Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Иҫке” дуҫтар булмай
Бөтөн донъяны дер ҡалтыратҡан, һәр саҡ шомло хәбәрҙәр ишетелгән Төньяҡ Корея үткән аҙнала ла иғтибар үҙәгенән төшмәне. Эйе, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы элекке ватандаштары – Көньяҡ Корея халҡына ғына түгел, сиктәштәре — Япония, Америка Ҡушма Штаттары, хатта Рәсәй Федерацияһына ла ҡурҡыныс менән янай, имеш. Быныһы иһә барыһын да аптырашта ҡалдырҙы.

Төньяҡ Корея быға тиклем Рәсәйҙең төрлө проекттар, сәйәси килешеүҙәр буйынса партнеры иҫәпләнә ине. Улай ғына ла түгел, СССР ваҡытында унда социалистик режим урынлаштырыу өсөн күп көс һалынды. Хәҙер килеп Рәсәйҙең Төньяҡ Корея сәйәсәтенә ҡаршы төшөүе ғәжәпләндермәй ҡалмай, әлбиттә. Илдең атом ҡоралы әҙерләргә йыйыныуы уҙған быуаттың 60-сы йылдарына барып тоташа. Тап шул мәлдә Төньяҡ Кореяның “бөйөк башлығы”, мәрхүм Ким Ир Сен Америка Ҡушма Штаттарының Пхеньянды бомбаға тоторға йыйыныуы хаҡында белеп ҡала. Ә 1959 йылда Төньяҡ Корея ядро энергетикаһын тыныс шарттарҙа үҫтереү буйынса СССР менән килешеү төҙөй. 2003 йылда КХДР ядро ҡоралын таратмау тураһында халыҡ-ара килешеүҙән сығыуы хаҡында белдерә һәм тәүге тапҡыр ядро ҡоралын һынап ҡарай. Ул ваҡытта Көнбайыш Европа илдәре, АҠШ, Япония кореяларҙы тәнҡитләп сығыш яһаһа, Рәсәй, Ҡытай кеүек илдәр уларҙы хупламаны ла, теләктәренә ҡаршы ла төшмәне. Әле иһә Төньяҡ Кореяға Ким Ир Сендың улы, АҠШ-ҡа ҡарата кире ҡарашта булған Ким Чен Ын етәкселек итә. Йәш, дәрте ташып торған етәксе, әлбиттә, үҙ халҡының, иленең АҠШ-тан кәм түгел икәнлеген иҫбат итергә тырыша. Шуға ла әленән-әле уның нервыһын “ҡапшап” ҡарай. Яңыраҡ МАГАТЭ-ның рөхсәтенән тыш Йыһанға Ер юлдашы осороуы ла шуның бер дәлиле булып тора. Күп илдәр, шул иҫәптән Рәсәй етәкселеге, Ер юлдашы ядро ҡоралына бәйле түгелме икән, тип шик белдерә. Йәш лидер Ким Чен Ын шулай уҡ ике Кореяны берләштереү уйы менән яна. Был төбәктә Японияның төп союздашы булған Көньяҡ Кореяны АҠШ-тың, әлбиттә, юғалтҡыһы килмәй. Шуға ла КХДР-ҙы ҡыҫымға алмаҡсы итә. Ошондай шарттарҙа Рәсәй Төньяҡ Кореяны яҡларға тейеш һымаҡ ине, әммә киреһенсә килеп сыға. БМО КХДР-ға санкция индереү менән Рәсәй уны хуплап та ҡуйҙы. Ә бит “иҫке” дуҫтар булмай, һәм улар “һатылырға” тейеш түгел. Рәсәйҙең бындай аҙымы Алыҫ Көнсығышта бер дуҫты юғалтыуға бәрәбәр.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә