Уҙған аҙналағы иң мөһим сәйәси ваҡиғаларҙы һанағанда өс төп яңылыҡты билдәләргә мөмкин: Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре киҫкенләшеп китте, АҠШ-тың яңы Дәүләт секретары тәғәйенләнде, Япония парламентына депутаттар һайлау үтте. Әйҙәгеҙ, улар менән ентекләберәк танышайыҡ.
Магнитский үҙе үлһә лә…Барак Обама АҠШ президенты итеп икенсе мөҙҙәткә һайланғандан һуң беҙҙең ил йәмәғәтселеге еңел һулап ҡуйғандай булғайны. Ни тиһәң дә, Рәсәйгә ҡарата кире ҡарашта булған Митт Ромниға ҡарағанда ғәмәлдәге башлыҡ күпкә ҡулайыраҡ һымаҡ. Шулай тип уйлағандар Барак Обамаға өмөт бағлағаны өсөн хәҙер үкенәлер инде. Үкенмәҫлек тә түгел шул: 7 декабрҙә АҠШ Конгресы президентҡа “Магнитский акты” исемле закон проектын тәҡдим итте. Барак Обама был документҡа һис шикһеҙ ҡул ҡуясағын белдерҙе һәм: “Документ Рәсәйҙе кеше хоҡуҡтарын һанға һуғырға өйрәтер”, — тип тә өҫтәне.
АҠШ-та “Магнитский акты”н конгресмендар Генри Джексон менән Чарьлз Вэник 1974 йылда халыҡ-ара эмиграция сәйәсәтен боҙоусы СССР, ҠХР, Вьетнам, Албания кеүек илдәргә сауҙа өлкәһендә булдырған санкцияға алмашҡа ҡабул иттеләр тиергә була. Был документ беҙҙең илгә ҡарата быйылғы 16 ноябргә тиклем үҙ көсөндә ҡалып килде. СССР составындағы башҡа илдәргә килгәндә, уны Ҡырғыҙстан менән Грузияла — 2000 йылда, Украинала тағы биш йылдан һуң ғәмәлдән сығарҙылар. БДБ-ның башҡа илдәре өсөн был закон һаман да үҙ көсөндә ҡала әле.
“Магнитский акты” Рәсәйҙең бер төркөм чиновнигына, көс структураларына ҡағыла. “Ҡара исемлек”кә индерелгән ватандаштарыбыҙға АҠШ-ҡа инеү ҡәтғи тыйыла. Улар Америкаға союздаш илдәрҙең банктарында төрлө финанс операциялары башҡарыу хоҡуғынан да мәхрүм ителә.
Билдәле булыуынса, Сергей Магнитский (Бөйөк Британияның Мәскәүҙә урынлашҡан фирмаһының элекке юрисы), һалым буйынса мутлашыуҙа ғәйепләнеп, 2008 йылда ҡулға алынды һәм 2009 йылда Мәскәү төрмәһендә вафат булды. Уның үлеменән һуң Көнбайыш Европа илдәре һәм АҠШ Рәсәйҙе кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоуҙа ғәйепләп сығыш яһаны. Әле килеп “Магнитский акты”ның ҡабул ителеүе беҙҙең ил сәйәсмәндәрен оторо ярһытып ебәрҙе. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров был аҙымға ҡарата яуап әҙерләнеүен белдерҙе. Илдең Йәмәғәт палатаһы “Магнитский акты”на ҡаршы яңы исемлек әҙерләп, Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарамағына тапшырған да инде. Ил Президенты Владимир Путин да, был хаҡта үҙ фекерен белдереп, АҠШ-ты “үтә лә ғәҙел булырға тырышыуҙа” ғәйепләне.
“Магнитский акты” бүтән илдәрҙә лә шау-шыу тыуҙырҙы. Канада әле ошоға оҡшаш үҙ закон проектын әҙерләһә, Кипрҙа Сергей Магнитский әйтеп ҡалдырған банктарҙың финанс эшмәкәрлеген тикшерә башлағандар. Рәсәй аҡсаһын законһыҙ рәүештә Кипрға сығарыу хаҡында һүҙ бара.
Билдәлелек өсөн ил баҫыу мотлаҡмы?АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтондың власть менән хушлашасағы күптән билдәле ине. Ул 2016 йылдағы президент һайлау кампанияһында ҡатнашыр өсөн китә. Үткән аҙнала уның урынын кем биләйәсәге билдәле булды. Барак Обама был яуаплы вазифаға демократ Джон Керриҙы тәҡдим иткән. Ул 2004 йылғы президент һайлауҙа ҡатнашып, дәғүәсеһе Джордж Буштан еңелгәйне.
Дәүләт секретары АҠШ-тың тышҡы сәйәсәте йүнәлештәрен билдәләй. Быға тиклем әлеге вазифала Кондолиза Райс, Хиллари Клинтон кеүек абруйлы ҡатын-ҡыҙҙар эшләне. Джон Керри иһә халыҡ-ара аренала киң билдәле түгел. Уға абруй, билдәлелек яулар өсөн ҙур тырышлыҡ һалаһы бар. Кондолиза Райс осоронда АҠШ Иракҡа баҫып инде, Афғанстанға ҡаршы һуғыш алып барҙы, Хиллари Клинтон иһә Төньяҡ Африка дәүләттәрендә революция эшләүе менән дан алды. Джон Керриға ла эш етерлек: Сүриәне теҙ сүктерәһе, “атом ҡоралы” эшләргә маташҡан Иранды баҫып алаһы бар. АҠШ-тың тышҡы сәйәсәте өсөн тәү сираттағы ғәмәлдәр ошолор.
Японияла — яңы власть Японияла парламент депутаттарын һайлау үтте, һәм уның һөҙөмтәләре көтөлмәгәнсә килеп сыҡты: илдең ғәмәлдәге власть фирҡәһе — Демократтар партияһы — еңелеүгә дусар булды. Һайлау һөҙөмтәләре иғлан ителеү менән илдең премьер-министры Есихико Нода партия етәкселегенән китәсәге хаҡында белдергән. Бынан ике йыл элек кенә уның Демократтар партияһы парламенттағы 480 урындың 230-ын алыуға өлгәшкәйне. 16 декабрҙә уҙған һайлауҙа иһә Либераль-демократтар партияһы 289 (!), ә Демократтар партияһы ни бары 41 мандат алыуға өлгәшкән.
Ошо ваҡиға Япония премьер-министрын партия етәкселегенән баш тартырға этәргән. Тимәк, халыҡ ул алып барған сәйәсәт менән риза түгел. Ҡулланыу һалымын күтәреү ҙә быға булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Хәҙер иһә яңы парламент үҙ премьер-министрын һайлаясаҡ. Был вазифаға кем килере лә билдәле, ул — илдең Либераль-демократтар партияһы етәксеһе Синдзо Абэ. Һайланасаҡ премьер тышҡы сәйәсәттә Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, Курил утрауҙары мәсьәләһендә уртаҡ фекергә килеү буйынса эш алып барасағы хаҡында белдергән. Билдәле булыуынса, Япония Курилдың иң көньяғында урынлашҡан Итуруп, Кунашир, Шикотан һәм Хабомаи утрауҙарына дәғүә итә. Буласаҡ премьер уларҙы Рәсәйҙән ҡайтарып алырға хыяллана. Беҙҙең етәкселек яңы премьерҙың ҡыҫымына түҙә алырмы — уныһын ваҡыт күрһәтер. Бына шулай, һәр тарафтан иғтибар уҡтары Рәсәйгә тоҫҡалған.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.