Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: "Төп маҡсат — асыҡлау һәм иҫкәртеү"
Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: "Төп маҡсат — асыҡлау һәм иҫкәртеү"Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы мәктәп уҡыусыларының наркотик ҡулланыу-ҡулланмауын асыҡлау маҡсатында ирекле тест үткәреү тураһындағы законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Документ шулай уҡ социаль-психологик тесты һәм медицина тикшереүҙәрен ғәмәлгә индереүҙе күҙаллай. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы, халыҡтың, ҡатын-ҡыҙҙың һәм балаларҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләләре буйынса ярҙамсы комитет рәйесе, медицина фәндәре докторы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА яңы ҡанундың нисек эшләргә тейешлеге хаҡында һөйләне.

— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, уҡыусыларға наркотик ҡулланыу-ҡулланмау йәһәтенән ирекле тест үткәреү мәсьәләһе йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Һеҙҙеңсә, бындай закон проектын эшләү нимәгә бәйле?
— Иң элек "Наркотиктарҙы һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы федераль закон проектының беренсе уҡыуҙа ҡабул ителеүен билдәләргә кәрәк. Уны Дәүләт Думаһының бөтә фракциялары ла хупланы. Закон проектын эшләүҙең тәүшарттарына килгәндә инде, барыбыҙ ҙа балалар һәм үҫмерҙәр араһында наркотик ҡулланыуға бәйле хәлдең бик етди булыуын яҡшы аңлай. Социологик тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, 11 – 24 йәшлектәр араһында наркотик ҡулланыусылар 25 процент тәшкил итә. Күптәр уны 15-16 йәштә ҡуллана башлаған. Әлбиттә, ағыуҙы таратыусылар хәүефтең нигеҙен тәшкил итә. Берәүгә лә сер түгел: тарта торған наркотиктарҙы асыҡтан-асыҡ рекламалауҙы, мәҫәлән, Интернет селтәрендә, осратырға мөмкин. Балаларыбыҙҙы ошо афәттән һаҡлау өсөн эҙмә-эҙлекле саралар күрергә кәрәк. Ил Президенты Указы менән 2020 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының наркотиктарға ҡаршы дәүләт сәйәсәте стратегияһы раҫланыуы ла осраҡлы түгел. Наркотик ҡулланыусыларҙы алдан уҡ асыҡлау — уның төп йүнәлештәре иҫәбендә. Шуға күрә наркотик ҡулланыу-ҡулланмауҙы асыҡлау йәһәтенән тест үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә.
— Ул нисек ойошторолорға тейеш? Күптәр тест балаларҙың хоҡуғын боҙа тигән фекерҙә...
— 2011 йылдан Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһына ярашлы үҫмерҙәргә ентекле диспансерлаштырыу уҙғарыла. Маҡсаты — балаларҙың һаулығындағы етешһеҙлектәрҙе алдан уҡ асыҡлап, ваҡытында дауалау. Диспансерлаштырыуға берәү ҙә ҡаршы түгел, хоҡуҡтар боҙола тип ҡаршы сығыусылар юҡ. Ошо сараға тағы ла бер пунктты — тест үткәреүҙе — өҫтәгәндә, минеңсә, наркотик ҡулланыусыларҙы алдараҡ асыҡлау, был мауығыу хәүефле сиргә әүерелмәҫ борон уҡ кәртә ҡуйыу мөмкинлеге тыуасаҡ. "Граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында"ғы 323-сө Федераль законда (46-сы статьяның 2-се өлөшө) медицина тикшереүе барышында уҡ наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыусыларҙы иртәрәк асыҡлау ҡарала. Шул уҡ ваҡытта бындай сараларҙы үткәргәндә граждандың йәки уның законлы вәкиленең ихтыярын иҫәпкә алыу талап ителә. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, лабораторияла тест үткәреү өсөн 15 йәшкә тиклемгеләрҙең ата-әсәһенән ризалыҡ кәрәк, ә өлкән кластарҙа уҡыусы үҙаллы ҡарар ҡыла ала. Наркотик ҡулланған үҫмерҙәрҙе асыҡлау һөҙөмтәһендә был афәткә иртәрәк кәртә ҡуйыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Ошо рәүешле уларҙың һаулыҡҡа хоҡуғын тормошҡа ашырабыҙ. Яза биреү саралары түгел, ә бындай балалар менән эшләү алымдары, сирҙе иҫкәртеү хаҡында һүҙ бара. Социаль-психологик тест йәки медицина тикшереүе үткәреү һөҙөмтәһендә үҫмерҙең наркотик йәки психотроп матдәләр ҡулланыуы асыҡланһа, йә иһә ошондай шик тыуһа, ул "наркология" йүнәлеше буйынса медицина ярҙамы күрһәткән махсус ойошмаға ебәрелә. Был эш тә үҫмерҙең йәки уның ата-әсәһенең яҙма ризалығы менән башҡарыла. Ваҡытында сара күрелһә, бындай балалар наркоманға әүерелмәйәсәк. Бынан тыш, балалар һәм үҫмерҙәр, уларҙың ата-әсәләре араһында әүҙем аңлатыу эше алып барыу ҙа йәмғиәтте ошо хәүефтән аралауға, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуға йоғонто яһаясаҡ.
— Һеҙҙеңсә, тикшереүҙәр планға ярашлы тормошҡа ашырылырға тейешме, әллә уларҙы көтмәгәндә үткәреү һөҙөмтәлерәкме?
— Тесты этаплап уҙғарыу күҙаллана. Иң элек хәүеф төркөмөн асыҡлау маҡсатында уҡыусыларға социаль-психологик тест үткәреү, унан һуң наркотик ҡулланыуы ихтимал булған уҡыусыларҙы лабораторияла тикшереү ҡарала.
Клиник күрһәткестәр нигеҙендә лә наркотик ҡулланыусыларҙы асыҡларға мөмкин, шуға күрә ҡайһы бер үҫмерҙәрҙе һайлап алып, шәхси тест үткәрергә була. Бынан тыш, төбәк үҙенсәлектәре, теге йәки был биләмәлә, мәғариф учреждениеларында наркоманияның таралыу күрһәткесе иҫәпкә алынырға тейеш. Тест үткәреү тәртибен Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары билдәләйәсәк.
— 2004 йылдан алып Рәсәйҙең айырым төбәктәрендә наркотик ҡулланған кешеләрҙе алдан уҡ асыҡлау эше ойошторолғайны. Был эш һөҙөмтәле булдымы?
— Лаборатор һәм психологик тест һөҙөмтәләренән күренеүенсә, уҡыусылар араһында наркотик ҡулланыусылар юҡ түгел. Улар тест үткәндәр араһында 0,1-2 процент тәшкил итә. Мәҫәлән, Бүрәт Республикаһында — 0,73, Хабаровск крайында — 17,6, Иркутск өлкәһендә — 4,7, Татарстанда — 0,14, Башҡортостанда — 0,1 процент.
Уҡыусыларҙың тесҡа күпләп йәлеп ителмәүен иҫәпкә алғанда, был — ярайһы уҡ ҙур һан! Тимәк, хәүеф кимәле юғары. Уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең күпселеге бындай сараны үткәреүгә ҡаршы килмәүен әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, Ханты-Манси автономиялы округы — Юграла үҫмерҙәрҙең 91,2 проценты ҡатнашҡан, Бүрәт Республикаһында — 80,5, Башҡортостанда 92 проценты тест һорауҙарына яуап биргән.
— Наркотик ҡулланыусыларҙы асыҡлауҙан тыш, бындай сараның башҡа һөҙөмтәләре бармы?
— Әлбиттә. Мәҫәлән, 2011 йылда Бүрәт Республикаһында анкета тултырыу һөҙөмтәһенән күренеүенсә, дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында сәләмәт тормош алып барыусылар, элгәрге йыл менән сағыштырғанда, 8 процентҡа артҡан. Үҫмерҙәрҙең 93,3 проценты наркотик ҡулланыуҙың зарарлы эҙемтәләре хаҡында хәбәрҙар. Саралар иҫкәртеү һәм киҫәтеү бурысын ҡуя, наркотик ҡулланған өсөн яза биреү маҡсаты юҡ. Тикшереүҙең бурысы — уҡыусыларға ваҡытында адреслы ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ мәғариф учреждениеларында алып барылған иҫкәртеү эшенә төҙәтмә индереү. Рәсәй төбәктәре тесты үҙаллы үткәргәндә ҡаршылыҡ тыуҙырған төп проблема — ошондай сараны тормошҡа ашырыуҙың нигеҙҙәрен һәм тәртибен билдәләгән берҙәм федераль норматив-хоҡуҡи базаның булмауы. Һөҙөмтәлә һәр төбәктә үҙенә генә хас хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы тыуҙы. Беҙгә ошо мәсьәләләрҙе көйләгән федераль закон кәрәк.
— Яңы закон проектының башҡа мөһим положениелары хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?
— Ул наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыуҙы иҫкәртеү һәм алдан уҡ асыҡлау өлкәһендәге норматив көйләүҙе яйға һалыуға йүнәлтелә. Рәсәй төбәктәренә наркотиктарҙы законһыҙ ҡулланыуҙы иҫкәртеү буйынса вәкәләттәр тапшырыу йәһәтенән үҙгәрештәр индерелә. Федераль башҡарма власть органдарына наркоманияның таралыу сәбәбен һәм шарттарын асыҡлау, дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен эшләү бурысы йөкмәтелә. Бынан тыш, закон проекты менән мәғариф учреждениеларының ошо өлкәләге компетенцияһы билдәләнә.
— Һеҙҙеңсә, үҫмерҙәргә генә түгел, халыҡтың башҡа категорияларына ла тест үткәрергә кәрәкме?
— Минеңсә, кеше ғүмеренә туранан-тура бәйле һөнәр эйәләре — водителдәр, осоусылар алкоголгә генә түгел, шулай уҡ наркотиктарға, психотроп матдәләргә тест үтергә тейеш. Был йәһәттән тикшереү ысулының йылына бер тапҡыр түгел, ә юлға сығыр алдынан даими файҙаланылыуы шарт.
— Бындай иҫкәртеү саралары наркотик ҡулланыусылар һанын кәметеү мөмкинлеген бирерме?
— Халыҡ-ара тәжрибә күрһәтеүенсә, етди иҫкәртеү эше алып барылған илдәрҙә наркомандарҙың кәмеүе күҙәтелә. Был йәһәттән кинола, эстрадала, матбуғатта, радио һәм телевидениела наркотиктарҙы асыҡтан-асыҡ, шулай уҡ йәшерен пропагандалауға юл ҡуймау, ошо өлкәләге ҡануниәттең үтәлешенә ныҡлы контроль булдырыу, уны боҙоусыларға ҡарата ҡәтғи саралар күреү ҙур әһәмиәткә эйә.
Мәғариф учреждениеларында ошо ағыуҙы ҡулланған кешеләрҙе алдан уҡ асыҡлау алымын ғәмәлгә индереү — халҡыбыҙҙың сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн дәүләт тарафынан күрелгән сараларҙың бер өлөшө. Рәсәй төбәктәрендә махсус ҡорамал менән йыһазландырылған 700-ҙән ашыу Сәләмәтлек үҙәге эшләй. Һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаларына ярашлы, наркология учреждениеларында заманса технологиялар ғәмәлгә индерелә. Ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн реабилитация үҙәктәре менән социаль хеҙмәттәр, мәғариф ойошмалары, дини конфессиялар араһында һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булдырыу зарур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 424

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 385

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 480

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 517

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 419

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 529

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 381

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 401

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 457

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 379

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 249

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 373