Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәйгә күҙ төбәйҙәр
Уҙған аҙналағы иң мөһим сәйәси ваҡиғаларҙы һанағанда өс төп яңылыҡты билдәләргә мөмкин: Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре киҫкенләшеп китте, АҠШ-тың яңы Дәүләт секретары тәғәйенләнде, Япония парламентына депутаттар һайлау үтте. Әйҙәгеҙ, улар менән ентекләберәк танышайыҡ.

Магнитский үҙе үлһә лә…

Барак Обама АҠШ президенты итеп икенсе мөҙҙәткә һайланғандан һуң беҙҙең ил йәмәғәтселеге еңел һулап ҡуйғандай булғайны. Ни тиһәң дә, Рәсәйгә ҡарата кире ҡарашта булған Митт Ромниға ҡарағанда ғәмәлдәге башлыҡ күпкә ҡулайыраҡ һымаҡ. Шулай тип уйлағандар Барак Обамаға өмөт бағлағаны өсөн хәҙер үкенәлер инде. Үкенмәҫлек тә түгел шул: 7 декабрҙә АҠШ Конгресы президентҡа “Магнитский акты” исемле закон проектын тәҡдим итте. Барак Обама был документҡа һис шикһеҙ ҡул ҡуясағын белдерҙе һәм: “Документ Рәсәйҙе кеше хоҡуҡтарын һанға һуғырға өйрәтер”, — тип тә өҫтәне.
АҠШ-та “Магнитский акты”н конгресмендар Генри Джексон менән Чарьлз Вэник 1974 йылда халыҡ-ара эмиграция сәйәсәтен боҙоусы СССР, ҠХР, Вьетнам, Албания кеүек илдәргә сауҙа өлкәһендә булдырған санкцияға алмашҡа ҡабул иттеләр тиергә була. Был документ беҙҙең илгә ҡарата быйылғы 16 ноябргә тиклем үҙ көсөндә ҡалып килде. СССР составындағы башҡа илдәргә килгәндә, уны Ҡырғыҙстан менән Грузияла — 2000 йылда, Украинала тағы биш йылдан һуң ғәмәлдән сығарҙылар. БДБ-ның башҡа илдәре өсөн был закон һаман да үҙ көсөндә ҡала әле.
“Магнитский акты” Рәсәйҙең бер төркөм чиновнигына, көс структураларына ҡағыла. “Ҡара исемлек”кә индерелгән ватандаштарыбыҙға АҠШ-ҡа инеү ҡәтғи тыйыла. Улар Америкаға союздаш илдәрҙең банктарында төрлө финанс операциялары башҡарыу хоҡуғынан да мәхрүм ителә.
Билдәле булыуынса, Сергей Магнитский (Бөйөк Британияның Мәскәүҙә урынлашҡан фирмаһының элекке юрисы), һалым буйынса мутлашыуҙа ғәйепләнеп, 2008 йылда ҡулға алынды һәм 2009 йылда Мәскәү төрмәһендә вафат булды. Уның үлеменән һуң Көнбайыш Европа илдәре һәм АҠШ Рәсәйҙе кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоуҙа ғәйепләп сығыш яһаны. Әле килеп “Магнитский акты”ның ҡабул ителеүе беҙҙең ил сәйәсмәндәрен оторо ярһытып ебәрҙе. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров был аҙымға ҡарата яуап әҙерләнеүен белдерҙе. Илдең Йәмәғәт палатаһы “Магнитский акты”на ҡаршы яңы исемлек әҙерләп, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарамағына тапшырған да инде. Ил Президенты Владимир Путин да, был хаҡта үҙ фекерен белдереп, АҠШ-ты “үтә лә ғәҙел булырға тырышыуҙа” ғәйепләне.
“Магнитский акты” бүтән илдәрҙә лә шау-шыу тыуҙырҙы. Канада әле ошоға оҡшаш үҙ закон проектын әҙерләһә, Кипрҙа Сергей Магнитский әйтеп ҡалдырған банктарҙың финанс эшмәкәрлеген тикшерә башлағандар. Рәсәй аҡсаһын законһыҙ рәүештә Кипрға сығарыу хаҡында һүҙ бара.

Билдәлелек өсөн ил баҫыу мотлаҡмы?

АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтондың власть менән хушлашасағы күптән билдәле ине. Ул 2016 йылдағы президент һайлау кампанияһында ҡатнашыр өсөн китә. Үткән аҙнала уның урынын кем биләйәсәге билдәле булды. Барак Обама был яуаплы вазифаға демократ Джон Керриҙы тәҡдим иткән. Ул 2004 йылғы президент һайлауҙа ҡатнашып, дәғүәсеһе Джордж Буштан еңелгәйне.
Дәүләт секретары АҠШ-тың тышҡы сәйәсәте йүнәлештәрен билдәләй. Быға тиклем әлеге вазифала Кондолиза Райс, Хиллари Клинтон кеүек абруйлы ҡатын-ҡыҙҙар эшләне. Джон Керри иһә халыҡ-ара аренала киң билдәле түгел. Уға абруй, билдәлелек яулар өсөн ҙур тырышлыҡ һалаһы бар. Кондолиза Райс осоронда АҠШ Иракҡа баҫып инде, Афғанстанға ҡаршы һуғыш алып барҙы, Хиллари Клинтон иһә Төньяҡ Африка дәүләттәрендә революция эшләүе менән дан алды. Джон Керриға ла эш етерлек: Сүриәне теҙ сүктерәһе, “атом ҡоралы” эшләргә маташҡан Иранды баҫып алаһы бар. АҠШ-тың тышҡы сәйәсәте өсөн тәү сираттағы ғәмәлдәр ошолор.

Японияла — яңы власть

Японияла парламент депутаттарын һайлау үтте, һәм уның һөҙөмтәләре көтөлмәгәнсә килеп сыҡты: илдең ғәмәлдәге власть фирҡәһе — Демократтар партияһы — еңелеүгә дусар булды. Һайлау һөҙөмтәләре иғлан ителеү менән илдең премьер-министры Есихико Нода партия етәкселегенән китәсәге хаҡында белдергән. Бынан ике йыл элек кенә уның Демократтар партияһы парламенттағы 480 урындың 230-ын алыуға өлгәшкәйне. 16 декабрҙә уҙған һайлауҙа иһә Либераль-демократтар партияһы 289 (!), ә Демократтар партияһы ни бары 41 мандат алыуға өлгәшкән.
Ошо ваҡиға Япония премьер-министрын партия етәкселегенән баш тартырға этәргән. Тимәк, халыҡ ул алып барған сәйәсәт менән риза түгел. Ҡулланыу һалымын күтәреү ҙә быға булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Хәҙер иһә яңы парламент үҙ премьер-министрын һайлаясаҡ. Был вазифаға кем килере лә билдәле, ул — илдең Либераль-демократтар партияһы етәксеһе Синдзо Абэ. Һайланасаҡ премьер тышҡы сәйәсәттә Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, Курил утрауҙары мәсьәләһендә уртаҡ фекергә килеү буйынса эш алып барасағы хаҡында белдергән. Билдәле булыуынса, Япония Курилдың иң көньяғында урынлашҡан Итуруп, Кунашир, Шикотан һәм Хабомаи утрауҙарына дәғүә итә. Буласаҡ премьер уларҙы Рәсәйҙән ҡайтарып алырға хыяллана. Беҙҙең етәкселек яңы премьерҙың ҡыҫымына түҙә алырмы — уныһын ваҡыт күрһәтер. Бына шулай, һәр тарафтан иғтибар уҡтары Рәсәйгә тоҫҡалған.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә