Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Милкегеҙҙе дөрөҫ һатығыҙ

— Атайымдың ер участкаһы бар ине, уны ағайым менән икебеҙгә мираҫ итеп ҡалдырҙы. Уға икебеҙҙең дә хоҡуҡтарыбыҙ тиң. Әле ағайым сит төбәккә күсеп китергә һәм үҙенең өлөшөн һатырға уйлай. Уның бындай хоҡуғы бармы? Әгәр бар икән, мин уға нисек ҡаршы тора алам? Бер ер участкаһын сит кешеләр менән уртаҡлашҡы килмәй...
Юнир.
Ҡырмыҫҡалы районы.

— Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 244-се статьяһына ярашлы, ике йәки унан да күберәк кешеләрҙең милкендә булған мөлкәт уларға дөйөм милек хоҡуғы буйынса тейеш. Дөйөм өлөшләтә милек менән дөйөм уртаҡ милек тигән мәғәнәләр бар. Улар бер-береһенән айырыла. Өлөшләтә милек булғанда һәр кемдең өлөшө аныҡ билдәләнә, ә уртаҡ милек осрағында ундай өлөштәр күрһәтелмәй. Дөйөм милек, ғәҙәттә, һәр ваҡыт өлөшләтә милек булып иҫәпләнә. Ҡайһы бер закон менән ҡаралған осраҡтарҙа ул, уртаҡ милек булған хәлдә лә, яҡтарҙың килешеүе буйынса өлөшләтә милеккә әйләндерелергә тейеш. Дөйөм өлөшләтә милек булған осраҡта, һәр яҡтың өлөшө закон менән йәки яҡтарҙың килешеүе буйынса билдәләнә. Әгәр былар булмаһа, өлөштәр уртаҡ тип һаналасаҡ.
Өлөшләтә милектәге мөлкәт менән файҙаланыу бөтә милекселәрҙең килешеүе буйынса алып барыла. Һәр кем үҙенең өлөшөн һата йәки бүләк итә ала. Әммә башҡа милекселәрҙең уны һатып алыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуғы бар. Был түбәндәге юл менән тормошҡа ашырыла. Үҙ өлөшөн һатырға теләгән кеше яҙма рәүештә башҡа милекселәргә белдереү ебәрә. Унда үҙенең өлөшөн һатырға теләүен, уның хаҡын һәм башҡа шарттарҙы билдәләй. Әгәр дөйөм өлөшләтә милектә ҡатнашыусы башҡалар билдәле ваҡыт эсендә һатыусының өлөшөн алмай икән, ул уны теләһә кемгә һатып ебәрергә хоҡуҡлы. Күсемһеҙ милек осрағында уйлау өсөн бер ай ваҡыт бирелә. Әгәр һатыусы был теләге тураһында башҡаларға әйтмәй генә икенсе кешегә һатып ебәрһә, улар өс ай эсендә судҡа мөрәжәғәт итеп милекте ҡайтарып биреүен талап итә ала. Өҫтөнлөклө һатып алыу хоҡуғы мөлкәт бушлай бирелгәндә йәки асыҡ алыш-биреш аша һатылған осраҡта ҡулланылмай.

Яуаплылыҡ —һеҙҙең өҫтә

— Минең яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтем бар. Лизинг шарттарында предприятие өсөн еңел автомобиль алдыҡ. Был автомобилдә үҙем йөрөнөм. Яңыраҡ аварияға эләктем, мине ғәйепле тип таптылар. Проблема шунда: ОСАГО-ның ваҡыты сыҡҡан. Килтерелгән зыян өсөн кем аҡса түләргә тейеш: шофер булараҡ минме, әллә автомобилдең милексеһе булған лизинг компанияһымы?
Айнур.
Нуриман районы.

— Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1079-сы статьяһына ярашлы, зыянды юғары хәүеф сығанағына (был осраҡта — автомобиль) милек хоҡуғында, хужалыҡ кәрәк-ярағы өсөн йәки оператив идара хоҡуғында һәм бүтән законлы нигеҙҙә (ҡуртымға алыусы булараҡ, транспорт сараһына идара итеү хоҡуғы биреүсе ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә һәм башҡалар) эйә булған граждан йәки юридик шәхес ҡапларға тейеш. Һеҙҙең хатта әйтелеүенсә, автомобиль лизинг килешеүе нигеҙендә законлы рәүештә һеҙгә тапшырылған (финанс ҡуртымы). Шулай булғас, яуаплылыҡ һеҙҙең предприятиеға һалына. Зыянды йәмғиәтегеҙ иҫәбенән түләргә тура киләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә