Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юрист кәңәштәре
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Һалым түләргәме?

— Фатирымды 1 миллион һумға һаттым. Минән 13 процент күләмендә һалым түләтәсәктәрме?
Рауил, Сибай ҡалаһы.


— Юҡ, әммә шуныһын онотмағыҙ: әгәр фатир һеҙҙең милектә өс йылдан кәмерәк булһа, йыл аҙағында йәшәгән урынығыҙ буйынса һалым органына 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тапшырырға кәрәк.

Паспортым юғалды

— Поезда паспортымды юғалттым. Хәҙер әллә кемдәр шылтыратып уны ҙур ғына хаҡҡа һатып алырға тәҡдим итә. Әгәр быны эшләмәһәм, минең исемгә кредит алыу, тағы әллә ниндәй ҡара эштәрен башҡарыу менән янайҙар. Кеше паспорты менән ситтәр берәй нәмә эшләй аламы ни?
Биктимер, Әбйәлил районы.


— Бик күңелһеҙ хәл. Элегерәк булһа, кешеләрҙең яҡшы күңеленә ышанып, берәйһенең ҡайтарып биреүен көтөп ултырырға булыр ине. Әммә әле заманы икенсе. Ысынлап та, һеҙҙең исемгә кредит алыуҙары, башҡа яман эштәр башҡарыуҙары һәм һеҙҙе ғәйепле итеүҙәре ихтимал. Шуға күрә кәңәшем ошо: бер көн дә көтмәй урындағы эске эштәр идаралығына барып ғариза яҙығыҙ. Ғариза йә юғалтыу, йә урланыу тураһында яҙыла. Әгәр урланған тип яҙһағыҙ, административ штраф һәм дәүләт пошлинаһы түләргә тура килмәйәсәк. Әммә урлау тураһындағы эш бик оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал, ә юғалтыу тураһындағы мәғлүмәт бер ай дауамында тикшерелә. Үҙегеҙ хәл итегеҙ: ваҡыт мөһимерәкме, әллә аҡсамы.
Паспортығыҙҙы юғалтҡан осраҡта, полицияның урындағы бүлексәһе был хаҡта белешмә бирәсәк, уны паспорт өҫтәленә алып барырға кәрәк. Бында ғариза тултырырға һәм документты тергеҙеү тураһында бланк алыу мөһим. Мотлаҡ рәүештә шәхесегеҙҙе дәлилләүсе документ кәрәк буласаҡ. Ғәҙәттә, хәрби билет йәки тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ та ярай. Документтарығыҙҙы йыйып бөткәс, Һаҡлыҡ банкы бүлексеһендә (башҡа банктар ярамай) дәүләт пошлинаһын түләгеҙ. Фотоға төшөргә онотмағыҙ.
Документығыҙҙы тергеҙгәнсе, паспорт өҫтәлендә ваҡытлы шәхес танытмаһы алырға була. Ни өсөн тигәндә, паспортты алмаштырыу ике аҙнанан ике айға тиклем ваҡытығыҙҙы алыуы ихтимал. Шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ваҡытлыса танытманың сикләүҙәре бар. Мәҫәлән, уның буйынса поезға билет алып була, ә самолетҡа — юҡ.
Әгәр яңыһын эшләгәндән һуң иҫкеһе табылһа, шулай уҡ паспорт өҫтәленә мөрәжәғәт итегеҙ. Улар һеҙгә дөрөҫ итеп документты юҡ итергә ярҙам итәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә