Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Етәкселектә — үҙгәрештәр
1 ноябрҙә республиканың 23 муниципаль районында урындағы Советтарҙың ойоштороу ултырыштары үтте.

Архангел районында Совет рәйесе итеп үҙәк район дауаханаһының баш табибы булған Әбүбәкерова Суфия Фидаил ҡыҙы һайланды. Баймаҡ районында “Баймакский вестник” гәзите мөхәррире булып эшләгән Сәйғәфәрова Динара Юрис ҡыҙы Совет рәйесе итеп һайланды. Баҡалы районында Совет рәйесе итеп “Баҡалыводстрой” йәмғиәтенә етәкселек иткән Булдаков Виталий Геннадьевич һайланды, хакимиәт башлығы вәкәләттәре тамамланыуға бәйле. әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Андреев Александр Георгиевич башлыҡ вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Балтас районында Совет рәйесе итеп “Луч” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә етәкселек иткән Арыҫланов Фирдинант Нәзиф улы һайланды, әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Ғәлләмов Рәфил Әмин улы, башлыҡ вәкәләттәре ваҡыты үтеүгә бәйле, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бәләбәй районында Совет рәйесе итеп “Керамика” йәмғиәтенең генераль директоры булған Ғөбәев Сәлим Сәрүәр улы һайланды, әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Мурмилов Юрий Александрович, башлыҡ вәкәләттәре ваҡыты үтеүгә бәйле, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Борай районында Совет рәйесе итеп “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы — Борай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы булған Вәлшин Рәмил Закир улы һайланды, хакимиәткә етәкселек иткән Нурисламов Борис Шәрәфғәле улы, хакимиәт башлығы вәкәләттәре тамамланыуға бәйле, Борай районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бөрйән районында элемтә идаралығына етәкселек иткән Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы, Ғафури районында ветеринария станцияһына етәкселек иткән Зәйнетдинов Фаил Һиҙиәт улы, Йылайыр районында — 80-се Юлдыбай профессиональ лицейы директоры булған Нәҙерғолов Ғәлей Яхъя улы, Иглин районында “Иглин” идарасы компанияһына етәкселек иткән Мырҙабәков Харис Таймас улы Совет рәйесе итеп һайланды. Илеш районында Совет рәйесе итеп “Иштау” йәмғиәте директоры булған Уҙаманов Хәмит Ғәбит улы һайланды, район хакимиәте башлығы вәкәләттәре тамамланыуға бәйле, әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Мостафин Илдар Иршат улы Илеш районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй Пенсия фондының Ҡырмыҫҡалы районындағы идаралығы начальнигы булып эшләгән Ҡотлоева Зөлфиә Хәмит ҡыҙы, Ҡыйғы районында 115-се профессиональ училище директоры булған Ҡотдосов Раян Һиҙиәт улы Совет рәйесе итеп һайланды. Краснокама районында Кама элеваторына етәкселек иткән Ситдиҡов Хәмит Миңлейәр улы Совет рәйесе итеп һайланды, хакимиәт башлығы вәкәләттәре тамамланыуға бәйле әлегә тиклем район хакимиәте башлығы булған Ғилмуллин Рәзиф Мөхәмәтнур улы башлыҡ вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Мәсетле районында Совет рәйесе итеп “Йондоҙ” йәмғиәтенә етәкселек иткән Латипов Юрис Хәйҙәр улы һайланды. Мишкә районында Совет рәйесе итеп 150-се профессиональ училище директоры булған Байбулатов Валерий Тимерғәле улы һайланды, район хакимиәте башлығы вәкәләттәре ваҡыты үтеүгә бәйле әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Андреев Виталий Михайлович муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Нуриман районында Совет рәйесе итеп үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып эшләгән Әхтәмов Илшат Ғилуан улы һайланды, башлыҡ вәкәләттәре тамамланыуға бәйле әлегә тиклем Нуриман районы хакимиәте башлығы булған Носратуллин Азамат Ризуан улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Туймазы районында Совет рәйесе итеп әлегә тиклем 3-сө төҙөлөш фирмаһының генераль директоры булған Миңлебаев Илфир Ғоссам улы һайланды, район хакимиәте башлығы вәкәләттәре тамамланыуға бәйле әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Хәйруллин Рәшит Хөснулла улы башлыҡ вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Өфө районында Совет рәйесе итеп “Шемәк” йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләгән Рәхмәтуллин Фәрит Абзалетдин улы һайланды. Федоровка районында Совет рәйесе итеп “Монтажсервис” йәмғиәтенә етәкселек иткән Фадеев Алексей Петрович һайланды, хакимиәт башлығы вәкәләттәре ваҡыты үтеүгә бәйле, әлегә тиклем район хакимиәтенә етәкселек иткән Ишмөхәмәтов Радик Ғилметдин улы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Хәйбулла районында “Хәйбулла” йәмғиәтенә етәкселек иткән Суходолов Вячеслав Иванович Совет рәйесе итеп һайланды. Шишмә районында Совет рәйесе итеп “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы — Шишмә юл ремонт-төҙөлөш идаралығына етәкселек иткән Бикмәев Хәлил Хәлит улы һайланды, башлыҡ вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуға бәйле, әлегә тиклем хакимиәт башлығы булған Уразмәтов Флүр Зиннур улы Шишмә районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Яңауыл районында Совет рәйесе итеп Яңауыл урмансылығына етәкселек иткән Беспалов Юрий Владимирович һайланды, хакимиәткә етәкселек иткән Вәзиғәтов Илшат Әғзәм улы, башлыҡ вәкәләттәре тамамланыуға бәйле, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә