Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Етәкселектә — үҙгәрештәр
31 октябрҙә республиканың 20 муниципаль районында урындағы Советтарҙың ойоштороу ултырыштары үтте.

Әбйәлил районында Совет рәйесе итеп “Башавтодор” йәмғиәтенең юл ремонт-төҙөлөш идаралығы етәксеһе Рәжәпов Мирхәт Зиннәт улы һайланды. Район хакимиәте башлығы вәкәләттәренең ваҡыты үтеүгә бәйле әлегә тиклем хакимиәт башлығы булып эшләгән Сыңғыҙов Рим Һатыбал улы Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Әлшәй районында Совет рәйесе итеп Раевка ауылы гимназияһы директоры Колеганов Сергей Николаевич һайланды, хакимиәт башлығының вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуға бәйле әлегә тиклем хакимиәт башлығы булып эшләгән Мостафин Дамир Радик улы башлыҡ вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ауырғазы районында Совет рәйесе итеп 82-се профессиональ лицей директоры Хоҙайбирҙин Миңнулла Шәйхислам улы һайланды, әлегә тиклем район хакимиәте башлығы булып эшләгән Ишемғолов Марат Баязит улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Балаҡатай районында үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары булып эшләгән Ҡәйүмов Нәғим Харис улы Совет рәйесе итеп һайланды, әлегә тиклем район хакимиәте башлығы булған Мехоношин Павел Иванович башлыҡ вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Белорет районында хеҙмәт ветераны Карепанов Евгений Яковлевич Совет рәйесе итеп һайланды, район хакимиәте башлығы вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуға бәйле әлегә тиклем хакимиәт башлығы булған Миронов Владислав Геннадьевич муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бишбүләк районында Совет рәйесе итеп “Бишбүләкгазстрой” йәмғиәте директоры Павлов Юрий Григорьевич һайланды, әлегә тиклем хакимиәт башлығы булған Ғатаулли Наил Ғабдулла улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бөрө районында Совет рәйесе итеп “Башспирт” йәмғиәтенең Бөрө спирт-араҡы комбинаты директоры Груздев Александр Анатольевич һайланды, башлыҡ вәкәләттәренең ваҡыты тамамланыуға бәйле Хорошилов Николай Анатольевич Бөрө районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бүздәк районында Совет рәйесе итеп үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хажиев Айрат Шәймулла улы һайланды, башлыҡ вәкәләттәре тамамланыуға бәйле әлегә тиклем район хакимиәтенә етәкселек иткән Хажиев Радик Әнүәр улы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Дәүләкән районында Дәүләкән ҡалаһының 103-сө профессиональ лицейы директоры Якушин Геннадий Михайлович Совет рәйесе итеп һайланды, әлегә тиклем хакимиәт башлығы булған Бикбулатов Закир Ғизелхаҡ улы башлыҡ вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуға бәйле муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Дыуан районында “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһы директоры булған Зарипов Таһир Ғафар улы Совет рәйесе итеп һайланды, әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Солин Владимир Иванович район башлығы вәкәләттәре тамамланыуға бәйле хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Йәрмәкәй районында үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Ишмырҙина Зөләйха Ғамир ҡыҙы Совет рәйесе итеп һайланды, әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Шәйхетдинов Ғафуан Мәҙиәр улы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ейәнсура районында Рәсәй Пенсия фондының Ейәнсура районындағы идаралығы начальнигы Байғужин Ғимран Фәтих улы Совет рәйесе итеп һайланды, хакимиәт башлығы вәкәләттәренең ваҡыты тамамланыуға бәйле әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Байсурин Әлфәрис Сәлихйән улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Кушнаренко районында Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы директоры урынбаҫары Дружинина Людмила Михайловна Совет рәйесе итеп һайланды, башлыҡ вәкәләттәренең тамамланыуына бәйле әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Йосопов Алмас Мәмдүх улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Миәкә районында “Башинформсвязь” йәмғиәтенең Ҡырғыҙ-Миәкә район элемтә узелы етәксеһе Хәйретдинов Борис Тәүхетдин улы Совет рәйесе итеп һайланды, район хакимиәте башлығы вәкәләттәре тамамланыуға бәйле әлегә тиклем хакимиәт башлығы Насиров Зәйнулла Хәбибулла улы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Салауат районында “Янғантау” шифаханаһы директорының ойоштороу һәм кадрҙар эше буйынса урынбаҫары Әбдрәшитов Ринат Хәтмулла улы Совет рәйесе итеп һайланды, әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы башлыҡ вәкәләттәре тамамланыуға бәйле уның вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Стәрлебаш районында “Газсервис” йәмғиәтенең “Салауатгаз” филиалындағы Стәрлебаш район комплекслы эксплуатация хеҙмәте етәксеһе Рысаев Юнир Ханмырҙа улы Совет рәйесе итеп һайланды. Тәтешле районында “Урал” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Әүхәҙиев Фирдус Әлфир улы Совет рәйесе итеп һайланды, хакимиәт башлығы вәкәләттәре ваҡыты үтеүгә бәйле әлегә тиклем башлыҡ булып эшләгән Гәрәев Рушан Ҡәҙим улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Саҡмағош районында үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ғиззәтуллин Салауат Зәки улы Совет рәйесе итеп һайланды, хакимиәт башлығы вәкәләттәре тамамланыуға бәйле әлегә тиклем башлыҡ булып эшләгән Йосопов Риф Сәғҙәтулла улы хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Шаран районында Халыҡтың мәшғүллек үҙәге директоры Хәйруллин Мәғҙән Әнғәм улы Совет рәйесе итеп һайланды, әлегә тиклем хакимиәткә етәкселек иткән Сәмиғуллин Илгиз Мәғҙән улы башлыҡ вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуға бәйле уның вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә