Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юлдар беҙҙе таныштыра, табыштыра
Юлдар беҙҙе таныштыра, табыштыраӨфөлә социаль туризм мәсьәләләре буйынса I Бөтә Рәсәй йыйыны үтә
Ил күләмендәге бындай киң ҡоласлы, мәртәбәле йыйындың Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үтеүе ғәжәп тә түгел. Үҙенсәлекле тәбиғәт байлыҡтары, тарихи ҡомартҡылары, 100-ҙән ашыу милләттең ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларын һаҡлап йәшәүе, донъя кимәлендә танылыу яулаған шифаханалары туризмды ойоштороу буйынса тап ошондай тәрән фекер алышыуға яңы юл аса.
Республика биләмәһендә 300-ҙән ашыу карстлы (тау тоҡомдарының һыуға иреп, ҡыуышлыҡ яһалыуы менән бәйле күренеш) мәмерйә, 600-ҙән ашыу йылға, өс дәүләт заповеднигы, милли тәбиғәт паркы, 4500-ҙән ашыу тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булыуы үҙе үк туризмды үҫтереүгә яҡшы нигеҙ. Шүлгәнташ Көнсығыш Европала таш быуат яҙмалары һаҡланған берҙән-бер мәмерйә булһа, Ирәмәл — Көньяҡ Уралда ҙурлығы буйынса икенсе урында. Ҡасандыр океан шаулаған ерҙә һаҡланған шихандар, ғәжәйеп Мораҙым тарлауығы — һанап бөтөрөрлөкмө ни беҙҙәге тәбиғәт мөғжизәләрен!
Ошо гүзәл тәбиғәт ҡосағында йәшәп тә, уның хозурлыҡтарын күреү бәхетенән төрлө сәбәптәр арҡаһында мәхрүм булыу ғына күптәрҙең күңелен ҡырып килде. Шуға күрә быйыл апрель айында Башҡортостан Президенты тарафынан социаль туризмды үҫтереү программаһы эшләнеүе һәм ҡабул ителеүе хеҙмәт һәм һуғыш ветерандарында, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуына икеләнеүселәр ҙә булды, әлбиттә. Республика бюджетынан 37 миллион һумға яҡын аҡса бүленеүе, өс меңдән ашыу пенсионер һәм инвалидтың республиканың иҫтәлекле урындарына сәйәхәттәрҙән тыш, Рәсәйҙең ҙур ҡалаларына, сит ҡитғаларға сәфәр сығыуы хыялдарҙың тормошҡа ашыуын раҫланы.
Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Радьков үҙенең сығышында илдә беренсе булып социаль туризмды үҫтереүгә башланғыс һалған һәм бөгөнгө ҙур сараны яҡшы кимәлдә ойошторған Башҡортостан етәкселегенә ихтирамын белдерҙе һәм был йәһәттән республиканың ресурстарын юғары баһаланы.
— БМО-ның Бөтә донъя туристик ойошмаһы эксперттары фекеренсә, Рәсәй — донъялағы иң ҙур туристик ҡеүәткә эйә булған тәүге биш ил иҫәбендә, — тине ул. — Туризм — социаль әһәмиәтле, юғары табышлы һәм халыҡтың тормош сифатына ыңғай йоғонто яһаусы, яңы эш урындары, яҡшы юлдар, күркәм ҡунаҡханалар барлыҡҡа килтереүсе мөһим тармаҡ. Быйыл 2011–2018 йылдарға иҫәпләнгән “Рәсәй Федерацияһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” Федераль маҡсатлы программа ҡабул итеүебеҙ ошо йүнәлештә уңышлы аҙым. Ил тарихында тәү тапҡыр мөмкинлектәребеҙҙе файҙаланыуға, заманса, конкуренцияға һәләтле тармаҡты үҫтереүгә ҙур күләмдә средстволар һаласаҡбыҙ.
Программаны тормошҡа ашырыу барышында 332 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана. Ошо ҙур һандар эргәһендә пенсионерҙың, аҙ килемле кешенең, инвалидтың ял итеү мөмкинлеге лә кесерәйеп ҡалмаясағына, киреһенсә, донъя гиҙеү, тыуған яҡ хозурлығы менән кинәнеү һәр кемдең ҡулынан килерлек шөғөл булыуына ла баҫым яһаны Мәскәү ҡунағы.
Бөтә донъя туристик ойошмаһына ҡушылыусы ағзалар менән эшләү программаһы директоры Хавьер Бланко, Рәсәй Оборона министрлығының шифахана-курорт менән тәьмин итеү буйынса департамент директоры Елена Чуфырева ла мөһим йыйындың ойоштороу кимәленән ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов социаль туризм буйынса беренсе тапҡыр үткәрелгән йыйынға килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡотлап, уның власть вәкилдәре һәм тармаҡ белгестәре өсөн ошо өлкәне үҫтереүҙең яңы формаларын эҙләүҙә асыҡ майҙан булыуына ышаныс белдерҙе, яҡшы башланғысты, байтаҡ ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, республикала артабан да дауам иттереү, сәйәхәтселәр һанын икеләтә арттырыу, балалар туризмын ойоштороу уйы менән уртаҡлашты.
Форум барышында Туризм буйынса федераль агентлыҡ һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4