Власть эшенең нигеҙендә — кеше һәм уның тормошоРеспублика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға әүәлге Мөрәжәғәтнамәне тәҡдим иткән мәлдән бер йыл үтте. Бөгөн мин алдағы осорға һәм урта сроклы перспективаға эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләйәсәкмен.
Уҙған йыл барыбыҙ өсөн дә сәйәси һәм гражданлыҡ йәһәтенән өлгөргәнлеккә имтихан булды. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттарын, ил Президентын һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайланыҡ. Республика һайлау ҡануниәтен үҙгәртеү һәм яңы сәйәси хәрәкәттәр барлыҡҡа килеү менән бәйле булған дөйөм сәйәси системаны яңыртыуҙың мөһим этабын уңышлы тормошҡа ашырҙы.
Башҡортостан ил үҫешендәге ошо ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтә. Уҙған һайлауҙарҙың йомғаҡтары — быға яҡшы дәлил. Тауыш биреү һөҙөмтәләре республика халҡының тотороҡлолоҡто һәм татыулыҡты яҡлауын иҫбатланы. Был һөҙөмтәләр халҡыбыҙҙың уйланылған гражданлыҡ позицияһын сағылдыра, ҡотҡоға һәм экстремистик ғәмәлдәргә беҙҙә юл ҡуйылмауын асыҡ күрһәтә.
Ләкин һайлау һайлау менән, ә беҙгә, иң элек республика өсөн дөйөм яуаплылыҡты, дөйөм хәстәрлекте аңлап, унда йәшәгән 4 миллиондан ашыу граждандың именлеген һәм лайыҡлы тормошон тәьмин итеп, практик эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә кәрәк.
Дөйөм алғанда, бөгөн Башҡортостанда иҡтисади үҫеш күрһәткестәре насар түгел, беҙ Рәсәйҙең иң уңышлы 20 төбәге иҫәбенә инәбеҙ. Иҡтисадтың үҫеш темпы республикала рәттән өсөнсө йыл ил буйынса уртаса һөҙөмтәләрҙән юғарыраҡ. 2010–2011 йылдарҙа беҙҙәге тулайым төбәк продукты 14,5 процентҡа артты. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес — 8,6 процент. Өсөнсө йыл инде сәнәғәт етештереүе Рәсәйҙең уртаса һөҙөмтәләренән ике тапҡырға йылдамыраҡ арта.
“Эксперт” агентлығы баһалауынса, Башҡортостан, “Минималь иҡтисади хәүеф” номинацияһында беренсе урынды яулап, иң ҙур инвестиция ҡеүәтенә эйә булған тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. Беҙҙә кредит рейтингтары юғары. Халыҡ-ара агентлыҡтарҙың мәғлүмәттәре буйынса бөгөн республика Мәскәү, Санкт-Петербург, шулай уҡ Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары кеүек төбәктәр рәтендә тора.
Төбәктәр үҫеше министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен, килемдәр һәм халыҡтың мәшғүллек динамикаһын сағылдырған өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшеү һөҙөмтәһендә, Башҡортостан быйыл социаль-иҡтисади үҫештең йыйылма индексы буйынса алға киткән төбәктәр араһында үҙ позицияһын нығытты.
Быларҙың барыһы ла макроиҡтисади күрһәткестәргә ҡағыла. Ә беҙҙең өсөн иң элек иҡтисад үҫешенең һәр кешенең йәшәү сифатында һәм кимәлендә нисек сағылыуы мөһим. Был йәһәттән ыңғай һөҙөмтәләр бар. Мәҫәлән, 2010–2011 йылдарҙа уртаса айлыҡ эш хаҡы айына 15 меңдән 18,5 мең һумға тиклем етте. Йән башына аҡсалата килем, шул осорҙа 19 процентҡа артып, 19 мең 300 һумға еткән. Быйыл октябргә алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, халыҡтың һатып алыу һәләте буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында дүртенсе-бишенсе урындарҙы биләйбеҙ. Тауар һәм хеҙмәттәрҙең аныҡ билдәләнгән йыйылмаһы ил буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда 13 процентҡа арзаныраҡ.
Башҡортостан халҡының социаль именлеге һәм йәшәү сифаты — беҙ күргән барлыҡ сараларҙың һөҙөмтәлелегендә төп критерий. Тап кеше, уның тормошо республика Хөкүмәтенән алып муниципаль берәмеккә тиклемге власть эшенең нигеҙе булырға тейеш.
Йәмғиәтебеҙҙе өр-яңы заманса принциптарға таянып, бөтә яҡлап модернизациялау ғына ошо маҡсатҡа өлгәшеүҙе тәьмин итә аласаҡ. Беҙгә, төп принциптарҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеп, “смарт-йәмғиәт” йәки “аҡыллы” йәмғиәт тип аталған моделде эштә ҡулланма итеп алырға кәрәк тигән фекерҙәмен.
Был терминдың халыҡ араһында әлегә киң таралмауын аңлайым. Әммә алдынғы төбәк булырға теләйбеҙ икән, башлап ебәреүселәрҙең береһе булыуҙан ҡурҡмаҫҡа тейешбеҙ. Иҫкергән эш алымдары һөҙөмтә бирмәй. Юғары маҡсат ҡуймаһаҡ, етди яңылыҡтарҙы ғәмәлгә индермәһәк, артта ҡалыуыбыҙ бар.
“Аҡыллы” йәмғиәт моделе — тормош сифатын үҙгәртеү алымы, заманса мәғлүмәт һәм ойоштороу системалары ярҙамында кеше өсөн интеллектуаль, юғары технологиялы, уңайлы йәшәү мөхитен төҙөү алгоритмы ул.
Ошондай мөхит булдырыу, республика халҡы өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыу — төп бурыстарыбыҙҙың береһе, тип уйлайым.
Ошоға бәйле тормошобоҙҙоң төп өлкәләрендә эҙмә-эҙлекле сифатлы үҙгәрештәр зарурлығы хаҡында һүҙ алып барырға кәрәк. Был үҙгәртеп ҡороуҙар директива рәүешендә түгел, ә һәр беребеҙ өсөн аңлайышлы, ҡабул ителерлек булырға тейеш. Тәбиғи ресурстарҙы һаҡлап ҡалыу, фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән юғары технологиялы иҡтисад, социаль-мәҙәни мөхиттең һәм кешеләр араһындағы бәйләнештәр системаһының юғары үҫеш кимәле — өр-яңы, “аҡыллы” йәмғиәттең нигеҙе бына ошо.
Кеше өсөн ыңғай, хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит төшөнсәһе нимәне аңлата һуң? Тәү сиратта, ул хәүефһеҙ тирә-яҡ мөхит. Беҙҙең өсөн экологик именлек конъюнктур түгел, ә ныҡлы уйланылған өҫтөнлөк булып тора. Сөнки һәр беребеҙ үҙенең һәм яҡындарының ғүмерен тирә-яҡ мөхиттең торошона бәйләй. Имен тәбиғи мөхиткә хоҡуҡ — граждандың төп конституцион хоҡуҡтарының береһе. Был хоҡуҡты тормошҡа ашырыу — киләсәк быуындар алдындағы дөйөм бурысыбыҙ.
Республикала тирә-яҡ мөхиттең торошо ҡатмарлы булһа ла, ул һәләкәт сигендә түгел. Һуңғы өс йыл дауамында автомобиль транспортының һауаға сығарған бысраҡ матдәләре миҡдарының артыуы күҙәтелә. Атмосфера һауаһында йөҙҙәрсә химик берләшмә бар. Таҙартыу ҡорамалдарының яртыһынан күберәге 20 йылдан ашыу файҙаланыла, һәм уларҙың һөҙөмтәлелеге аҙ.
Йәмәғәтселекте ҡайһы бер сәнәғәт предприятиеларынан мәғлүмәт алып булмауы ла борсой. Бындай предприятиелар үҙҙәренең етештереү эшмәкәрлегенең экологик эҙемтәһе тураһында йыш ҡына ялған мәғлүмәт бирә.
Йылға-күлдәргә килгәндә, былтыр һыу сифаты яҡшыра төштө. Юғары кимәлдә бысратылған һыу объекттары алтау булһа, хәҙер икәүгә ҡалды. Шулай ҙа күп кенә һыу ятҡылыҡтары “бысраҡ”, хатта “ныҡ бысраҡ” тип баһалана. Ер һәм тупраҡ ҡатламының деградацияһы дауам итә. Зарарланған ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 5,5 миллион гектар тәшкил итә, был дөйөм майҙандың өстән ике өлөшө тиерлек.
Республиканың урман фонды һаҡлауға мохтаж. Былтыр урмандағы 80 янғындың яртыһы тиерлек халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, шулай уҡ ауыл хужалығында үләнде яндырыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Ярты мең самаһы гектар урман янып бөттө. Республикалағы барлыҡ экологик проблемаларҙы һанап тормайым. Ошо өлкәлә тормошҡа ашырырға тейешле төп бурыстарҙы ғына билдәләйем.
Экологик хәлебеҙ
Иң элек экологик хәлгә мониторингтың заманса кимәленә сығырға кәрәк, тәү сиратта — ҡалаларҙа. Телекоммуникация системаһының, автоматлаштырылған ҡорамалдарҙың мөмкинлектәрен файҙаланыу “онлайн” режимында һауаның һәм һыуҙың бысраныуын алдан уҡ асыҡлауҙы һәм иҫкәртеүҙе тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк. Халыҡ менән тура бәйләнеште яйға һалыу мөһим. Активистар, битараф булмаған кешеләр тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға ҡаршы көрәштә тәүге ярҙамсы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бындай хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле булыусыларҙы мотлаҡ язаға тарттырыу зарур.
Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе власть органдары, предприятиелар һәм ойошмалар яғынан тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә ҡарашты тамырынан үҙгәртеүҙе, “йәшел иҡтисад” технологияһына күсеүҙе талап итә. Ошоға бәйле экологик яҡлау буйынса сараларға аҡса йәлләмәү фарыз.
Бындай эш муниципалитеттарҙан башланырға тейеш. Улар халыҡҡа яҡыныраҡ. Биләмәләрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, тәбиғи ресурстарҙы урлауға юл ҡуймау, ошондай хәүеф булған урындарҙы белеү һәм контролдә тотоу — уларҙың төп бурысы. Был йәһәттән хоҡуҡ һаҡлау органдары ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә власть һәм йәмәғәт структураларының үҙ-ара тығыҙ бәйләнеше генә тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү проблемаһы йылдан-йыл ҙурая. Беҙҙә уларҙы эшкәртеүҙең һөҙөмтәле системаһы юҡ. Бөгөн ҡалдыҡтар тулыһынса тиерлек полигондарға һәм сүплектәргә сығарыла.
Барлыҡ цивилизациялы донъя күптән инде ҡалдыҡтарҙы күмеүҙән эшкәртеүгә, сеймал сифатында файҙаланыуға күсте. Республикала ҡалдыҡтарҙың 15 проценттан аҙырағы ғына ҡабаттан эшкәртеп файҙаланыла. Уларҙы эшкәртеү өлкәһендәге бизнес әле саҡ барлыҡҡа килде. Эшҡыуарҙарҙы ошо өлкәгә әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк. Мәҫәлән, Германияла был тармаҡтағы йыллыҡ әйләнеш тиҫтәләрсә миллиард евроға етә.
Былтыр беҙ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу буйынса 2020 йылға тиклемге республика программаһын ҡабул иттек. Уны финанслауҙың дөйөм күләме — 7,5 миллиард һум. Программала 2015 йылға тиклем республика биләмәһендә генераль таҙартыу схемаһын эшләү ҡарала. Ул район һәм ҡала схемаларына нигеҙләнәсәк. Киләһе йыл бөтә муниципалитеттар ошондай документтарҙы әҙерләргә тейеш.
Беҙ йәмәғәтселек хәрәкәтенә, экологик партиялар һәм ойошмаларға булышлыҡ итергә, уларҙы экологик именлекте тәьмин итеү сараларына ылыҡтырып, тығыҙ бәйләнеш булдырырға тейешбеҙ.
Кешеләрҙең, айырыуса йәштәрҙең, экологик мәҙәниәтен күтәреү бик мөһим. Онотолған “йәшел” патрулдәрҙе, тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәттәрен тергеҙеү, волонтер отрядтарына ярҙам итеү зарур. Тәбиғәтте бысратыу бумеранг рәүешендә кешенең үҙенә әйләнеп ҡайтыуы хаҡында иҫкәртеп, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында, йәмәғәт ойошмаларының күп һанлы акциялары аша тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын мөмкин тиклем йышыраҡ күтәрергә кәрәк.
Экология мәсьәләләренең мөһимлеген иҫәпкә алып, 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан итергә тәҡдим индерәм.
Мәҙәни мөхитте
байытыу хаҡында
Мәҙәни мөхит кешенең тормошоноң яңы сифатын булдырыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә. Уның йөкмәткеһенә бик күп факторҙар йоғонто яһай. Төбәгебеҙ — Рәсәйҙәге күп милләтле мәҙәниәт үҙәктәренең береһе, юғары кимәлдәге мәҙәни форумдар үткәреү өсөн танылған майҙансыҡ тип хаҡлы рәүештә иҫәпләнә ала. Әммә беҙ айырым саралар һәм күрһәткестәр менән сикләнеп ҡалмаҫҡа, ә төбәктең мәҙәни киңлеген системалы ойоштороуға иғтибарҙы йүнәлтергә тейешбеҙ.
Бында мин шул иҫәптән йорттарыбыҙҙың тышҡы йөҙөн, подъезд, ихата, урамдарыбыҙҙы яҡшыртыу, ауылда социаль инфраструктураны үҫтереү хаҡында һүҙ алып барам. Беҙ, мөмкинлеккә һәм ресурстарға таянып, ҡала һәм ҡасабаларыбыҙҙың мәҙәни йәшәү мөхитен булдырабыҙ. Ләкин һуңынан ошо мөхит үҙе беҙҙе тәрбиәләй. Әгәр ул иҫкерә һәм тиҫтәләрсә йыл дауамында үҫмәй икән, был кешеләрҙә, айырыуса йәш быуында кире сағылыш таба.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡала һәм ауылдарыбыҙ кешене “үҙһенеп” етмәй. Уларҙа техноген “баҫым” өҫтөнлөк итә, йәм һәм тәбиғи матурлыҡ, ғаилә менән ял итеү урындары аҙ. Йыш ҡына мәҙәни тормош, бигерәк тә бәләкәй ауылдарҙа, дискотекаларға, формаль сараларға ҡайтып ҡала. Был буш ваҡытты файҙаһыҙ үткәреүгә, социаль хәүефкә һәм бәхәскә килтерә.
Район мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһы ярлы. Шуға күрә уларҙа күп кенә халыҡ коллективтары, үҙешмәкәр театрҙар, оркестрҙар юҡҡа сыға. Муниципалитеттарҙың бурысы — ошо эште тергеҙеү, мәҙәни үҫештең туҡталыуына юл ҡуймау. Беҙҙә район һәм хужалыҡ башлыҡтарының уңыш йыйыу йомғаҡтары буйынса эшләнгән аҡсаға ауыл хужалығы техникаһы менән бер рәттән район мәҙәниәт йорто коллективтары өсөн музыка ҡоралдары, концерт костюмдары һатып алыуы буйынса ыңғай миҫалдар бар. Улар, торлаҡ һәм яҡшы эш хаҡы тәҡдим итеп, ҡалаларҙан белгестәр ҙә саҡыра. Бындай райондарҙа иҡтисад та үҫә, мәҙәни тормош та сағыу ваҡиғаларға бай. Йәштәр бындай төбәктәрҙән китергә ашыҡмай.
Мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу — мөһим мәсьәлә. Беҙҙең алда 2018 йылға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын иҡтисадтағы уртаса кимәлгә еткереү, йәғни биш йыл эсендә уны икеләтә арттырыу бурысы тора. Был бурысты беҙ киләһе йылдан башлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән дә эш алып барасаҡбыҙ. 2013 йылда уларға торлаҡ һатып алыуҙы берлектә финанслауға кәмендә 50 миллион һум бүлергә, был практиканы йыл һайын тормошҡа ашырырға тәҡдим итәм.
Мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытыуҙы, биналарҙы төҙөкләндереүҙе, сәхнә кәрәк-яраҡтарын һатып алыуҙы дауам итеү зарур.
Эш планында йыш ҡына төрлө концепциялар һәм доктриналар әҙерләүҙе осратырға мөмкин. Минеңсә, теория менән түгел, ә ысын практика менән күберәк шөғөлләнергә, ихтыяж булған программалар эшләүгә һәм тормошҡа ашырыуға, бурыстарҙы, сроктарҙы, ресурстарҙы һәм критерийҙарҙы аныҡ билдәләүгә баҫым яһарға кәрәк. Был мәҙәниәткә лә ҡағыла.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығына балалар музыка мәктәптәрен яңы, сифатлы музыка ҡоралдары менән тәьмин итеү программаһын әҙерләү бурысын ҡуям. Мәҫәлән, республикала “Стейнвей” фирмаһының бер нисә генә профессиональ рояле бар, ә Ҡытайҙа һәр музыка уҡыу йорто тиерлек уның менән тәьмин ителгән. Һөҙөмтәлә бөгөн Ҡытай йәштәре спортта ғына түгел, шулай уҡ абруйлы конкурстарҙа ла алдынғы урындарҙы биләй. Йәштәр уйнау техникаһын иҫке, сифатһыҙ музыка ҡоралдарында үҙләштерә икән, виртуоздарҙы нисек үҫтермәк кәрәк?
Төп дәүләт театрҙары, филармониялар һәм хатта билдәле ансамблдәрҙең һөнәри кимәле һәм ижади әүҙемлегенең кәмеүе борсоуға һала. Күп кенә коллективтарҙа әүәлге ижади ынтылышты, сәнғәттә яңы офоҡтарға етеү теләген күрмәйем. Республика “Алтын битлек” кимәлендәге абруйлы театр конкурстарында ҡатнашмай, үҙебеҙҙә күләмле халыҡ-ара музыкаль форумдар үткәрмәй башланы.
Бөгөн театр һәм концерт эшмәкәрлегенең яңы алымдарын ғәмәлгә индерергә, авторлыҡ йүнәлештәрен үҫтерергә кәрәк. Мәҫәлән, миңә республикала башҡорт халҡының йолаларына нигеҙләнгән театрлаштырылған атлы шоу идеяһы менән билдәле кешеләр мөрәжәғәт итте. Был сара менән ҡунаҡтарыбыҙҙы шатландырырға, уны башҡа төбәктәрҙә күрһәтергә мөмкин булыр ине.
Яҡшы техник кимәлдә башҡарылған, абруйлы бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа республикабыҙҙың сәхнә сәнғәтен сағылдырырлыҡ үҙенсәлекле спектаклдәр, рок-опералар, мюзиклдар, башҡа заманса саралар ижад итергә кәрәк. Киләһе йылдан башлап конкурс нигеҙендә ошондай 10–15 спектаклгә йәки концерт программаһына 100 миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итәм. Мәҫәлән, Башҡортостан халыҡтарының күп быуатлыҡ тарихын сағылдырған тамашаларға. Юғиһә беҙ артабан да иҫке мәҙәни багаж менән йәшәйәсәкбеҙ.
Әҙәбиәтебеҙ, музыкабыҙ һәм башҡа мәҙәни ҡаҙаныштарыбыҙ әлегә донъя селтәрендә тейешле танылыу тапмаған. Бөтә ижади союздарға, китапханаларға, башҡа ойошмаларға башҡорт әҙәбиәте, музыкаһы һәм һынлы сәнғәте классиктарының иң яҡшы әҫәрҙәрен һанлы мәғлүмәткә күсереп, глобаль селтәргә һалыу буйынса эш үткәрергә тәҡдим итәм.
Республикала үҙебеҙҙең тарихи-мәҙәни брендтарҙы, мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһен, селтәрҙә танытырға кәрәк. Бөгөн “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы заказы буйынса ошо уникаль мәмерйә буйлап донъяла тәүге һәм иң ҙур виртуаль тур әҙерләнде һәм селтәргә индерелде. Республикалағы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә генә түгел, шулай уҡ сит ил уҡытыусылары материалдарҙы уҡыу ҡулланмаһы рәүешендә файҙаланһын өсөн экскурсияның йөкмәткеһен бер нисә телдә, шул иҫәптән башҡортса бирергә тигән тәҡдим индерәм. Был күп сығым талап итмәйәсәк, әммә тәрбиәүи һөҙөмтәһе ҙур буласаҡ. Мәҙәни мөхитте байытыу бурыстарына шулай уҡ мәҙәниәт ҡомартҡыларын, тарихи-мәҙәни зоналарҙы һаҡлау инә. Ҡала һәм ауылдарҙа күп кенә ҡомартҡылар, атап әйткәндә, ағас архитектура һәйкәлдәре юҡҡа сыҡҡан. Минеңсә, ҡалаларыбыҙҙың тарихи үҙәктәрендә күпләп төҙөлөш алып барыуҙы сикләргә кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡалаларыбыҙҙың архитектура ландшафты төрлө йүнәлештә үҙгәрә. Ҡайһы бер төҙөлөштәр ҡала биләмәләренә йәм өҫтәмәй. Беҙ яңынан-яңы архитектура-ландшафт зоналарын булдырырға, яңы технологияларҙы, үҙенсәлекле ҡыйыу ҡарарҙарҙы йәлеп итергә тейешбеҙ.
Ҡаланы матур биналар ғына түгел, шулай уҡ дөрөҫ ойошторолған һәм яҡшы йолаға әүерелгән байрамдар, фестивалдәр биҙәй. Быйыл Өфөлә йәйәүлеләр “Арбат”ы ике тапҡыр ойошторолдо. “Һөт иле” фестивале, бал байрамы, авиация-спорт сараһы үткәрелде. Стәрлетамаҡ, Салауат, Бөрө, Бәләбәй, Октябрьский ҡалаларында ла ошондай уҡ байрамдар уҙғарылды. Улар кешеләргә бик кәрәк, әммә бындай сараларҙы ойоштороуға етди һөнәри ҡараш талап ителә. Мәҙәни мөхитте үҫтереү буйынса эште дәүләттең кеше үҫешенә һалған инвестицияһы булараҡ ҡарау шарт.
Һөҙөмтәле парламент —
ул халыҡ власы
Кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу “аҡыллы” йәмғиәт принциптарына таянып власть структуралары эшендә яңы динамика булдырыуҙы талап итә. Бындай ҡараш власть органдарының асыҡлығын артабан да арттырыуҙы, дәүләт идараһына мәғлүмәт технологияларын индереүҙе, ахыр сиктә, һөҙөмтәле идара итеү мөхитен ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
Беҙгә уңышлы эшләгән закондар сығарыу власы кәрәк. Минеңсә, һөҙөмтәле парламент — ул халыҡ власы һәм, бер үк ваҡытта, кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуҙың хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырған орган, бөтә йәмғиәттең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алған ҡарарҙар сығарыу буйынса үҙәк. Ошо маҡсатта уның һәр комитеты ҡарамағында эксперттарҙың йәмәғәт төркөмдәрен ойоштороу зарур.
Һөҙөмтәле идара итеү мөхитен заманса башҡарма властан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Һуңғы ике йылда власть граждандар өсөн асығыраҡҡа әүерелде, уларҙың ихтыяждарына иғтибар бирә башланы. Шул уҡ ваҡытта кешеләргә яҡынайырға, мәғлүмәт технологиялары ярҙамында улар менән аралашыуҙы тәьмин итергә тигән саҡырыуымды етәкселәрҙең барыһы ла ҡабул итмәне. Республикалағы министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа 7 меңгә яҡын кеше эшләй. Бик ҙур армия, тимәк, сығым да ҙур. Шуға күрә киләһе йыл республикалағы идара итеү аппаратын тағы ла 10 процентҡа ҡыҫҡартыу һәм уны 6–6,5 мең кимәлендә ҡалдырыу бурысы тора.
Беҙ Башҡортостанда федераль ҡануниәт менән ҡаралған кадрҙар ротацияһы алымын ғәмәлгә индерәсәкбеҙ. Донъя практикаһы күрһәтеүенсә, белгестәрҙе эҙләү һәм һайлап алыуҙың, уларҙың һөнәри үҫешен дәртләндереүҙең һөҙөмтәле алымдары бар.
Кадрҙар әҙерләү һәм уларға өҫтәмә белем биреү мәсьәләләре айырым иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Һәр чиновник йылына бер тапҡыр мотлаҡ тәртиптә, эшенән китмәйенсә, белемен камиллаштырыу курсын үтәсәк.
Бөгөн Башҡортостанда Дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары системаһында кадрҙар сәйәсәте концепцияһы ҡабул ителде. Граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙең һөҙөмтәлелеген баһалау системаһын, һайлап алыу критерийҙарын, кадрҙарҙы үҫтереү алымдарын эшләү бик мөһим. Идара итеү һәм дәүләт органдарының кадрҙар резервына индереүгә дәғүә иткән иң яҡшы белгестәрҙе һайлап алыу өсөн Кадрҙарға тест үткәреү буйынса республика үҙәген ойошторабыҙ.
Кадрҙар протекционизмындағы законһыҙ практиканың коррупция күренештәре иҫәбенә инеүе хаҡында онотмайыҡ. Шул уҡ ваҡытта яза биреү, тыйыу саралары менән генә коррупцияны еңә алмауыбыҙҙы аңлау зарур.
Төбәк иҡтисадының моделе кәрәк
Республиканың социаль үҫеш мәсьәләләрен ҡарағанда иҡтисад проблемаларын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тейешбеҙ. Уның ныҡлы нигеҙе булмаһа, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса барлыҡ ниәттәребеҙ тормошҡа ашмаясаҡ. Киҫкен глобаль конкуренция шарттарында фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән юғары технологиялы иҡтисад ҡына ҡотҡарасаҡ беҙҙе. Шуға күрә киләһе өҫтөнлөгөбөҙ — заманса иҡтисади мөхит булдырыу.
Бөгөн беҙҙең өсөн мөһим мәсьәлә — иҡтисадыбыҙҙы яңы шарттарҙа, атап әйткәндә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ҡағиҙәләре буйынса эшкә көйләү. Ҡайһы бер эксперттарҙы глобаль конкуренция шарттарында, дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтеү күләме кәмегән осорҙа сәнәғәттең һәм ауыл хужалығының перспективаһы борсоуға һала.
Әйтергә кәрәк, бындай хәүеф өсөн нигеҙ бар. Тупрағыбыҙҙың уңдырышлылығы ҡайһы бер илдәрҙәге ерҙең сифатынан ҡалыша. Йылына ике-өс тапҡыр уңыш ала алмайбыҙ. Сәнәғәт етештереүен ойоштороу беҙҙә Ҡытайға йәки Көньяҡ-Көнсығыш Азияға ҡарағанда ҡиммәтерәк. Быларҙың барыһы ла продукцияның үҙҡиммәтен арттырыуға килтерә, конкуренция һәләтенә һәм инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһенә йоғонто яһай. Бындай хәлдә үҙенсәлекле ҡарарҙар эҙләргә кәрәк.
Власть структураларына ғилми ойошмалар менән берлектә яңы шарттарҙа төбәк иҡтисады эшенең моделен эшләү бурысы ҡуйыла. Юғары хәүеф зонаһындағы тармаҡтарҙы билдәләргә, уларға даими мониторинг үткәрергә, перспективалы үҫеш йүнәлештәрен ҡарарға кәрәк. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығына Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүҙең кире эҙемтәләрен йомшартыу буйынса нигеҙле саралар исемлеген төҙөргә ҡушам.
Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына республика агросәнәғәт комплексын ҡурсалау буйынса ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәле программаһын эшләү бурысын йөкмәтәм. Бөгөн ҡулланыусы магазинда продукция өсөн тауар етештереүсе ҡуйған хаҡтан ике-өс тапҡырға артығыраҡ түләй. Алыпһатарҙарҙы бындай мөмкинлектән мәхрүм итергә, ғәҙел хаҡ ҡуйыуҙы тәьмин итергә кәрәк.
Ошоға бәйле аграр продукцияны һатыу өлкәһендә кооперацияны үҫтереүгә айырым иғтибар бирелергә тейеш. Мәҫәлән, Данияла һөт баҙарында кооперативтар өлөшө — 96, Германияла 65 процент тәшкил итә, ә беҙҙә был мөһим баҙар институты бөтөнләй үҫмәгән.
Республика Хөкүмәте һәм профилле министрлыҡтар баҙар шарттарында иҡтисадты дәүләт көйләүе технологияларын үҙләштерергә, уның күләгәләге сегментын яҡтыға сығарырға тейеш. Мәҫәлән, беҙ һатып алыу һәм тауар интервенцияһы технологияларын әлегә тиклем һүлпән файҙаланабыҙ. Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн һатып алыуҙар үҙебеҙҙәге етештереүсенең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып тормошҡа ашырылырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта дәүләттең иҡтисадта ҡатнашыуының мөмкин тиклем һөҙөмтәле булыуы шарт. Ауыл хужалығы министрлығына планға ярашлы иҫәп-хисаптар үткәрергә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының өс “кәрзин”е араһында дәүләт субсидиялары дотацияларын бүлеүҙең иң ҡулай алымын билдәләргә кәрәк.
Экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлектең донъя баҙары 70 миллиард доллар самаһы тәшкил итә, ә Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек ассоциацияһы күҙаллауҙарына ҡарағанда, киләһе ун йыл эсендә ул 210 миллиардҡа, йәғни өс тапҡырға артасаҡ. Рәсәй был баҙарҙа ҡатнашмай тиерлек. Республикабыҙ бындай хәлде үҙгәртеү мөмкинлегенә эйә, тип уйлайым.
Иҡтисадыбыҙҙы үҙгәртеп ҡороу буйынса сараларҙың төп звеноһы — ул инновация рельстарына күсеү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өр-яңы юғары технологиялы эшләнмәләр буйынса беҙ әлегә алдынғы төбәктәрҙән ҡалышабыҙ.
80 йыл дауамында нефть сәнәғәте беҙҙең “визит карточка”быҙ, иҡтисади үҫештең берҙән-бер таянысы булды. Бөгөн үҫештең сеймал моделе юҡҡа сыҡҡан осорҙа беҙгә юғары технологиялы, “аҡыллы”, фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән өр-яңы структуралар булдырырға кәрәк. Машиналар эшләүҙе, фармакология, заманса химия, радиоэлектрониканы үҫтереү — яңы йүнәлештәребеҙ бына ошо.
Инновациялар — ул шулай уҡ яңы транспорт төрҙәре лә. Республиканың баш ҡалаһындағы хәрәкәттең көсөргәнешлелеге “метробус” йәки юғары тиҙлекле трамвай кеүек иҡтисади һәм һөҙөмтәле ҡарарҙар эҙләүҙе талап итә. Өфө хакимиәтенә хәлде ныҡлап анализларға һәм ҡулай проектты һайлап алырға кәрәк. Республиканың баш ҡалаһын заманса критерийҙарға ярашлы төҙөкләндерергә ваҡыт.
Уңышлы проекттар бар
Инвестиция сәйәсәтенә айырым иғтибар биреү зарур. Дәүләт Думаһындағы республика депутаттарынан Башҡортостанда дөйөм Рәсәй иҡтисади проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн перспективалы майҙансыҡ сифатында әүҙемерәк танытыуҙы һорайым. Үҙебеҙҙең инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн федераль структуралар менән үҙ-ара бәйләнеште көсәйтеү шарт.
Беҙҙә ошондай уңышлы проекттар миҫалдары бар. Улар иҫәбенә “Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара транспорт коридорының бер өлөшөнә әүереләсәк “Баулы — Күмертау” автомобиль юлын һалыу, “Газпром нефтехим Салауат” майҙансығында “Газпром” компанияһы менән берлектәге нефть химияһы кластерын ойоштороу, Благовещенда “Химтерра” технопаркын төҙөү инә.
Ағас эшкәртеү, машиналар эшләү, химия өлкәһендә “Кроношпан”, “Уралвагонзавод”, “Башнефть” компаниялары менән берлектә ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға ҙур әһәмиәт бирәбеҙ.
Муниципаль берәмектәр ҙә әүҙем инвестиция сәйәсәте үткәрергә тейеш. Муниципалитет башлыҡтарына инвестиция мәсьәләләре буйынса ярҙамсылар кәрәк. Ошоға бәйле ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инвестиция сәйәсәте буйынса вәкилдәрҙең кандидатураһын билдәләү фарыз. Улар муниципаль кимәлдә эшҡыуарлыҡ менән власть араһындағы бәйләүсе звеноға әүерелергә тейеш.
Инвестиция күләме буйынса республика, Түбәнге Новгород менән Татарстандан ғына ҡалышып, Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй. Күптән түгел генә беҙ алтынсы-етенсе урындарҙа инек. Быйыл төп капиталға инвестицияның былтырғы менән сағыштырғанда 185 миллиард һумдан 250 миллиардҡа тиклем, йәғни 25 проценттан ашыуға артыуын көтәбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта сит ил инвестицияһына бәйле хәлде яҡшы тип әйтеп булмай. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, республика иҡтисадына 300 миллион долларҙан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Был 2010 йылғы кимәлдең 62 процентын ғына тәшкил итә. Уның структураһында иң ҙур удель ауырлыҡты, йәғни өстән ике өлөштө, сауҙа һәм башҡа кредиттар биләй. Ошоға бәйле сауҙа кредиттарын инвестиция итеп күрһәтеп кемде алдарға тырышабыҙ, тигән һорау тыуа. Үҙебеҙҙе алдайбыҙ.
Статистиканы дөрөҫ күрһәтмәү практикаһын ҡалдырып, ҙур инвесторҙарҙы әүҙем эҙләргә кәрәк. Евросоюзда һәм АҠШ-тан ғына түгел, шулай уҡ Көнсығыш Ғәрәбстандан, Һиндостан, Ҡытайҙан. Ҡытай, Япония һәм Кореянан ҙур корпорациялар әле лә республика менән ҡыҙыҡһыныуын белдерә. 2015 йылда беҙ Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарын яҡшы ҡабул итеү менән бер рәттән уларҙы эшлекле партнерҙар менән бәйләнештәрҙе киңәйтеү өсөн майҙансыҡ сифатында ла файҙаланырға тейешбеҙ.
Лайыҡлы тормошҡа хоҡуҡ
Заманса мәғлүмәти йәмғиәт социаль тигеҙһеҙлек шарттарында йәшәй алмай. Лайыҡлы тормош — бөтә кешеләрҙең конституцион хоҡуғы. Шуға күрә ғәҙел социаль мөхит булдырыу — тағы ла бер мөһим өҫтөнлөгөбөҙ. Тормош сифатына экологиянан алып белем биреүгә тиклем бик күп факторҙар йоғонто яһай. Әммә уларҙың иң мөһиме — кешеләрҙең килем күләме. Быйыл һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр республикала эш хаҡының артыу динамикаһы ил буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тиҫтә йылда республикалағы иң бай кешеләрҙең 20 проценты менән фәҡирҙәрҙең 20 проценты араһындағы килем айырмалығы өҙлөкһөҙ арта килде. 2009 йылда ул 10 тапҡырҙан ашыу тәшкил итте. 2010 йылда ғына был үҫеште туҡтатып, хәүефле динамиканы кирегә бора алдыҡ. Ул осорҙа был күрһәткес 9,7, ә былтыр 9,6 тапҡырға кәмене. Әммә был ғына етмәй, йәмғиәттә ҡатламдарға бүленеште кәметергә, хеҙмәт хаҡы яҡшы булған өр-яңы эш урындары булдырырға, әүҙем халыҡты дәртләндерергә кәрәк.
Социаль именлеккә төп хәүеф — эшһеҙлек. Ул бик күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуларҙың иң мөһимдәре — енәйәтселектең, көс ҡулланыуҙың артыуы, ғаиләлә бәхәстәр, кешеләрҙең йәшәүгә дәртен юғалтыуы. Былтырғы йомғаҡтар буйынса дөйөм эшһеҙлек кимәле Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы төбәктә 7,7 процент тәшкил иткән. Быйыл ғинуар — сентябрҙә — 6,6 процент. Яҡшы күренеш, әлбиттә, ләкин был ғына аҙ.
Бәләкәй ҡалалар һәм райондар халҡы алдында мәшғүллек мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора. Эшһеҙлек кимәле буйынса беҙ төбәктәр араһында илленсе урынды биләйбеҙ. Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе хәлде тағы ла ҡатмарлаштырасаҡ. Ошоға бәйле республика Хөкүмәтенә хеҙмәт баҙарындағы шарттарҙы яҡшыртыу буйынса план әҙерләү зарур.
Торлаҡ мәсьәләһе — төбәгебеҙ өсөн бик ҡатмарлы. Беҙ торлаҡты сафҡа индереү буйынса алдынғы урындарҙы биләйбеҙ, әммә бер үк ваҡытта йән башына торлаҡ менән тәьмин итеү кимәле буйынса уртансылар төркөмөнә инәбеҙ. Республика эконом класлы торлаҡҡа киҫкен ҡытлыҡ кисерә. Күсемһеҙ милек баҙарында хаҡ бик ҡиммәт. Быйыл ғына яңы торлаҡ баҙарында хаҡ 10 проценттан ашыуға артҡан. 1 квадрат метрҙың баҙар хаҡы уның ысын үҙҡиммәтенән байтаҡҡа юғарыраҡ булыуы билдәле. Эш бында баҙар конъюнктураһында түгел, ә “етештереүгә ҡағылмаған сығымдарҙа”, ҡайһы саҡта коррупцияла.
Республика ведомстволарына торлаҡтың үҙҡиммәтен кәметеү планын эшләү бурысын ҡуям. Был, тәү сиратта, Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа һәм башҡа ҡалаларға ҡағыла.
Тағы ла бер мөһим социаль мәсьәләне күтәрергә теләйем. Ул — демографик хәл. Халыҡты һаҡлап ҡалыу — эшебеҙҙең төп девизы. Сабыйҙар һанын арттырыу, үлем кимәлен түбәнәйтеү, республикаға килгән халыҡ һанын күбәйтеүҙе тәьмин иткән уйланылған миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу — демографик сәйәсәтебеҙҙең өс төп йүнәлеше бына ошо. Әйтергә кәрәк, 2008 йылдан республикала сабыйҙар һаны 7,5 процентҡа артҡан, үлем 4,5 процентҡа кәмегән. Һөҙөмтәлә ҙур булмаған тәбиғи артым күҙәтелә.
“Аҡыллы йәмғиәт”те әҙер булмаған кешеләр төҙөй алмай. Мәсьәлә иң һөҙөмтәле айырым мәктәптәрҙе һәм юғары уҡыу йорттарын үҫтереүгә генә ҡоролмай. Беҙҙең өҫтөнлөк — бөтөн ижади интеллектуаль мөхитте комплекслы ойоштороу. Мәғариф системаһының эше төп социаль һәм һөнәри компетенцияларға юғары кимәлдә эйә булған, үҙ-үҙен камиллаштырырға, яңы һөнәрҙе үҙләштерергә әҙер шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында юғары квалификациялы эшселәргә, аграрийҙарға, инженерҙарға киҫкен ҡытлыҡ тойола. Әммә улар үҙҙәре барлыҡҡа килмәйәсәк. Өҫтәүенә йыл һайын мәктәпте тамамлаған 4–6 мең үҫмер — йәғни дөйөм һандың сирек өлөшө тиерлек — республиканан ситкә уҡырға китә.
Йәштәрҙең аңында ижадҡа ынтылыш тойғоһо тыуҙырыу, уларҙың тормош офоҡтарын киңәйтеү, белем культы тәрбиәләү беҙҙең өсөн бик мөһим. Ҡулланыусыларҙы ғына үҫтергән йәмғиәттең киләсәге юҡ. Ижадсылар менән уйлап табыусыларҙы тәрбиәләү — беҙҙең бурыс. Шуға күрә республиканың “Киләсәк паркы”н ойоштороуға конкурс иғлан итергә тигән тәҡдим индерәм. Сингапурҙа, Токио һәм Пекинда ошондай парктар эшләй.
Электрон белем биреүгә күсеү заманса белем-мәғлүмәт мөхитен булдырыуҙы күҙаллай. Был йәһәттән халыҡ-ара тәжрибәне, мәҫәлән, өйҙә “онлайн” режимында кибер-белем бирелгән Кореяны иҫәпкә алырға кәрәк. Ошо өлкәләге Мәскәү, Санкт-Петербург, башҡа алдынғы төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү шарт. Халыҡ-ара эксперттар баһалауынса, электрон белемгә сығымдар байтаҡҡа аҙыраҡ.
Бөгөн компьютер кластары булған мәктәптәрҙең барыһы ла Интернет селтәренә тоташҡан. Белем усаҡтарында 56 мең самаһы компьютер ҡуйылған. 1 мең уҡыусыға иҫәпләгәндә беҙҙә 130 компьютер тура килә, Рәсәй, Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ, әммә алға киткән төбәктәргә ҡарағанда түбәнерәк. Бөгөн үҫешкән илдәр “бер уҡыусы — бер компьютер” моделенә килгән осорҙа, беҙ белем биреүҙә селтәр мөхитен булдырыу йәһәтенән әүҙем эште дауам итергә тейешбеҙ. Бөтә дөйөм белем биреү учреждениелары беҙҙә Интернет селтәре менән тоташҡан. Әммә электрон белем биреү 61 мәктәптә генә ойошторолған. Әле мәктәптәрҙә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ғына дистанциялы белем ала, уларҙың да барыһы ла түгел.
Һөнәри белем биреү учреждениелары кимәлендә лә электрон уҡытыуҙы әүҙемерәк индерергә, электрон дәреслектәр, айырым курстар менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа кәрәк.
Республика биләмәһендә юғары уҡыу йорттары, ғилми, йәмәғәт ойошмалары, IT-компаниялар ҡатнашлығында “Башҡортостан электрон университеты” консорциумын ойошторорға кәрәк. Электрон ғилми, фәнни-техник һәм белем биреү ресурстарының республика банкын ойоштороуға беҙ ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Мәғлүмәт технологиялары буйынса республика агентлығына “Электрон белем биреү” дәүләт бюджет учреждениеһын ойоштороу һәм 2013 йылда уның эшмәкәрлеген башлау бурысын йөкмәтәм.
Вуз системаһын етди яңыртыу мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтәм. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы менән бөтә йүнәлештәр буйынса әүҙемерәк эшләү фарыз. Бына бер нисә йыл инде университеттарыбыҙҙың берәүһе лә федераль йәки милли-тикшеренеү учреждениеһы статусын ала алмай. Юғары уҡыу йорттары һәм уларҙың филиалдары эшмәкәрлегенә федераль мониторинг үткәреү йомғаҡтары буйынса ҡайһы берҙәре һөҙөмтәһеҙ тип танылды. Был уйланыу һәм хәлде яйға һалыу буйынса сара күреү өсөн етди сәбәп.
Әлегә беҙ ғалимдарыбыҙҙың интеллектуаль ҡеүәтен тулыһынса файҙаланмайбыҙ. Тәү сиратта, стратегик планлаштырыуҙа һәм идара итеүҙә. Беҙҙә дәүләткә яңы идеялар тәҡдим итеү, идара ҡарарҙарының эҙемтәһен алдан күҙаллау һәләтенә эйә булған “фекер фабрикалары”, йәғни ижтимағи фәнни-тикшеренеү ойошмалары барлыҡҡа килергә тейеш.
Талантлы йәш ғалимдар айырым иғтибар һәм ярҙам үҙәгендә булырға тейеш. Тураһын әйтергә кәрәк, бөгөн беҙ уларҙың күбеһенә ҙур эш хаҡы менән ысын мәғәнәһендә ижади эш тәҡдим итә алмайбыҙ. Хәлдән сығыу юлын республика IT-парктарын ойоштороуҙа күрәбеҙ. Шул иҫәптән беҙ үҙебеҙҙең мәғлүмәт индустрияһын ойошторорға ниәтләйбеҙ. Быларҙың барыһына ла инвестиция кәрәк. Төбәк “аҡыллы”, фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән иҡтисадты үҫтереү юлынан алға барасаҡ, ә йәштәр эшҡыуарлыҡ һәм карьера үҫеше өсөн социаль лифттарға эйә буласаҡ.
Хөрмәтле депутаттар!
Заманса йәмғиәттең мөһим үҙенсәлеге — дәүләттең граждандар һәм уларҙың берекмәләре менән һөҙөмтәле бәйләнеше. Беҙҙең өҫтөнлөк — граждан-демократик мөхитте артабан үҫтереү. Кешеләрҙе тыңлай һәм ишетә белеү, уларҙың мәнфәғәтенән сығып ҡарар ҡабул итеү — профессионализмдың мөһим билдәһе. Идарасыларҙың эшмәкәрлегендәге һөҙөмтәлелекте тап шуға ҡарап баһалаясаҡбыҙ.
Һуңғы ике йылда республикала бөтә кимәлдәге власть органдарын граждандар һәм уларҙың берекмәләре менән асыҡтан-асыҡ эшләүгә йүнәлтеү өсөн байтаҡ саралар күрелде. Ҡайһы бер етәкселәр халыҡ менән интернет сайттары ярҙамында аралаша, теле- һәм радиотапшырыуҙарҙа ҡатнаша, матбуғатта сығыш яһай. Граждандар йәмғиәте институты менән даими бәйләнеш яйға һалынды. Бындай эштең һөҙөмтәһе ышаныс тыуҙыра.
Шул уҡ ваҡытта дәүләткә граждандар йәмғиәтенә табан йылдамыраҡ яҡынайырға кәрәк. Йәмәғәт берекмәләренә тормошсан мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеген биреү зарур. Бөгөн донъяның алға киткән илдәре директиваһыҙ идара итеү моделенә күсә.
(Сығыш бер аҙ ҡыҫҡартып бирелде).