Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тәжрибәле кешеләр яңы урында ла юғалып ҡалмаҫ
Гәзитебеҙҙең үткән һанында хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашты. Һүҙ башҡарма власть органдарындағы реформа, яңы етәкселәр алдына ҡуйылған өҫтөнлөклө бурыстар, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре халыҡ-ара саммиттарына әҙерләнеүҙең төп этаптары хаҡында барҙы.

Һөйләшеү барышында Рөстәм Зәки улы Башҡортостан Хөкүмәте ағзаларын тәғәйенләгәндә ниндәй талаптарға таяныуын аңлатты. Яңы Хөкүмәттең төп маҡсаты – инвестициялар йәлеп итеү, төбәк сәйәсәтен алып барыу, IT-индустрияны үҫтереү һәм электрон белемде арттырыу.
Президент әйтеүенсә, Хөкүмәттә яңы кешеләр күп, әммә уларҙың һәр ҡайһыһының эш тәжрибәһе бар, һәр ҡайһыһы быға тиклем төрлө хәл-ваҡиғаларҙа һыналған. Күпселек етәкселәр ошоғаса урынбаҫар вазифаһын башҡарған, шуға күрә үҙҙәренә йөкмәтелгән тармаҡ эше улар өсөн һис тә яңылыҡ түгел. Ҡайһы бер етәкселәрҙе тәғәйенләү "тарих"ын Рөстәм Зәки улы айырым билдәләп үтте. Атап әйткәндә, мәҙәниәт министрының шәп музыкант, халыҡ-ара премиялар лауреаты булыуын, мәҙәни тормошто профессиональ күҙлектән баһалауын, был өлкәлә эшләгән кешеләрҙе яҡшы белеүен, киң ҡарашлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– "Ни эшләп әлегәсә мәҙәниәт министрын тәғәйенләмәйһегеҙ?" – тип күп әйттеләр. Сере ябай: Әминә Шафиҡованың ҡыҙы бер аҙ үҫкәнен, балалар баҡсаһына барыуын көттөк. Шуға ла тармаҡ етәксеһен тәғәйенләүҙе бер аҙ кисектерергә тура килде, – тине Рөстәм Зәки улы.
Завод директоры вазифаһын ҡалдырып, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры бурыстарын үтәргә килгән Алексей Карпухин кандидатураһында ла Президент айырым туҡталды. Баҡһаң, ҙур хужалыҡтарҙың тәжрибәле етәкселәре араһында дәүләт кимәлендәге юғары посты биләргә атлығып тороусылар аҙ икән. Бының да сере ябай булып сыҡты: министр айына уртаса 90 – 100 мең һум эш хаҡы алһа, хәлле предприятие етәксеһенеке 300 – 400 мең һумға етә. Аҡсалы урынды кемдең ҡалдырғыһы килһен? Яңы министр икеләнеү тойғолары кисерһә лә, Рөстәм Зәки улы тәжрибәле етәксегә ҙур өмөт бағлауын һәм уға ярҙам итәсәктәрен белдерҙе.
Президент төбәктә һөҙөмтәлелектең төп күрһәткестәре системаһын (KPI) артабан үҫтереү буйынса ла фекерен белдерҙе. Республиканың власть органдарына яңылыҡ 2010 йылда уҡ индерелә башланы, әммә әлегә был эштә ҡаршылыҡтар ҙа етерлек.
– Ҡайһы бер кешеләр системаны бөтөнләй ҡабул итмәй йәки уның буйынса эшләргә теләмәй, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ундайҙарҙың бер өлөшө китте, бәғзеләре төптәнерәк уйларға ниәтләне. Әлбиттә, был йүнәлештә хәрәкәт бар. Кешеләр, ниһайәт, аңланы: дүрт-биш күрһәткес менән эш итеү, уларҙың башҡарылыу барышы, һөҙөмтәһе өсөн яуап биреү күпкә еңелерәк. Артабан был йүнәлеш буйынса ниндәй аҙымдар яһаясағыбыҙҙы тикшерәсәкбеҙ, системаны артабан үҫтерәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә ошо юҫыҡта эш башланып ҡына тора, ә беҙ шул форматта әле үк эшләйбеҙ.
Президент һайлауын ваҡытынан алда — 2013 йылда үткәреү тураһындағы һорауға яуап итеп, Рөстәм Зәки улы былай тине:
— Был хаҡта уйланғаным юҡ әлегә. Әлбиттә, 2015 йылға тиклем эшләргә теләр инем. Һайлау — бик ҡиммәтле эш. Беләһегеҙме, күпмегә төшә? Яҡынса 300–400 миллион һум бюджет аҡсаһы. Бер йәнһүрәттә бөтә нәмәне тутыйғош менән үлсәйҙәр, ә мин — балалар баҡсалары менән. Ошо аҡсаға биш-алты балалар баҡсаһы төҙөргә мөмкин.
Г. БАЛТАБАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә