Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Беҙҙең еңеүҙәр алда!
Беҙҙең еңеүҙәр алда!Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарына республика Хөкүмәтенең 2012 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет тәҡдим итте.

Йылдағыса, республиканың башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәтен, социаль-мәҙәни өлкәһен үҫтереүгә, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Рөстәм Хәмитов һәр тармаҡҡа айырым туҡталды һәм анализ яһаны, аҙаҡ депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Рөстәм Зәки улы журналистар менән дә аралашты.
— Һеҙ республика тормошоноң төрлө яғын сағылдырған отчет менән сығыш яһанығыҙ. Һеҙгә, Президент булараҡ, уларҙың ҡайһыһы иң мөһиме? — тип ҡыҙыҡһындылар төбәк етәксеһенән тәүҙә.
— Был хаҡта күп әйткәнем бар: иң мөһиме — былтыр Башҡортостанда 59 мең сабый донъяға килде! Бик яҡшы һан, 1991 йылдан алып иң юғары күрһәткес ул. Кешеләр артһа, республика ла, ил дә йәшәйәсәк. Был йәһәттән туҡтарға ярамай, киләһе йылға маҡсатыбыҙ — 60 мең бала тыуыуына өлгәшеү. 2013 йыл шәп кенә башлана, байтаҡ район һәм ҡалала тыуымдың әле үк артыуы күҙәтелә. Тимәк, балалар баҡсалары, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр проблемаларын хәл итергә кәрәк. Ярҙам буласаҡ. Сабыйҙар күберәк тыуа, тимәк, кеше матур киләсәккә, дәүләт хәстәрлегенә ышана, — тине Президент.
Журналистар, форсаттан файҙаланып, Рөстәм Хәмитовтың “Салауат Юлаев” хоккей командаһының плей-офта еңелеүенә ҡарата фекерен дә белешергә ашыҡты.
— Көйәрмәндәр өсөн күңелһеҙ төн булды, әлбиттә. Әммә, икенсе яҡтан, спортсыларға, тренерҙарға дәғүә белдерерлек түгел. Команда ихтыяр көсөн, оҫталығын күрһәтте, үкенескә ҡаршы, саҡ ҡына уңыш йылмайманы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был — спорт, унда төрлөһө булыуы мөмкин. Хоккейсыларға, тренерҙарға, бағыусыларға һәм көйәрмәндәргә рәхмәт әйтәм. “Салауат Юлаев” — яҡшы команда, быны бөтәһе лә белә, артабан да көйәсәкбеҙ, уңыштар теләйбеҙ. Иң ҙур еңеүҙәр — алда. Мин быға ышанам һәм шулай буласаҡ та!
Отчеттан билдәле булыуынса, федераль бюджетҡа һалым күсереү артҡандан-арта. Былтыр республика илдең бюджет системаһына 440 миллиард һум аҡса йүнәлткән, был, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 16 процентҡа күберәк. Хәбәрселәр һалым сәйәсәтен яңынан ҡарау мөмкинлеге тураһында һорашты.
— Тупланғандың ҙур өлөшө республикала ҡалһын ине. Был хаҡта илдең Финанс министрлығына ла, Хөкүмәткә лә әйтәбеҙ. Федерализм нигеҙенә ҡайтыу мәсьәләһен күтәреү мөһим. Республиканың вәкәләттәре күберәк булырға тейеш. Аҡса ғына түгел, контроль-күҙәтеү, ресурстарға идара итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү, эш хаҡы һәм башҡа йәһәттән дә. Бөгөн вәкәләттәр күп түгел, быны аңлайбыҙ һәм шым ултырмайбыҙ. 2013 йылға күрһәткесте яҡшыртып булыр, тип ышанабыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
(Отчет тураһында ентеклерәк мәҡәлә гәзиттең киләһе һандарында буласаҡ).

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:
— Мәғлүмәт дөрөҫ, логик яҡтан эҙмә-эҙлекле бирелде, ул беҙҙең Президент тарафынан һуңғы йылдарҙа тормошҡа ашырылған башланғыстарға нигеҙләнгән. Республика алдында торған һәм Хөкүмәт хәл итергә тейеш бурыстарға айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтер инем. Тәү сиратта хеҙмәт хаҡын күтәреү, мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, балалар баҡсалары төҙөү, инновациялы иҡтисадты үҫтереү, заманса предприятиелар төҙөү хаҡында һүҙ бара. Улар уйланған, өҫтөнлөклө, тормошҡа ашырыу юлдары ла билдәләнгән.
Депутаттарға башҡарма власть менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһим. Был йәһәттән дә Президенттың фекере дөрөҫ: күп закондар ҙур һөҙөмтә бирмәй, сөнки министрлыҡтар әҙерләргә тейешле акттар юҡ. Шул сәбәпле күп закондар “йоҡлай”, тормошҡа ашырылмай.


Автор: Әлфиә ӘЙҮПОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә