Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Нотариус ярҙамға килер

— Мин ауылда йәшәйем. Атайым вафат булғас, өйөбөҙҙө әсәйем үҙ исеменә рәсмиләштерергә тейеш ине. Әммә ул быны эшләп өлгөрмәне, бер ни тиклем ваҡыттан вафат булды. Әле йорт бер кемдең дә исеменә яҙылмаған, ә мин — хужаларҙың берҙән-бер улы. Хәҙер торлаҡты үҙ милкемә күсертә аламмы? Бының өсөн нимә эшләргә?
Рәшит, Әбйәлил районы.

— Һеҙгә әсәйегеҙ йәшәгән һуңғы урын буйынса нотариусҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡануниәттә мираҫты ҡабул итеп алыу өсөн алты ай ваҡыт билдәләнгән, ошо осорҙа нотариусҡа ғариза яҙып өлгөрөү хәйерле. Әгәр быны ярты йыл эсендә эшләмәһәгеҙ, һеҙҙе мираҫтан баш тартҡан тип иҫәпләйәсәктәр. Киреһен суд аша дәлилләргә тура килер.
Нотариусҡа атай-әсәйегеҙҙең үлем тураһындағы, үҙегеҙҙең тыуыу тураһындағы (өй хужаһының балаһы булыуығыҙҙы дәлилләү өсөн) һәм атай-әсәйегеҙҙең никах тураһындағы таныҡлыҡтарын алып барығыҙ. Бынан тыш, йортҡа һәм ул биләгән ер участкаһына документтарығыҙҙы ла онотмағыҙ: өйҙөң атай-әсәйегеҙҙеке икәнлеген дәлилләүсе хоҡуҡи документтар һәм техник, кадастр паспорттары кәрәк.

Бала мәнфәғәте — төп урында

— Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ике бүлмәле фатирыбыҙҙы дүрт өлөшкә бүлеп, минең, ҡатынымдың һәм ике балабыҙҙың исеменә хосусилаштырҙыҡ. Хәҙер бер генә милексене (үҙемде) ҡалдырырға ине иҫәп. Быны нисек итеп эшләргә? Фатирҙа балаларҙың да өлөшө булыуы ауырлыҡ тыуҙырмаҫмы?
Рим, Өфө ҡалаһы.

— Был һорауға яуап бирер алдынан балаларығыҙға нисә йәш икәнлеген белергә кәрәк. Әгәр улар әле бәлиғ булмаған икән, мәсьәләлә ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге ҡануниәтте күҙәтеүсе дәүләт органы — хакимиәт ҡарамағындағы опека һәм попечителлек бүлектәре. Бәлиғ булмаған балалар менән ниндәйҙер килешеү төҙөлгән саҡта, шул иҫәптән уларҙы милектән ситләштереү осрағында тап ошо органдан рөхсәт алыу мотлаҡ. Ә был еңел түгел. Һеҙгә баланың хоҡуҡтары боҙолмауын дәлилләү кәрәк. Бының өсөн балаларығыҙҙы шундай уҡ торлаҡ майҙаны менән тәьмин итергә йәки уларҙың өлөшөн һатҡандан килгән аҡсаны банктағы иҫәпкө һалып ҡуйырға тейешһегеҙ.
Әгәр ҙә балаларығыҙ бәлиғ булһа, бер ауырлыҡ та юҡ, сөнки улар милкен үҙ белдеге буйынса ҡуллана ала. Балалар исемендәге милек менән килеп сыҡҡан барлыҡ проблеманы ла хәл итергә була. Артабан ниндәй ҙә булһа аҙым яһар алдынан юрисҡа мөрәжәғәт итегеҙ, ул, айырым осраҡҡа ҡарап, хәл итеүҙең дөрөҫ юлдарын өйрәтәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 3

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә