Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Хакимлыҡ — өҫтөнлөк түгел, ә йөк
Хакимлыҡ — өҫтөнлөк түгел, ә йөкБынан ун өс йыл самаһы әүәл, 1999 йылдың 31 декабрендә, төш мәлендә, Борис Ельцин, ниһайәт, власты ҡалдырыуы һәм Президент вазифаһын атҡарыуҙы Владимир Путинға йөкмәтеүе тураһында телевидение аша халыҡҡа еткергәс, сит ил матбуғатында “Who is mister Putin?” тигән сөәл тәбиғи рәүештә хасил булһа, үҙ илебеҙҙә лә “Кем Һеҙ, Путин әфәнде?” тип һораусылар күп булғандыр.

Хакимдар килә тора, сәйәси сәхнәне ҡалдырып китә тора. Кемдәрҙеңдер исеме тарих сәхифәләренә теркәлә, икенселәр, бөгөн властан китһә, шунда уҡ, онотолоп, һыуға төшкән таштай юғала.
Владимир Путиндың билдәһеҙлектән юғарыға ҡапыл ғына күтәрелеп сығыуы — тотороҡһоҙ замандың үҙе кеүек үк ғәжәпләнерлек тә, сәйерерәк тә булғандыр. Анатолий Собчак, Дмитрий Медведев һымаҡ, Путин да — юрист, Петербургта ҡанат нығытҡан ҡош. Анатолий Александрович Собчактың Горбачев осоронда СССР-ҙың халыҡ депутаты булып, Ельцинды дәртләндереп, Союзды тарҡатышып йөрөүе, уға власҡа килергә булышлыҡ итеүе тиктәҫкә булмаған икән. Ҡасандыр император Петр I тәрбиәләп, вазифаларға эйә булған эшмәкәрҙәрҙе “Петр ояһынан сыҡҡан ҡошсоҡтар” тип йөрөткәндәр. Хәҙерге Рәсәй хакимиәте түрендә тотошлай тиерлек — Петербург егеттәре һәм ҡыҙҙары. Уларҙы Собчак балалары тип атарғамы, әллә Путиндың юлдаштары тиһәк, дөрөҫөрәк булырмы?
Ә теге: “Кем Һеҙ, Путин әфәнде?” — тигән һорауға яуапты үҙебеҙгә, уның эшмәкәрлегенең беҙгә билдәле сәхифәләренән эҙләргә тура килә.
Владимир Путиндың Мәскәүгә эшкә күсеүе һәм хакимлыҡ баҫҡысынан күтәрелә башлауы Ельциндың Президентлыҡҡа икенсе тапҡыр һайланып та, сәләмәтлеге ҡаҡшаған осорға тура килде. Туҡһанынсы йылдарҙың икенсе яртыһында Хөкүмәттә власть тотороҡһоҙлоғо трагифарс рәүешен алды. Власта банкир В. Потанин да, эшҡыуар Б. Березовский ҙа, Гайдарҙың арҡаҙаштары А. Чубайс менән Б. Немцов та булып алды. Ә Хөкүмәт башында Виктор Черномырдин, Сергей Кириенко, Евгений Примаковтар береһен-береһе алмаштырып эшләне. Әммә мәсьәлә шәхестәрҙә лә түгел, ил хужалығы бөлгөн хәлгә төшкәйне. Иҡтисадты тамам емерелеүҙән халыҡ-ара финанс ойошмаларының ифрат ҙур кредиттары ғына ҡотҡара килде. Заводтар эшен туҡтатты, халыҡтың көнитмеше көндән-көн ауырая барҙы. Бәлә өҫтөнә ҡаза тигәндәй, Кавказда Рәсәй еңелеү артынан еңелеүгә осраны. 1996 йылдың авгусында чечен боевиктары Грозный ҡалаһын яулап алды һәм тиҙҙән Именлек советы секретары А. Лебедь Хасавюртта чечен формированиелары штабы начальнигы А. Масхадов менән федераль ғәскәрҙәрҙе Чечнянан сығарыу тураһындағы документтарҙы имзаланы. Был сепаратистарҙың еңеүен һәм федераль властың еңелеүен аңлата ине.
1998 йылдың мартында Ельцин реформалар осоронда ла аҡылын юймаған тәжрибәле етәксе, үткер телле Виктор Черномырдиндың үҙен отставкаға ебәрҙе. Бының тәрәнтен сәбәптәре әле булһа билдәһеҙ. Берәүҙәр, Ельцин, йәнәһе, ул саҡ тәхетенә дәғүә итеүҙән ҡурҡҡан, тип фараз итә, икенселәр, Черномырдин АҠШ-та визит менән булғанда, вице-президент А. Гор менән, буласаҡ президенттар, тип үҙҙәре өсөн бокал күтәргән, имеш, тинеләр. Һәр хәлдә, Ельцин үҙенә алмашҡа кемдең киләсәге тураһында 1999 йылдың яҙынан уйлана башлаған икән. Тәүҙәрәк уның күҙе С. Степашинға төшкән, әммә тегеһе чечен боевиктары Дағстанға баҫып ингән саҡта ҡаушап ҡалғас, Премьер-министр вазифаһында уны Федераль именлек хеҙмәте рәйесе булып эшләгән В.В. Путин алмаштырған.
Бәс, шул мәлгә тиклем хеҙмәттәштәре һәм яҡташтарынан бүтәндәргә билдәле булмаған ҡырҡ ете йәшлек ир-уҙамандың идаралыҡ тауы түбәһенә баҫыуы ғәмәлгә шулай ашты. Ә 2000 йылдың майында аппараттың да, матбуғаттың да һәм, иң мөһиме, һайлаусыларҙың ярҙамы менән, Путин президентлыҡҡа тәүге турҙа уҡ үтте. Владимир Владимировичҡа юлдаш булған уңыштың, әлбиттә, үҙ әтнәкәһе бар ине. Ул мәлдә нефткә лә, газға ла хаҡтар юғары, бюджетҡа аҡса тамып түгел, бәлки, ағып килә. Аҡса булғас, төҙөлөш эштәре әүҙемләнеп китте. Халыҡтың көнитмеше лә хәл ҡәҙәре яйланғандай. Йәнә шуныһы, Ельцин хакимлығының һуңғы йылдарынан айырмалы рәүештә, Путинды ул саҡ төрлө сәйәси көстәр ҙә, киң халыҡ массалары ла ҡеүәтләп торҙо. Социологик һорау алыуҙар һөҙөмтәһе буйынса, уның рейтингы 60 проценттан да түбән төшкән осраҡ булмағандыр. Путинды зыялылар ҙа, армия, махсус хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ла үҙ итте. Бер мәл, чекистар алдында сығыш яһап, Путин, мәрәкә өсөн, элекке коллегаларына: “Власҡа инеп урынлашыу ғәмәлгә ашырылды, һеҙҙең задание үтәлде!” — тип рапорт биргәйне.
Рәсәйгә сит дәүләт етәкселәренең дә мөнәсәбәте шаҡтай үҙгәрә төштө. 2001 йылдың 11 сентябрендә Америкаға террорлыҡ һөжүменән аҙаҡ Путин АҠШ халҡының ҡайғыһын уртаҡлашып ҡына ҡалманы, бәлки террорлыҡ йөҙөндәге яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшәсәктәрен белдерҙе. Беҙҙең ил Американың Афғанстандағы “Ҡон ҡайтарыу ударҙарын” да хупланы. Былар барыһы ла Путиндың һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара абруйын күтәреп ебәрҙе.
Эске сәйәсәттә Путин президент власын көсәйтеү, уның абруйын күтәреү һәм идаралыҡ системаһын камиллаштырыу юлын дауам итте. Шул осорҙа уҡ “власть вертикален” нығытыу тураһында һүҙ сыҡты. Был һүҙ башында Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкилдәре торған ете федераль округтар булдырыуҙа үҙ кәүҙәләнешен тапты (бер нисә йыл үтә килә һигеҙенсе округ та хасил булды). Урындағы власть өҫтөнән Конституцияла ҡаралмаған күҙ-ҡолаҡ урынлашты.
2000, бигерәк тә 2004 йылда, Думала Президент яҡлы фирҡә өҫтөнлөк алғас, властың закондар сығарыу органында Кремлде тәнҡитләүселәр юғалды. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе (уны халыҡта “түрәләр фирҡәһе” тип тә йөрөтәләр) үҙаллы сәйәси тауышҡа эйә түгел, бәлки Кремлдең һайлау һәм закондар сығарыу ихтыяждарын хеҙмәтләндереү менән генә сикләнә. Дәүләт Думаһының элекке рәйесе Б. Грызловтың: “Дума сәйәси бәхәстәр урыны түгел”, — тигәне артабанғы йылдарҙа ла раҫлана килә. Хөкүмәт рәйестәренең үҙаллы сәйәси роле юҡ дәрәжәһенә төшкән саҡта президент власы ғәмәлдә сикләүһеҙгә әйләнде. Дөрөҫөрәге, уны хаким тотҡан йә үҙенә үҙе ҡуйған әхлаҡи принциптар ғына сикләй. Шуныһы үҙенсәлекле, илдәге халыҡтың күпселеге бында һис ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәй: көслө, авторитар хакимлыҡты миллиондарса граждандар Рәсәйҙе күп ҡазаларҙан ҡурсалаусы берҙән-бер әмәл тип иҫәпләй.
Шул уҡ ваҡытта Путин президентлығының тәүге йылдары Кремль менән уртаҡ тел таба алмаған олигархтарҙы һайлап һәм һәммә ғәм алдында “йотоу” менән хәтерҙә ҡалды. “Ватан — Бөтә Рәсәй” (ОВР) фирҡәһен күтәрмәләгән медиамагнат В. Гусинский, “Берлек” (“Единство”) еңеп сыҡҡандан һуң Кремлгә үҙ шарттарын ихтыярһыҙлап тағырға маташҡан Б. Березовский, сәйәси ниәттәрен йәшерә алмаған М. Ходорковский... Уларҙың яҙмышы һәр кемгә мәғлүм. Һәр осраҡта ла власть дошмандары менән тыңлаусан судтар һәм прокуратура ярҙамында көрәште. Әммә ҡайһы бер “аҡса тоҡсайҙары”на бармаҡ менән дә ҡағылыусы булманы.
Сәйәси процеста хәбәрҙар булырға теләүселәр В.В. Путиндың 2007 йылдың 11 февралендә Мюнхенда именлек буйынса даими үтә торған конференциялағы сығышын хәтерләйҙер. Юғарыла иҫкә алынған ыңғай мәлдәр генә АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе союздашлыҡ кимәленә алып барып еткереүгә мөмкинлек бирмәне. Америка менән традицион көндәшлек һаҡланып ҡалды, гәзит биттәренән, телеэкрандарҙан уға ҡаршы пропаганда китмәне. “Террорлыҡҡа ҡаршы” фронтҡа тоғро ҡалыу тураһында белдереүҙәр Рәсәйҙең юғары чиновниктарының Америкаға сүп өйөүе менән үрелеп барҙы. Европала ла хәл шуға оҡшаш булды.
Йомғаҡлап ҡына әйткәндә, Владимир Путиндың хакимлығы, төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтар, кәмселектәр, үтәлмәгән вәғәҙәләргә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең хәҙерге хәле һәм уның халҡының менталитеты өсөн тап-таман килде. Беҙгә иһә, ата-бабалар әйтмешләй, “Ер кемдеке булһа — ел шуныҡы, түрә кемдеке булһа — ил шуныҡы”, тип ризалашып йәшәргә генә ҡала.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды 13.03.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды...

Тотош уҡырға 2

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде 13.03.2026 // Сәйәсәт

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ......

Тотош уҡырға 2

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк 12.03.2026 // Сәйәсәт

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше ......

Тотош уҡырға 2

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде 11.03.2026 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп Илдар ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла 11.03.2026 // Сәйәсәт

12 мартты Башҡортостандың Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан итергә тигән ......

Тотош уҡырға 2

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы 10.03.2026 // Сәйәсәт

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде 10.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде 04.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда социаль яҡланмаған үҫмерҙәр өсөн эш урындары тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе 24.02.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы республика халҡына 4 йыл буйына МХО-ға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе 24.02.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә 24 февралдә махсус ......

Тотош уҡырға 3

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды 24.02.2026 // Сәйәсәт

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды...

Тотош уҡырға 3


  1. Укыусы
    Укыусы от 06.10.2012, 17:44
    Мэкэлэлэ бер ниндэй зэ янылык юк. Был турала куп язылды. Язма бик озон. Автор, кыскалык ул -- осталык, тигэнде йыш кына онотоп ебэрэ.

  2. IШамил
    IШамил от 07.10.2012, 23:42
    Афарин, Марсель агай!

Комментарий өҫтәргә