Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Юғары Радала барыһы ла шатмы?
Юғары Радала барыһы ла шатмы?28 октябрҙә Украинаның Юғары Радаһына һайлау үтте. БДБ-нан Күҙәтеүселәр миссияһы составына Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев тә индерелгәйне. Һайлауҙа халыҡ-ара күҙәтеүсе сифатында ул тәүгә ҡатнашмай. Сәфәрҙән ҡайтҡас, Хәйҙәр Вәлиев ҡасандыр Советтар Союзына ингән дәүләттәге коллегаларының эше, тауыш биреү барышы тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

— Хәйҙәр Арыҫлан улы, сит илгә күҙәтеүсе булып килгән кеше ниндәй тойғолар кисерә? Украина ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙымы? Тауыш биреү көнөндә кешеләрҙең кәйефе, дөйөм хәл-шарттар нисек?
— Бер ай эсендә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендәге өс илдә һайлауҙа ҡатнашырға тура килде. 23 сентябрҙә Белоруссиялағы, 14 октябрҙә — Рәсәйҙәге, 28 октябрҙә Украиналағы тауыш биреүҙе күҙәттем.
Киң мәғлүмәт сараларындағы хәбәрҙәргә ҡарағанда, был илдәге һайлау осорона ығы-зығы, ҡаршылыҡлы күренештәр хас кеүек. Республикалағы һайлау системаһының етәксеһе булараҡ, был хәл мине борсомай ҡалманы, әлбиттә. Бөтәһен дә үҙ күҙем менән күреү, сағыштырыу һәм аңлау теләге менән яндым.
Тәүге тәьҫорат шундай: һайлау тейешле кимәлдә ойошторолғайны. Әйткәндәй, эшләү уңайлы булһын өсөн беҙҙе Украинаның халыҡ депутаттарын һайлау тураһындағы закондың айырым положениеларынан торған мәғлүмәти һәм ҡануни материалдар, ошо ил Конституцияһындағы Юғары Рада депутаттарын һайлауға ҡағылған статьялар менән тәьмин иттеләр. Тауыш биреү көнөндә күҙәтеүсе анкетаһын тултырҙыҡ.
Киев ҡалаһының Оболонск районындағы 15 һайлау участкаһы беҙҙең эшмәкәрлек даирәһенә инде. 217-се округта баштан уҡ проблемалар юҡ, тигәйнеләр. Тауыш биреү көнөндә иртәнге 8-се 15 минутта һайлау участкаһының асылғанын күҙәтергә килдек. Көн дауамында төрлө участкаларҙа булдыҡ һәм билдәләнгән ваҡытта БДБ-нан Күҙәтеүселәр миссияһы штабына тауыш биреү барышы хаҡында мәғлүмәт тапшырҙыҡ. Кис 15 минуттан һигеҙ тула тигәндә һайлау участкаһының ябылыуын, тауыштарҙы һанауҙы күҙәттек, комиссияның йомғаҡлау ултырышында ҡатнаштыҡ.
Һайлау участкаларына килгән халыҡ та, сараны ойоштороусылар ҙа изге күңелле, ихлас тойолдо. Башлыса мәктәптәрҙә урынлашҡан һайлау участкаларында халыҡ гражданлыҡ бурысын үтәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышҡан коллегаларыбыҙ. Ваҡиғаның тантаналылығы, әһәмиәте, беҙҙәге кеүек үк, күҙгә бәрелеп тора. Күңелле музыка уйнай, буфеттар эшләй.
Һайлауға тәү сиратта оло быуын вәкилдәре килде. Улар балалары менән, ейәндәренең яҡты киләсәгенә, донъялағы тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа өмөт бағлауын йәшермәне. Беҙ күҙәткән участкаларҙа халыҡтың 60 проценты тауыш бирергә килгәйне. Минеңсә, Украинаның баш ҡалаһы өсөн был насар түгел.
— Рәсәйҙән килгән күҙәтеүселәргә сәйәси партия вәкилдәренең, һайлаусыларҙың мөнәсәбәте ниндәй булды?
— Ҡыҫҡаса әйткәндә, хөрмәт, ихтирам күрһәттеләр. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы. Һайлау участкаларында, беҙҙән башҡа, һайлауҙа ҡатнашҡан партияларҙан да күҙәтеүселәр бар ине. Улар эргәбеҙгә килеп, кем булыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды, тауыш биреүҙең ғәҙел үтеүен, хоҡуҡтарҙың боҙолмауын теләгәнлеген йәшермәне.
Участка комиссияһы рәйестәренең күбеһе аралашыу барышында ҡасандыр дуҫ һәм татыу дәүләттә йәшәгән дәүерҙе һағынып иҫкә алды.
— Һайлауҙы ойоштороусылар, һайлаусылар менән ниндәй телдә аралаштығыҙ?
— Нигеҙҙә урыҫса, сөнки халыҡтың 70 проценты тиерлек ошо телде белә. Шуға иғтибар иттем: телевидениелағы дебаттар барышында журналистар һорауҙы украинса бирһә лә, уларға урыҫса йәки ҡатнаш телдә яуап ҡайтаралар ине. Дөйөм алғанда, үҙебеҙҙе өйҙәгесә тойҙоҡ. Бының өсөн коллегаларыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
— Интернет аша Украиналағы тауыш биреү барышын туранан-тура күҙәтергә мөмкин ине. Веб-камераларҙың эшләү системаһын украиндар үҙ иттеме?
— Техник яңылыҡтар бында тәүгә ҡулланылды. Һайлау алдынан уҡ Интернет төрлө видеосюжеттар менән тулғайны. Веб-камераларҙы Украинала ла, Рәсәйҙәге кеүек үк, ихлас ҡабул иттеләр. Минеңсә, һайлау ысын мәғәнәһендә асыҡтан-асыҡ үтте. Тауыш биреү өсөн йәшниктәр ҙә, шул иҫәптән күсереп йөрөтмәле урналар ҙа үтә күренеүсән ине.
— Һайлауҙы ойоштороусылар киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнешкә индеме, беҙҙәге кеүек, тауыш биреү барышы хаҡында брифингтар, фекер алышыуҙар булдымы?
— Һайлау көнөндә Украинаның Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Шаповал, шулай уҡ һайлау комиссиялары ағзалары журналистар менән даими аралашты. БДБ-нан Күҙәтеүселәр миссияһының Киев ҡалаһындағы штабы Халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең матбуғат үҙәгендә матбуғат конференцияһы үткәреләсәге хаҡында алдан хәбәр иткәйне. Оло Житомир урамындағы 2-се йортта урынлашҡан Украина Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Дипломатия академияһы күҙәтеү һөҙөмтәләре иғлан ителгән төп майҙансыҡҡа әүерелде.
— Ситтән ҡарағанда һәр саҡ ниндәйҙер етешһеҙлек күренә. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
— Тауыш биреү өсөн биналарҙың етмәүе асыҡ тойолдо. Беҙҙән айырмалы, Украиналағы участка һайлау комиссиялары тығыҙыраҡ — бер бинала икешәр, хатта өсәр участка урынлашҡайны. Кешеләргә лә ҡыйынғараҡ тура килде, сөнки бөтә эш бер мәктәптең спорт залында башҡарыла ине. Шулай ҙа коллегаларыбыҙ ҙур тырышлыҡ күрһәтте, һайлаусыларҙы ҡаршы алып та, оҙатып та, аңлатма биреп тә өлгөрҙө. Һәр йөҙ һайлаусыға комиссияның берәр ағзаһы тура килә ине, йәғни һәр участка комиссияһында уртаса алғанда 23-24 кеше эшләне.
— Халыҡ-ара күҙәтеүселәр ниндәй ҙә булһа етешһеҙлекте асыҡланымы?
— Иғтибарҙы йәлеп иткән төп нәмә — ажиотаж күҙәтелмәне. Һайлау Украина ҡануниәте нормаларына ярашлы, тыныс үтте. Тауыш биреү көнөн болоҡһотҡан күренештәр булманы, һәр хәлдә, беҙ күҙәткән һайлау участкаларында кәйеф шәп ине. Әлбиттә, һәр күҙәтеүсе һайлауҙы үҙенсә баһалай, мәҫәлән, Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары буйынса бюроһы башҡа фекерҙә. АҠШ-тың Дәүләт департаменты Украиналағы һайлауҙы “демократияға илткән юлда артҡа табан бер аҙым” тип атаны. Һәр кем үҙенсә хаҡлылыр. Мин иһә яҡшы тойғолар менән ҡайттым, сөнки коллегаларымдың ҡатмарлы һәм яуаплы эштә ысын оҫталар булыуын күрҙем.
“Объектив баһа беҙҙең өсөн бик мөһим, киләсәктә демократик һайлау үткәреү практикаһын яҡшыртыу өсөн ошоға нигеҙләнәсәкбеҙ, — тине Төбәктәр партияһы исемлегенең башында торған Николай Азаров. — Күҙәтеүселәргә баһалары һәм иҫкәрмәләре өсөн рәхмәтлебеҙ”.
“Дәғүәләрҙең аныҡ белдерелеүен, был мәсьәләләрҙең ентекле тикшерелеүен теләр инем, — тип тә белдерҙе ул АҠШ-тың Украиналағы илсеһе Джон Теффт менән осрашыуында. — Рәсми мәғлүмәттәр экзит-пол күрһәткестәре менән тулыһынса тиерлек тап килгәс, ниндәй хилафлыҡ хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин? Парламентҡа һайлауҙың асыҡлығын һәм демократияға ярашлылығын тәьмин итеү йәһәтенән Украина власы һалған тырышлыҡ тулыһынса аҡланды. Был — ирекле, демократик һайлауҙың классик өлгөһө”.
— Халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең эшенә йомғаҡ яһап, уның йәмғиәт һәм граждандар өсөн файҙаһы хаҡында бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.
— Әлбиттә, файҙаһы барлығы бәхәсһеҙ. Ситтән ҡараш һәр кеше өсөн бик мөһим, һайлау комиссияһы, тауыш биреүҙе ойоштороусылар өсөн бигерәк тә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һайлау системаһына барыһы ла ышанып етмәй. Айырым кешеләрҙең субъектив, нигеҙһеҙ фекере уға ҡарата кире мөнәсәбәт тыуҙыра. Ә бына етешһеҙлектәр аҙыраҡ булһа, халыҡтың комиссияларға ышанысы артасаҡ.
Мәүлиҙә ЯҠУПОВА әңгәмәләште.


Дөйөм тиражы 700 мең дана тәшкил иткән “Сегодня” көндәлек гәзитенең Киев сығарылышы һайлауҙа тауыштарҙы юғалтмауға ҡағылған 15 кәңәште баҫтырып сығарҙы. Улар һайлауға үҙең менән нимә алырға, участкаға ҡасан барырға, унда нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләй; веб-камераларҙан ҡурҡмаҫҡа өндәй; бюллетендәрҙең икәү булырға тейешлеге, тәртип боҙған өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртә.
“Беҙ яңы парламент һайлайбыҙ, — тип яҙа гәзит. — Украинаны нисек итеп күргегеҙ килә, шуның өсөн тауыш бирергә кәрәк. Быға ышанмаһағыҙ ҙа, һайлауҙа ҡатнашыу зарур. Юғиһә, дүшәмбе коллегаларығыҙҙың: “Кем өсөн тауыш бирҙең?” — тигән һорауына яуап бирә алмаясаҡһығыҙ. Участкаларҙа осрашҡанға тиклем!”
Күренеүенсә, кәңәштәр ярҙам итте. Украинала һайлау үткән тип танылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә