Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рөстәм ХӘМИТОВ: "Мин һеҙгә терәк-таяныс булған шикелле, һеҙ ҙә миңә ышана алаһығыҙ"
Бәләбәй районында үткән "Мин – граждан" төбәк-ара форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.
Маҡсат илде граждандарҙың уңышлы проекттары һәм аныҡ эштәре ярҙамында үҫтереү ине. Шуға күрә республика етәксеһенең йәштәр янына килеүе осраҡлы булманы.
– Әҙәм балаһының күңеленә юл таба белеү еңел түгел, ә был хәҙер бигерәк тә мөһим, – тине Рөстәм Зәки улы. – Уға көндәлек тормошта, эшендә уңайлы шарттар тыуҙырырға, төрлө яҡлап үҫергә ярҙам итергә кәрәк. Әле интернетты йыш телгә алабыҙ. Ысынлап та, унда бөтәһе лә бар. Ләкин кеше ошо арауыҡта интернет менән япа-яңғыҙы ғына ҡала, унан алған мәғлүмәт китаптан уҡығанды алмаштыра алмай.
Президент форумда ҡатнашыусыларҙы республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы һәм иҡтисадтың төп биш йүнәлешен билдәләне. "Нефть тармағында кесе предприятиелар төҙөү, машиналар төҙөлөшөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыу, радиоэлектроникаға иғтибарҙы арттырыу, ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл тормошона йән өрөү, АйТи тармағына йөҙ менән боролоу алға китешкә мотлаҡ булышлыҡ итәсәк", – тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов яңыртыу, инновация, үҙгәртеп ҡороу, иҫке ҡалыптарҙан ҡотолоу, яңыса йәшәү һәм заманса эш итеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тураһында күберәк һүҙ йөрөттө.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә егет һәм ҡыҙҙар республика етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Мәҫәлән, Елена Рәмова кадрҙар мәсьәләһендә йәштәргә иғтибарҙың булыу-булмауы хаҡында белеште. "Йәш быуынға мөнәсәбәт яҡшы түгел, ҡыҫҡаһы, иғтибар юҡ икән, мин һеҙҙең янға килмәҫ тә инем", – тине Рөстәм Хәмитов. Республикаға ижади фекер йөрөтөүсе йәштәрҙең кәрәклегенә, кадрҙарҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәненә, йәш белгестәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу өсөн барыһының да эшләнеүенә баҫым яһаны етәксе.
Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, спорт торошо, эшһеҙлек һәм башҡа көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр тураһында ла ҡыҙыҡһынды йәш быуын.
Президент йәш граждандарҙы маҡсат ҡуйып йәшәргә саҡырҙы, илебеҙгә файҙалы кеше булып үҫергә өндәне, киләсәктә лә улар менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшеү ойошторорға вәғәҙә бирҙе. "Мин һеҙгә терәк-таяныс булған шикелле, һеҙ ҙә миңә ышана алаһығыҙ", – тине ул.
Йыйында шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Аҙна буйы барасаҡ йәйге форумда алты йүнәлеш буйынса -"Йәштәр парламентаризмы", "Йәш кандидаттарҙы муниципаль һайлауҙарға әҙерләү", "Блог өлкәһе", "Урам", "Киң мәғлүмәт саралары менән эш итеү" һәм "Волонтерлыҡ" — уҡыуҙар алып барыласаҡ. Иң мөһиме бында сығыш яһаған һәр йәш кешенең ижади фекерләүе һоҡландырҙы, эшлекле тәҡдимдәр индереүе, илһөйәрлек тойғоһо менән янып йәшәүе ғорурлыҡ уятты.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Бәләбәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә