Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Тынысһыҙлыҡ арта...
Үткән аҙнала Мәккәлә Мосолман Берләшмәһе ойошмаһы илдәренең саммиты булды. Изге Ураҙа ғәйете алдынан уҙғарылған был сарала сөнниҙәр менән шығыйҙар араһында барған ыҙғышты туҡтатыу, Сүриә конфликтын көйләү, Халыҡ-ара мосолман судын булдырыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

“Мосолман
квартеты” булырмы?

Мосолман Берләшмәһе ойошмаһы үҙенең бер яҡлы ҡарары менән Сүриәне берләшмәнән сығарҙы. Саммитта мосолмандар тәүге тапҡыр Сүриә конфликтын көйләү буйынса ошондай һөйләшеүгә йыйылды тип әйтергә була. Дөрөҫ, быға тиклем Ғәрәп Дәүләттәре Лигаһы был миссия менән булашып та уңышҡа өлгәшә алмағайны. Саммитта Мысырҙың яңы президенты Мөхәммәд Мөрси Сүриә конфликтын көйләү буйынса мосолман донъяһында иң йоғонтоло тип иҫәпләнгән дүрт ил — Мысыр, Иран, Төркиә һәм Сәғүд Ғәрәбстанынан торған “мосолман квартеты”н булдырыу тәҡдимен индерҙе. Башҡалар бының менән ризалашһа ла, Иран президенты Мәхмүд Әхмәдинижад был тәҡдимде иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. Эйе, Ирандың әле үҙ проблемалары баштан ашҡан. Шуға ла уның Сүриә конфликтын көйләшеүгә бик ҡатнашҡыһы килмәй, күрәһең. Израиль Иранға асыҡтан-асыҡ һуғыш менән янай башланы. Израилдең тышҡы эштәр министры Матан Вильнаи, Иранды 30 көн эсендә теҙ сүктерәсәкбеҙ, бының өсөн бөтөн мөмкинлегебеҙ бар, тине. “Беҙ һис ҡасан булмағанса Иранға ҡаршы һуғышҡа әҙербеҙ”, — тип белдерҙе ул. Әлбиттә, Израиль Иранға ҡаршы һуғыш аса ҡалһа, ул, һис шикһеҙ, АҠШ ярҙамына өмөт итә. Ә АҠШ-тың оборона министры Леон Панетта белдереүенсә, Ирандың атом программаһын һөйләшеп-килешеп тә хәл итергә була. Тимәк, Пентагон әлегә һуғыш асыу уйы менән янмай. Әлегә тим, сөнки һайлауҙан һуң АҠШ-тың фекере ҡырҡа үҙгәреүе ихтимал. Барак Обама бөгөн Иранға ҡаршы һуғыш асыу тураһында һүҙ алып барһа, был уның абруйын төшөрөр генә ине. Шуға ла Израилдең Иранға ҡаршы бер яңғыҙы ғына һуғыш асыуы бик икеле. Ошондай шарттарҙа Иран лидеры Израиль агрессияһына ҡаршы һүҙ менән булһа ла яуап бирергә булған, күрәһең. Ул Тәһранда Фәләстан автономияһын яҡлап ойошторолған демонстрацияла Израилде мыҫҡыллап сығыш яһаған. БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун быға яуап итеп, һәр ил дә территориаль бөтөнлөккә һәм сәйәси азатлыҡҡа эйә, бер-береңде битәрләмәйенсә лә быға өлгәшеп була, тигән. Мәккәләге саммитта иһә Мәхмүд Әхмәдинижад Халыҡ-ара мосолман судын булдырыу тәҡдимен индерҙе. Уның белдереүенсә, дәүләттән юғарыраҡ суд органы булған осраҡта, Сүриә кеүек илдәрҙә низағ та килеп сыҡмаҫ ине. Уның был тәҡдимен иң бай мосолман илдәренең береһе Сәғүд Ғәрәбстаны күтәреп алды. Тимәк, киләсәктә ысынлап та бындай судтың барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Сүриәгә теше үтерме?

Дүшәмбелә, йәғни 20 августа БМО-ның тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәре Сүриәнән сығарыла башланы. БМО тарафынан Сүриәлә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн ебәрелгән вәкил — Кофи Аннандың үҙ теләге менән отставкаға китеүе сәбәпле, яңы вәкил тәғәйенләнде. Ул — Алжир илсеһе Лахдар Брахими. АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон белдереүенсә, рәсми Вашингтон был кандидатураны хуплай һәм уға ҙур өмөттәр бағлай. Ә АҠШ-тың теләге бер — Бәшәр Әсәд отставкаға китергә тейеш. Рәсәй ҙә, үҙ сиратында, Лахдар Брахимиға Сүриә конфликтын көйләшеүҙә һәр яҡлап ярҙам итергә тырышасағы хаҡында белдерҙе: сит ил эштәре министры Сергей Лавров ошондай белдереү менән сығыш яһаны. АҠШ-тан айырмалы рәүештә, Рәсәй һис кенә лә Бәшәр Әсәдте властан алып ташларға йыйынмай, ә, киреһенсә, суверенлы дәүләттең эске эштәренә ҡыҫылыуҙы мәғәнәһеҙлек тип иҫәпләй. Лахдар Брахимиға килгәндә, ул сәйәси майҙанда киң билдәле илсе булып танылған, Ливанда 1975 — 1990 йылдарҙа барған граждандар һуғышын туҡтатыуҙа хәл иткес йоғонто яһаған. Бынан тыш, БМО-ның махсус вәкиле булараҡ, Конго, Йәмән, Либерия кеүек илдәрҙә тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан. Йәғни уның төрлө типтағы конфликттарҙы көйләүҙә тәжрибәһе етерлек. Тик бына Сүриәгә теше үтерме, юҡмы — уныһын ваҡыт күрһәтер.
Бәхәс тынмай

Япония менән Ҡытайҙың биләмәләр буйынса бәхәсе йәнә ҡатмарлана төштө. 19 августа Японияның биләмәләрҙе яҡлау буйынса бер төркөм әүҙемселәре Сэнкаку утрауына якорь ташланы. Ҡытай был ваҡиғаны үҙаллы дәүләттең биләмәләренә законһыҙ үтеп инеү тип атаны. Был утрау Икенсе донъя һуғышынан һуң АҠШ ҡарамағына күскән, улар уны 1972 йылда Японияға тапшырған. Ҡытай был утрауҙарға үткән быуаттың 70-се йылдарынан бирле дәғүә белдереп килә, һәм әлеге көнгә тиклем бәхәс хәл ителмәгән.

Яңы һепертке шәп һеперә

Рәсәй ҙур ваҡиғаға — 8-9 сентябрҙә Владивосток ҡалаһында үтәсәк АТЭС саммитына әҙерләнә. Саммитҡа әҙерлек эштәре бынан дүрт йыл элек үк башланғайны һәм быға 600 миллиард һум инвестиция йәлеп ителде. Был төбәктә барлығы 50-нән ашыу объект төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Иң ҙур объект — материк менән Урыҫ утрауын тоташтырған, оҙонлоғо ике километрҙан ашыу булған уникаль күпер. Был күперҙе файҙаланыуға тапшырҙылар ҙа инде. Алыҫ көнсығышты үҫтереү буйынса министр Виктор Ишаев (ведомство быйыл ғына булдырылды) белдереүенсә, саммитҡа әҙерлек кимәле 101 процент тәшкил итә. Ни эшләп элекке коммунистарҙыҡы ише план үтәлеше 150 процент түгелдер, аңламаҫһың. Яңы һепертке яңыса һеперә, тиҙәр, яңы министр ҙа әҙерлек кимәлен 101 процентҡа еткереп, үҙенсә шәп эшләүҙәрен күрһәтергә теләгәндер, күрәһең.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


  1. Илдан
    Илдан от 22.08.2012, 01:29
    Материал бик hэйбэт эзерлэнгэн.hэр кемгэ анлайышлы тел менэн язылган.Авторга рэхмэт!

Комментарий өҫтәргә