Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ә бер йыл элек хәл башҡаса ине
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кисә Салауат ҡалаһындағы ҡайһы бер етештереү һәм социаль объекттарҙа булды, шулай уҡ ҡала Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, предприятиелар, бюджет учреждениелары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе.

“Салауатбыяла” йәмғиәте предприятиеһында төбәк башлығы яңы быяла етештереү линияһын ҡарап сыҡты. Был төр быяла механик яҡтан ныҡлы, ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлай. Уны етештергәндә уға 11 ҡатлам һалына.
“Газпром нефтехим Салауат” заводында Башҡортостан Президенты нефтте һауа ярҙамында вакуумлы ҡыуыу ҡорамалының эше менән танышты. Ул йылына 6 миллион тонна продукция сығарыу ҡеүәтенә эйә, бензин, кәрәсин, дизель фракциялары, гудрон, шулай уҡ углеводородлы шыйыҡ сеймал алыу маҡсатында нефть эшкәртеү өсөн тәғәйенләнә. 2015 йылда йәмғиәт акрил кислотаһы һәм бутилакрилат етештерә башларға ниәтләй.
Рөстәм Хәмитов ҡорамалды монтажлау, көйләү эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Предприятиеның башҡарма директоры Айрат Кәримов әйтеүенсә, проектлағанда, сафҡа индергәндә әллә ни ҙур етешһеҙлектәр булмаған.
Салауатта Башҡортостан Президенты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше менән дә ҡыҙыҡһынды. “Автомаркет” үҙәгендә уны Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү үҙәген ойоштороу проекты менән таныштырҙылар. Документтың маҡсаты — ҡалала яңы бәләкәй предприятиелар асыуға, эш башлауҙа булышлыҡ итеү.
Артабан Рөстәм Хәмитов 18-се балалар баҡсаһында булды. Бында капиталь реконструкциянан һуң яңы корпус асылған. Артабан төбәк башлығы яңыртылған “Алмас” физкультура-һауыҡтырыу комплексына юлланды.
— Бер йыл элек был урында емереклектәр генә ине, — тине Рөстәм Хәмитов бассейн асыу тантанаһында. Бассейн Башҡортостан Президенты башланғысы менән төҙөкләндерелде. Был эшкә республика ҡаҙнаһынан 93,6 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Ҡоролма ярты йыл эсендә төҙөлдө.
Ошо сараларҙан һуң республика етәксеһе ҡала Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, предприятиелар һәм бюджет учреждениелары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә