Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Низағлашыу дауам итә
Иғтибар үҙәгендә — Грузиялағы парламент һайлауы, Сүриәлә йыл ярым һуҙымында оппозицияла тәүге “һатлыҡ йәндәр” барлыҡҡа килеүе, Ҡытайҙың Көньяҡ Корея менән низағлашыуы.

Обама яҙмышы грузиндарға бәйлеме?

1 октябрҙә Грузияла парламент депутаттарын һайланылар. Был ваҡиғаға әллә ни әһәмиәт бирмәҫкә лә булыр ине, әммә ундағы хәл ябай түгел. Ни өсөн тигәндә, илдең яңы конституцияһы буйынса, 2013 йылдағы президент һайлауынан һуң ил менән етәкселек итеү ғәмәлдә Хөкүмәт һәм парламент ҡарамағына күсәсәк. Ә президенттың етәкселек итеү хоҡуҡтары байтаҡҡа сикләнә. Президент Хөкүмәттең хоҡуҡи документтарын туҡтатыу йә иһә инҡар итеү, парламенттың сираттан тыш ултырышын саҡырыу, закон ҡабул итеү тәҡдиме менән сығыу кеүек вәкәләттәрен юғалтасаҡ. Ил менән парламентта күпселекте тәшкил итеүсе партия идара итәсәк. Шуға ла Грузияның үҙендә лә, Көнбайыш Европа һәм АҠШ-та ла был һайлауға иғтибар ҙур. Төп көрәш, әлбиттә, Михаил Саакашвилиҙың “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһы менән оппозициялағы миллиардер Бидзин Иванашвилиҙың “Грузин хыялы” фирҡәһе араһында барҙы.
Партия исемлегендә, әлбиттә, Михаил Саакашвили ҙа, Бидзин Иванашвили ҙа юҡ ине. Президент партияһы исемлеген парламент спикеры Давид Бакрадзе етәкләһә, “Грузин хыялы”н ысынбарлыҡҡа әүерелдереүгә “Динамо” (Тбилиси) һәм “Милан” футбол клубтарының элекке “йондоҙо” Каха Каладзе әйҙәне. Бидзин Иванашвили үҙе һайлауҙа бөтөнләй ҡатнаша алманы. Ул оппозицияға күскәне бирле иленән һөрөлөп, хәҙерге көндә Францияла сәйәси һыйыныу урыны тапҡан. Сит илдә йәшәһә лә, Грузияла уның йоғонтоһо бик көслө. “Кеҫәһе ҡалын” кеше булараҡ ул был кампанияға аҡсаһын йәлләмәне, Михаил Саакашвилиҙың абруйын төшөрөү өсөн төрлө алымдар ҡулланды. Грузия төрмәләрендә тотҡондарҙы нисек мыҫҡыллауҙары тураһында төшөрөлгән фильмдың халыҡҡа күрһәтелеүендә лә миллиардерҙың туранан-тура ҡатнашлығы бар, ил властары тап унан шикләнә. Фильмдағы ваҡиғалар халыҡҡа билдәле булғандан һуң Грузияла сыуалыштар башланды. Бер нисә министр отставкаға китте, ике тиҫтәнән ашыу төрмә хеҙмәткәре ҡулға алынды. Әммә был алымдар ғына халыҡты тынысландыра алманы. Был йәһәттән оппозиция үҙ маҡсатына өлгәште тип әйтергә була: халыҡтың байтағы Саакашвили алып барған сәйәсәткә ҡаршы сыҡты. Тик уның да власты еңел генә ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй. Һайлауҙа оппозицияның тауышын урлап булһа ла еңеп сығырға өмөт итә.
Һайлау һөҙөмтәләре билдәле булыу менән яңы сыуалыштар башланыуы ихтимал. Быныһы инде һис кенә лә АҠШ файҙаһына түгел. Бында ла тиҙҙән — 6 ноябрҙә президент һайлау буласаҡ. Грузия иһә — Кавказ төбәгендә АҠШ-тың берҙән-бер союзнигы. Уларҙы ла ҡулдан ысҡындырһалар, Барак Обаманың төп дәғүәсеһе Митт Ромниға был сираттағы “козырь” ғына буласаҡ. Йәғни ул Обаманы эшкинмәгәнлектә, тышҡы сәйәсәтте дөрөҫ алып бармауҙа ғәйепләйәсәк. Әле Обаманың рейтингы Ромниҙыҡынан бер ни тиклемгә юғарыраҡ. Грузиялағы һайлау һөҙөмтәһе быға кире йоғонто яһауы бар. Грузия быға тиклем гел генә АҠШ ҡурайына бейеп килде. Уларға яҡшатланып башта Ираҡҡа, һуңынан Афғанстанға ғәскәр ебәрҙе. Әйткәндәй, бөгөн Афғанстанда Грузия хәрбиҙәре һан яғынан өсөнсө урында. Ә бит Грузия НАТО ағзаһы ла булып тормай, был альянсҡа инеүгә дәғүә генә итә. 1 октябрҙә үткән парламент һайлауҙарында “Грузин хыялы” партияһы еңеп сыға ҡалһа, быларҙың береһе лә булмауы ихтимал. Был хаҡта оҙаҡламай беләсәкбеҙ.

Көнсығышта көсөргәнеш арта

Алыҫ Көнсығышта Ҡытай менән Японияның биләмәләр буйынса низағына тағы ла бер конфликт өҫтәлде. Быныһы ла биләмәләргә бәйле, ул Ҡытай менән Көньяҡ Корея араһында барлыҡҡа килде. Ҡытай менән Япония Сенкаку утрауҙары өсөн талашһа, Пекин менән Сеул һыу аҫтындағы бер ҡаяны бүлешә алмай. 4-5 метр тәрәнлектә булған был ҡаяға 2003 йылда уҡ Көньяҡ Корея автомат режимында эшләүсе метеостанция урынлаштыра. Быға тиклем Ҡытай Иодо исеме менән йөрөгән ҡаяға әллә ни әһәмиәт бирмәне. Ул был төбәккә әленән-әле яңы хәрби көстәр ебәреп торғас, Көньяҡ Корея ла үҙ биләмәләре өсөн хәүефләнә башланы.
Ҡытай Сенкаку һәм ошо төбәктәге башҡа утрауҙарҙы пилотһыҙ осоусы самолеттары ярҙамында үҙ контроле аҫтына аласағы хаҡында белдергәйне. Был яңылыҡты Көньяҡ Корея етәкселеге үҙ биләмәләренә янау тип ҡабул итте. Ошонан һуң башланды ла инде улар араһындағы талаш-тартҡылаш. Әлегә ике яҡ та бирешергә теләмәй.
Ҡытай-Япония мөнәсәбәттәре лә ныҡ киҫкенләште. Сәйәси низағтың иҡтисади хеҙмәттәшлеккә кире йоғонто яһауы ла бар. Билдәле булыуынса, Ҡытайҙа ғына Японияның 30 меңләп фирмаһы төрлө продукция етештерә. Әле уларҙың ҡайһы берҙәре эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатҡан. Бынан ике ил иҡтисады ла зыян күрәсәк. Ошондай шарттарҙа был низағтарға ҡаршы АҠШ үҙ һүҙен әйтергә тейеш ине. Ни тиһәң дә, Алыҫ Көнсығыштағы ике союзнигы – Япония менән Көньяҡ Корея Ҡытай ҡыҫымында ҡалды бит. АҠШ иһә: “Беҙ һеҙҙең эшкә ҡыҫылмайбыҙ, үҙ проблемағыҙҙы үҙегеҙ хәл итегеҙ”, – тине. Был хаҡта АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон белдерҙе. Эйе, әлегә уларҙың үҙ ҡайғыһы башынан ашҡан. Унан килеп Япония менән Көньяҡ Корея өсөн генә Ҡытай менән бик тәмһеҙләшкеһе килмәй. Ни өсөн тигәндә, Америка иҡтисады һаҙлыҡҡа бата барған бер мәлдә Ҡытай капиталы ярҙамға килде. Әгәр ҙә АҠШ биләмәләр буйынса Ҡытайҙы ҡыҫымға ала башлаһа, һуңғыһы инвестиция ағымын туҡтатасаҡ. Быныһы инде АҠШ өсөн һәләкәткә тиң. Шул уҡ ваҡытта Америка биләмәләр буйынса бәхәсләшкән өс илде лә мәсьәләне дипломатик юл менән хәл итергә саҡырҙы. Ә инде уртаҡ тел таба алмай көс ҡулланыуға барып етһәләр, бының өсөнсө Бөтә донъя һуғышы башланыуына алып килеүе ихтимал.

Тыныслыҡ тиҙ генә булмаҫ әле

Сүриәлә йыл ярымға һуҙылған һуғышта тәүге тапҡыр баш күтәреүселәр араһында “һатлыҡ йәндәр” барлыҡҡа килде — оппозиция яғында һуғышҡан бер нисә офицер Бәшәр Әсәд армияһы яғына сығыуы хаҡында белдерҙе. Тимәк, оппозиция яғында ла тарҡаулыҡ килеп сыҡҡан. Әммә был һис кенә лә уларҙың көсһөҙләнеүен аңлатмай. Әле яңыраҡ ҡына улар Дамаск ҡалаһын баҫып алып, Бәшәр Әсәдте бөтөнләй властан алып ташлау уйы менән яна ине. Хәҙер иһә үҙҙәре Хөкүмәт ғәскәрҙәренән һаҡланыу сараһын күрә. Әлбиттә, Төркиә, Катар, Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек илдәр ярҙамы менән ҡоралланған оппозиция армияһын тиҙ генә теҙ сүктереү мөмкин булмаған эш. Бәшәр Әсәдтең үҙе теләп властан китеүе лә икеле. Китер булһа, ул күптән киткән булыр ине. Ҡытай менән Рәсәй кеүек ҡеүәтле яҡлаусылары булғанда, Бәшәр Әсәд президент вазифаһынан үҙе теләп баш тартмаясаҡ. Оппозицияның арҡаһы ла ныҡ — АҠШ һәм Европа илдәре уларҙы яҡлай. Шулай булғас, был илдә алтын урталыҡты табыу, тыныслыҡ урынлаштырыу оҙаҡҡа һуҙыласаҡ әле.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


  1. Укыусы
    Укыусы от 03.10.2012, 02:04
    Самат! Кыска, анлайышлы, топлэ итеп язаhыгыз. Кайhы берэузэр шикелле урытып - сурытып, hуз куйыртмайhыгыз. Кайhы бер мэкэлэнен азагына еткэндэ башы онотола, сонки бигерэк озон, буталсык була. hеззэге кыскалык, ыксымлык -- осталык билдэhе, тип баhалайым. Рэхмэт!

Комментарий өҫтәргә