Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » “Ҡуҡыш күрһәтеү” заманы түгел
Венесуэлалағы хәлдәр, Рәсәй – Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеп китеүе, Чехияла тәүге тапҡыр халыҡ тарафынан президент һайлау үтеүе яңы башланған йылдың тәүге мөһим сәйәси ваҡиғалары булғандыр.

Социалистик утрау булырмы?


10 ғинуарҙа Венесуэлала дүртенсе мөҙҙәткә президент итеп һайланған Уго Чавестың инаугурацияһы булырға тейеш ине, әммә ул, Кубала яман шеш ауырыуынан операция эшләтеүе сәбәпле, был сарала ҡатнаша алманы. Оппозиция вәкилдәре ошоно төп сәбәп итеп, илдә яңы президент һайлау талабы менән урамдарға сыҡты ла инде. Уларҙың фекеренсә, Уго Чавес, һаулығы шәптән булмау сәбәпле, үҙ вазифаһын тейешле кимәлдә үтәй алмай. Социалистик ҡоролошло Боливириан республикаһы төҙөп маташҡан был етәксе, беҙҙең ҡарашҡа, бик үҙенсәлекле шәхес. Донъя йәмәғәтселеге уны Америка Ҡушма Штаттарына асыҡтан-асыҡ “ҡуҡыш күрһәтеүсе” тип белә. Ошондай холҡо менән Чавесты ниндәйҙер кимәлдә Хрущев менән дә сағыштыралар. Ә бит Никита Сергеевич американдарға янаған ваҡытта СССР хәрби ҡеүәте буйынса донъялағы иң көслө илдәрҙең етәксеһе ине. Венесуэла был йәһәттән АҠШ-ҡа ҡаршы тора алырлыҡмы һуң инде? Әммә көс беләктә түгел, йөрәктәлер. Уго Чавестың ысын күңелдән әйткән һүҙҙәре АҠШ-ты күрә алмаусы күптәрҙең күңеленә май булып яғыла, шуға күрә әле Венесуэлала ул алып барған сәйәсәтте хуплап һәм башлыҡтан үҙенә һаулыҡ теләп меңәрләгән халыҡ урамға сыҡты. Уругвай, Парагвай, Аргентина кеүек илдәрҙең халҡы һәм рәсми вәкилдәре лә Венесуэлаға йыйылды. Уларҙы бер теләк берләштерә: Уго Чавес тиҙерәк һауығып, власҡа ҡайтһын. Шул уҡ ваҡытта уны тиҙерәк властан ебәрергә уйлаусылар ҙа юҡ түгел. Әлбиттә, ундайҙар бик аҙ. Ҡайһылай ғына булмаһын, Чавес Венесуэланың үҫешенә ифрат тос өлөш индергән шәхес булараҡ тарихта ҡалыр, моғайын. Ул Рәсәй, Иран, Һиндостан, Ҡытай кеүек илдәр менән һәйбәт дипломатик мөнәсәбәт урынлаштырҙы, Куба менән инде бер туғандай булды. Венесуэла Рәсәйҙән күпләп хәрби техника, ҡорал һатып алды, һәм хеҙмәттәшлек әле лә дауам итә. 2015 йылға тиклем ике ил араһындағы сауҙа әйләнеше күләме өс триллион долларҙан артып китер тип көтөлә. Әлбиттә, Уго Чавестың һаулығы яҡшырып, артабан да ул власта ҡала алһа. Кем әйтмешләй, бында барыһы ла Алла ҡулында. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: 2008 йылда Рәсәй Абхазия менән Көньяҡ Осетияны бойондороҡһоҙ ил тип иғлан иткән ваҡытта, бер Венесуэла ғына быны хупланы.

Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа

Рәсәй – Ҡаҙағстан мөнәсәбәттәре ошоғаса күрше дәүләттәрҙе көнләштерерлек һәйбәт булды. Быны Таможня союзын, Евразия союзын төҙөргә уҡталыу кеүек берлектәге проекттар ҙа раҫлай ине. Ине тим, сөнки Яңы йылдан һуң ара бөтөнләй боҙолоп китте. Төп сәбәбе – Ҡаҙағстандың Йыһан агентлығы етәксеһе Тәлғәт Мусабаев, ил парламенты депутаттары алдында сығыш яһап, Рәсәйҙең Байконур космодромы тәңгәлендә хәл ителмәгән мәсьәләләр булыуы хаҡында белдергәйне. Рәсәй яғы быны үҙенсә аңланы һәм Ҡаҙағстанға ҡарата дәғүә белдерә башланы. Ысынында иһә Байконур космодромының эшмәкәрлеге 2050 йылға тиклемге килешеү менән нығытылған, Рәсәй ҡуртым хаҡын ваҡытында түләп бара. Тимәк, проблема ла булмаҫҡа тейеш кеүек. Әммә әленән-әле аңлашылмаусанлыҡтар тыуып ҡына тора. Ошоно күҙ уңында тотоп булһа кәрәк, Рәсәй биләмәһендә яңы космодром төҙөй башланылар ҙа инде. Эйе, Ҡаҙағстан ниндәй генә дуҫ булмаһын, Йыһанға осоу урыны үҙ биләмәңдә булыу яҡшыраҡ. Иртәме, һуңмы, был мәсьәләнең ҡалҡып сығыры билдәле ине.

Өмөт аҡланманы

Чехияла тәүге тапҡыр халыҡ ҡатнашлығында президент һайлау булып үтте. Эйе, тәүге тапҡыр. Ни өсөн тигәндә, быға тиклем ил етәксеһе өсөн парламент депутаттары тауыш бирә ине.
Әйтергә кәрәк, әлеге өмөт аҡланманы. Ил етәксеһе булыуға 11 кеше дәғүә итте һәм уларҙың 9-ы һайлауҙа ҡатнашты. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, бер кандидат та тейешле күләмдә (50 процент) тауыш йыя алмаған. Вице-премьер Милош Земан еңеп сығыр тип көтөлә ине, әммә уның яҡлылар һемәйҙе. Хәҙер иһә, ил конституцияһы буйынса, һайлауҙың икенсе туры булырға тейеш — ул 25-26 ғинуарға тәғәйенләнгән. Унда тәүге турҙа иң күп тауыш йыйған Милош Земан менән Карел Шварценберг үҙ-ара көс һынашасаҡ. Ян Фишер атлы кандидаттың күрһәткестәре бер аҙға ғына ҡалыша. Ул да – илдең элекке вице-премьеры. Шуныһын да билдәләү зарур: Чехияла юғары вазифаға дәғүә итеүселәрҙең ҡап яртыһын тиерлек ҡатын-ҡыҙ тәшкил итте һәм береһе лә көрәште артабан дауам итә алманы. Ирекһеҙҙән күңелдә шундай һорау тыуа: Рәсәйҙә президентлыҡҡа ҡасан ҡатын-ҡыҙ дәғүә итә башлар икән? Был һис кенә лә Әбей батшаны һағыныуҙан түгел. Демократия булғас, беҙҙә лә иреклелек нығыраҡ тойолһон ине.


Автор: Самат Ғәлиуллин.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Йәрмәкәй районында хакимиәт башлығы алмашынды

Йәрмәкәй районында хакимиәт башлығы алмашынды 17.10.2026 // Сәйәсәт

[isimage=thumb][/isimage]Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса Рауил ......

Тотош уҡырға 0

Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте

Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте 06.10.2026 // Сәйәсәт

Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте...

Тотош уҡырға 6

Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы

Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы 05.10.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты Владимир Путин педагогтарҙы һөнәри байрамы, Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы....

Тотош уҡырға 6

Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды

Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды 02.10.2026 // Сәйәсәт

Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарының эш йүнәлештәре билдәле булды

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарының эш йүнәлештәре билдәле булды 02.10.2026 // Сәйәсәт

Туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһында бөтәһе 34 комитет эшләйәсәк....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы 30.09.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Росгвардияның республика буйынса идаралығын юбилейы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 13

Рәсәй президенты РФ Ҡораллы Көстәренең штат һанын арттырҙы

Рәсәй президенты РФ Ҡораллы Көстәренең штат һанын арттырҙы 29.09.2026 // Сәйәсәт

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған....

Тотош уҡырға 11

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне
Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтендә яңы кадр тәғәйенләүҙәре тураһында белдерҙе

Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтендә яңы кадр тәғәйенләүҙәре тураһында белдерҙе 28.09.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары – секретариат начальнигы итеп Татьяна Валерьевна ......

Тотош уҡырға 8

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты 25.09.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты...

Тотош уҡырға 11

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды 24.09.2026 // Сәйәсәт

Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп һайланды...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә