Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Шойгуға тәтегән "мираҫ" көнләшерлек түгел
Шойгуға тәтегән "мираҫ" көнләшерлек түгелКүптән түгел Өфө ҡалаһының хәрби гарнизон судында полковник Сергей Рябов менән рядовой Сергей Деняевҡа хөкөм ҡарары сығарылды. Улар Иглин районының Урман ҡасабаһы эргәһендәге хәрби арсеналдың шартлауында ғәйепле тип табылғайны. Суд барышында офицер ҙа, һалдат та үҙ ғәйебен тулыһынса таныны һәм зыян күргәндәрҙән, Урман ҡасабаһы халҡынан ғәфү үтенде. Хөкөмдарҙарҙың эше биш сәғәт дауам итте, һөҙөмтәлә Сергей Рябовҡа – 35, рядовой Сергей Деняевҡа 10 мең һум күләмендә аҡсалата штраф билдәләнде. Суд ҡарарын инҡар итеү урынһыҙ булһа ла, йәмәғәтселектә был хәл бәхәс тыуҙырҙы.

Шунһыҙ мөмкин дә түгел һымаҡ, сөнки шартлау мәлендә зыян күргәндәргә республика ҡаҙнаһынан бүленгән ярҙам күләме миллиондарса һум тәшкил итә. Ә бына Рәсәйҙең Оборона министрлығы һаман үҙ бурысын ҡайтарырға ашыҡмай. Хәйер, элекке етәксеһе Анатолий Сердюков мәлендә был министрлыҡтағы коррупция күләме миллиардтарса һумға барып баҫҡайны. Ул хәтлем баш-баштаҡлыҡ хөкөм һөргән ерҙә, Башҡортостандың Иглин районындағы Урман ауылы ҡайғыһы бармы икән?
Нисек кенә булмаһын, сәйәси аналитиктар билдәләүенсә, Анатолий Сердюковтың бар бәләһе ошо Урмандан башланған. Күптәрҙе тетрәткән ғәҙәттән тыш хәл ҡасаба халҡына ҙур юғалтыу алып килде. Йорттар ер менән тигеҙләнде, янды, зыян күрҙе. Ниндәйҙер мөғжизә менән генә ҡорбандар булманы. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә 37 миллион һум аҡса бүленде. Бынан тыш, торлаҡ төҙөүгә 64,5 миллион һумлыҡ 53 сертификат бирелде. Ҡасабала теркәлгән 2,1 мең кешенең 1165-е аҡсалата компенсация алды. Был эштең барыһы ла Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан бүленгән сығымдар иҫәбенә башҡарылды.
Бер нисә көн үтеүгә, Урмандағы кеүек үк шартлау Удмурт Республикаһының Пугачев ауылы эргәһендәге хәрби келәттә лә яңғыраны. Көҙ Ырымбур ҡалаһы янындағы полигонда тағы ике мең тонна хәрби ҡорал шартланы. Һәләкәттәр теҙмәһе халыҡ өсөн ғәҙәттән тыш хәл булһа ла, сәйәси аналитиктар уның бер ҙә юҡтан түгеллегенә ишаралай. Бары тик йылдар буйы йыйылып килгән проблемаларҙың шартлауы тип баһалаусылар ҙа бар, сөнки Сердюков етәкселек итә башлау менән Оборона министрлығында тәртип бөткән, был иһә үҙ сиратында хәрбиҙәргә лә йоғонто яһамай ҡалмаған. Шуға ла белгестәр шартлауҙа ябай һалдаттарҙы ла, офицерҙарҙы ла ғәйепләмәй. Улар бар бәләне элекке министр Анатолий Сердюковҡа япһара.
Сер түгел: быға тиклем хәрби структурала ни бары бер йыл ғына булған, алыпһатарлыҡ менән шөғөлләнгән Сердюковтың оборона министры вазифаһына үрләтелеүе күптәрҙе аптыратҡайны. Тармаҡты белмәһә лә, министр үҙгәртеп ҡороуға тотондо. Һөҙөмтәлә армиянан 150 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр ҡыҫҡартылды. Хәрби ветерандар, мәҫәлән, уның реформаларынан бөтөнләй риза түгел.
Үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә частар Хәрби-Һауа көстәрендә һәм Хәрби-Диңгеҙ флотында — ике, стратегик йүнәлештәге Ракета ғәскәрҙәрендә өс тапҡырға кәмегән, Хәрби-Һауа көстәре 20 процентҡа ҡыҫҡартылған. Иң күп зыян Ҡоро ер ғәскәрҙәре иңенә төшкән. Көслө армия дивизиялары бөтөрөлдө. Дөйөм алғанда, Сердюковтың реформаһы һөҙөмтәһендә һалдаттар һәм техника һаны күпкә кәмене. Хәрби юғары уҡыу йорттары, академиялар, тикшеренеү базалары һәм полигондар ябыла. Һуңғы бер нисә йылда хәрби училищеларға ҡабул итеү бөтөнләй ойошторолмай. Быларҙың барыһы ла яҡын киләсәктә армияның көсһөҙләнеүенә алып киләсәк, тип билдәләй ошо өлкә белгестәре.
Анатолий Сердюков мәлендә министрлыҡта булған коррупцияға бәйле енәйәт эштәрен Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты өйрәнә. Шулай ҙа аҡса "йыуыу" схемаһы күптән билдәле: ҡиммәтле техника, йыһаздар, ерҙәр ҡағыҙҙағы хаҡынан күпкә ҡыйбатҡа алынған. Сифат, хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеге тураһында уйлаусы ла булмаған. Енәйәттәрҙең барыһын да һанап китеү маҡсат түгел, шуға уларға айырым туҡталып тормайыҡ. Тик бер һорау борсой: хәрби арсеналдарҙа бер-бер артлы яңғыраған шартлауҙар эҙ яҙҙырыу өсөн булманымы икән? Хәрби припастарҙы ситкә һатыу схемаһы донъяла күптән эшләй бит. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек Украинаның Оборона министрлығындағы ҡайһы бер генералдар Днепропетровск өлкәһендәге хәрби келәттәрҙә махсус шартлау ойошторған. Был һуңынан тәфтиш органдарына билдәле булған, ғәйеплеләр үҙ язаһын алған.
Фажиғәгә япһарып иҫәптән төшөрөлгән ҡорал һуңынан Африка илдәренең береһендә килеп сыҡҡан. Ә Рәсәй келәттәренән "осҡан" ҡоралдарҙы ҡасан һәм ҡайҙа осратырбыҙ икән? Быныһы әлегә билдәһеҙ, Рәсәй Оборона министрлығындағы баш-баштаҡлыҡтарҙың осона ла тиҙ генә сығырлыҡ түгел.
Оборона министрлығы ярыҡ ялғаш эргәһендә ултырып ҡалғас, ил Президенты Владимир Путин теҙгенде 20 йылдан ашыу ғәҙәттән тыш хәлдәр министры вазифаһын башҡарған Сергей Шойгуға тотторҙо. Хәрбиҙәр был үҙгәреште хуплап ҡабул итте. Ошо көндәрҙә Рәсәй Оборона министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында Владимир Путин яңы министрға бурыстар ҡуйҙы. 2014 йылға тиклем армия тулыһынса йыһазландырылырға тейеш, тип билдәләне ил етәксеһе.
Сергей Шойгу иһә Сердюков заманында башланған хәрби реформанан тулыһынса баш тартырға йыйынмауын белдерҙе. "Етешһеҙлектәр бар, уларҙы тиҙ арала бөтөрәсәкбеҙ", – тип билдәләне ул. Бынан тыш, армияға прапорщиктар һәм мичмандар институтын ҡайтарыу кәрәклеген дә телгә алды. Ҡоро ер ғәскәрҙәре, Хәрби-Һауа көстәре һәм Хәрби Диңгеҙ флоты штаты ла ике-өс тапҡырға арттырыласаҡ.
Коррупция солғап алған министрлыҡҡа Сергей Шойгу етәкселек итә башлау менән армияла хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип өмөтләнә халыҡ. Бынан тыш, шартлау мәлендә зыян күргән төбәктәр ҙә уға ышана, сөнки Башҡортостанда ғына зыян күргәндәрҙе иғтибарҙан, хәстәрлектән ситтә ҡалдырманылар: йортһоҙҙарға шунда уҡ фатир бирелде, емерелмәгән өйҙәр төҙөкләндерелде, матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе лә тиҙ арала хәл ителде. Башҡа төбәктәрҙә иһә зыян күреүселәр һаман да бер ниндәй ярҙам ала алмай һәм исем өсөн башҡарылған төҙөкләндереү эшенән риза түгел.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды 13.03.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды...

Тотош уҡырға 2

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде 13.03.2026 // Сәйәсәт

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ......

Тотош уҡырға 2

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк 12.03.2026 // Сәйәсәт

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше ......

Тотош уҡырға 2

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде 11.03.2026 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп Илдар ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла 11.03.2026 // Сәйәсәт

12 мартты Башҡортостандың Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан итергә тигән ......

Тотош уҡырға 2

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы 10.03.2026 // Сәйәсәт

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде 10.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде 04.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе 24.02.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе 24.02.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә 24 февралдә махсус ......

Тотош уҡырға 3

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды 24.02.2026 // Сәйәсәт

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды...

Тотош уҡырға 3


  1. Батырхан
    Батырхан от 16.03.2013, 15:09
    Лилиә , бик матур мәҡәлә был! Төплө яҙылған.Проблеманы яҡшы белеүегеҙ күҙгә ташлана.Аңлайышлы,ябай тел менән бәйән ителгән.Ошо теманы киләсәктә лә уңышлы дауам итеүегеҙҙе теләйем.Сирияны яҡшы белгән кеше табып, һорашып, берәй материал әҙерләй алмаҫһығыҙмы?

Комментарий өҫтәргә