Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ишембай иҡтисадына яңы нигеҙ һалынасаҡ
Ишембай иҡтисадына яңы нигеҙ һалынасаҡШәмбе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ишембай ҡалаһында булып, унда иҡтисад һәм социаль объекттар менән танышты.

Иң тәүҙә Ишембай махсус химик катализаторҙар заводын ҡаранылар. Бында нефтте эшкәртеү ваҡытында ҡулланыла торған “Октифайн” катализаторы етештерелә. Әйтергә кәрәк, заводта был эш башланғансы илдең барлыҡ нефть эшкәртеү предприятиелары Америкала етештерелгән катализаторҙы файҙаланған. Бөгөн заводтың ҡәүәте шул тиклем ҙур, ул тауар менән Рәсәйҙе генә түгел, сит илдәрҙе лә тәьмин итә ала.
Былтыр завод 328 миллион һумлыҡ тауар сығарған. Әммә предприятиеның етештереү ҡеүәте тулы кимәлдә эшләмәй. Бөгөн төп маҡсат — тауарҙы һатыу баҙарын киңәйтеү. Президент завод менән ентекле танышып, проблемалар тураһында ла белеште.
Рөстәм Хәмитов барған тағы бер завод — “ИНМАН” (Ишембай нефть манипуляторҙары) ябыҡ акционерҙар йәмғиәте булды. Бында төрлө ауырлыҡтағы йөктәрҙе күтәрә алған гидроманипулятор эшләйҙәр. Айына 80 миллион һумлыҡ тауар етештерәләр, ул Рәсәй һәм БДБ илдәренә һатыла.
Президент предприятиеның яңы тауарҙары менән танышты, заводтың генераль директоры Евгений Киселев менән аралашты. Етәксе әңгәмә барышында пландары менән уртаҡлашты, оҙаҡламай бында яңы етештереү майҙаны төҙөләсәк.
Сәфәр барышында Президент социаль өлкәгә лә иғтибар бирҙе. Ул капиталь ремонттан һуң асылған “Аист” балалар баҡсаһында булды. Бында һау балалар менән бергә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәре лә тәрбиәләнә. Ремонт бик сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — ярты йылда башҡарылған. Әле дүрт төркөм эшләй, дүшәмбенән тағы өсәү асыласаҡ. Ул 220 балаға иҫәпләнгән.
Учреждениеның тағы бер үҙенсәлеге — бында йәш ата-әсә мәктәбе эшләй. Психолог баланы таныш булмаған мөхиткә әҙерләргә өйрәтә, балалар менән ата-әсәләр өсөн дөйөм ижади эштәр ҡушыла. Рөстәм Зәки улы шундай осрашыуҙың береһенең шаһиты булды. Президент ата-әсәләр менән аралашты, Ишембайҙың алдынғы ҡалаларҙың береһе булыуын һәм балалар баҡсаһына сират юҡлығын билдәләне.
Рөстәм Хәмитов Ишембай үҙәк дауаханаһына ла һуғылып китте. Бында 60 урынлыҡ бала табыу йорто төҙөү тураһында һүҙ барҙы. Ҡалаға бындай яңы дауахана электән кәрәк, сөнки булғаны әллә ҡасан иҫкергән, ә тыуым күрһәткестәре артҡандан-арта бара. Әйтеүҙәренсә, былтыр ғәмәлдәге бала табыу йортонда 927 сабый тыуһа, быйыл ике ай эсендә был һан 200-гә еткән.
Эш сәфәре һуңында Рөстәм Хәмитов район Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Ишембай предприятиелары һәм бюджет ойошмалары етәкселәре менән төплө осрашыу үткәрҙе. Рөстәм Зәки улы районды “500 ферма” программаһына әүҙемерәк ҡушылырға саҡырҙы. Былтыр был программа сиктәрендә 70 яңы ферма төҙөлһә, быйыл тағы 120 планлаштырылған. Игенселекте үҫтереү ҙә, Президент фекеренсә, өҫтөнлөклө бурыс.
— Иген бик кәрәк. Теләһә ниндәй һауа шарттарында ла республика өс миллион тонна иген йыйырға тейеш. Беҙгә үҙебеҙгә ике миллион тонна етә, ҡалғанын һатырға мөмкин, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әлегә беҙ ошолай эшләй белмәйбеҙ. Техника, технология, фән — бөтәһе лә бар, әммә һауа шарттарына һылтанып ултырабыҙ. Улай ярамай.
Ишембайҙар районда тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарына ла ҙур өмөт бағлай.
— Беҙ бында өс-дүрт бик ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашыр тип көтәбеҙ. Улар Ишембай иҡтисадының нигеҙен булдырасаҡ, — тине Президент.
Йыйылышта шулай уҡ туризм, социаль өлкәне үҫтереү, демография проблемалары һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.


Автор: Ә. ИЛДУСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә