазифала эшләмәһен, иң мөһиме — алтын урталыҡты юғалтмау. Ғаилә — ышаныслы тыл, тирә-яҡтағы ығы-зығынан арыныр, йән тыныслығы табыр, көс туплар урын. Өйҙә гүзәл зат хәстәрлекле әсә һәм ҡатын булып ҡала, — ти Рәшиҙә Усман ҡыҙы, мөләйем йылмайып.
Улы менән ҡыҙы ла әсәләре юлын һайлаған — хоҡуҡ белгестәре. Әйткәндәй, был өлкәлә хеҙмәт итеүселәр династияһында улар дүртенсе быуын икән. Хәҙер инде матур ғаилә ҡороп, үҙаллы донъя көтәләр.
“Эште ихлас һөйһә генә кеше бәхетле була” тигән ҡасандыр бер аҡыл эйәһе. Эйе, хаҡ һүҙҙәр, сөнки тормош йәме, ысынлап та, хеҙмәттә.


Автор: Диана ХӘБИБУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә