Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Мәғрип тә, Мәшриҡ тә уйға һала
Уҙған аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Лондонға сәфәре, АҠШ менән Ҡытай араһындағы мөнәсәбәттең киҫкенләшеп китеүе, Сүриәләге ҡан ҡойош донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә булды.

Лондонға ла “торба” кәрәк

Владимир Путин Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондонға барғас, ХХХ йәйге Олимпия уйындары үткәрелгән илдең премьер-министры Дэвид Кэмерон менән осрашты. Унда ике дәүләт араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Рәсәй менән Бөйөк Британия араһындағы тауар әйләнеше былтыр 21,2 миллиард доллар самаһы тәшкил итһә, яҡын киләсәктә был күрһәткесте 30 миллиард долларға еткерергә кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙы етәкселәр.
Һуңғы йылдарҙа дипломатик мөнәсәбәттәр бик киҫкенләшеп киткәйне. Әлбиттә, төп сәбәптәрҙең береһе – Рәсәй аҡсаһын законһыҙ үҙләштереп байыған олигархтарҙың Лондонда сәйәси һыйыныу табыуы. Владимир Путин власҡа килгәндән һуң уларҙың бер нисәүһен, ҡырын эштәрен фашлап, төрмәгә ултыртып ҡуйғайнылар, ҡалғандары сит илдәргә ҡасып өлгөрҙө. Борис Березовский Лондонда оҙаҡ ҡына йәшенеп ятҡандан һуң Израилгә тайҙы. Ошоларҙан сығып фекер йөрөткәндә, олигархтарҙың Путиндан уттан ҡурҡҡандай шыртлауын тоҫмаллауы ауыр түгел.
Рәсәй Президенты Бөйөк Британия премьер-министры менән осрашыу барышында “Төньяҡ ағым” газ магистрален төҙөү мәсьәләһе буйынса ла фекер алышты. Билдәле булыуынса, был торба үткәргес, Виктор Ющенко президент булған ваҡытта Украинаны урап үтеп, Евросоюз илдәренә “зәңгәр яғыулыҡ” һатыу өсөн һалына башлағайны. Балтик диңгеҙе аша һуҙылған газ магистраленең Рәсәйҙән Германияға саҡлы тәүге өлөшө төҙөлөп бөттө лә инде. Осрашыуҙа уны Бөйөк Британияға еткереү хаҡында һүҙ барҙы.

Ҡытай яғалашыуҙан тартынмай

Үткән аҙнала күптәнге көндәштәр – АҠШ менән Ҡытай — араһында мөнәсәбәт йәнә киҫкенләште. Һуңғы ун йылда был ике илдең ул тиклем үк тәмһеҙләшкәне юҡ ине әле. Эш шунда: Америка Ҡытайҙың бәхәсле биләмәләренә бәйле мәсьәләне тағы күтәрҙе. Пекин илселәре иһә, быға яуап итеп, Вашингтонға “ҡуҡыш” күрһәтте. Билдәле булыуынса, АҠШ һәм БМО-ның күп кенә илдәре Тибет менән Тайванде әлегәсә Ҡытай биләмәһе тип танымаған, был ике провинция үҙҙәре лә күптән инде бойондороҡһоҙ ил булырға ынтыла. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге бер нисә утрау менән дә шундай уҡ хәл. Уларға бүтән дәүләттәр, шул иҫәптән Вьетнам дәғүә итә.
АҠШ һәм БМО-ның ҡайһы бер илдәре, йәнәһе, әлеге төбәктәрҙең Ҡытайҙан айырылып сығып, үҙаллы үҫешеүен теләй. Ысынбарлыҡта иһә Америка Тайванде үҙләштереү маҡсатынан йыраҡ тормай. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендәге утрауҙарға килгәндә, бында ла американдар мәнфәғәте тығылған — улар ошо ерҙә вьетнамдар менән берлектә нефть эшкәртеү заводы төҙөргә хыяллана. Ҡытайҙың, әлбиттә, биләмәләрен биргеһе килмәй. Үткән аҙнала мәсьәлә йәнә күтәрелгәс, уның һарыуы ҡайнаны.
Һуңғы йылдарҙа Ҡытайҙың иҡтисады күҙгә күренеп нығына башлағас, уның АҠШ менән асыҡтан-асыҡ яғалашырға ынтылыуы һиҙелә. Ике ил оборонала, иҡтисадта ғына түгел, спорт өлкәһендә лә үҙ-ара ярыша. Был айырыуса быйылғы Олимпиадала асыҡ сағыла. 2008 йылда Пекиндағы донъя уйындарында дөйөм миҙалдар һаны буйынса ҡытайҙар американдарҙы уҙып киткәйне. Эт үҙ ояһында көслө, шуға ғына еңделәр, тиеүселәр булыр. Ә бит быйылғы Олимпиадала ла ҡытайҙар үҙҙәренең төшөп ҡалғандарҙан түгеллеген иҫбат итә – миҙалды бер-бер артлы сүпләп кенә торалар. Йәшерен-батырын түгел: СССР тарҡалғандан һуң илебеҙ иҡтисадта ла, спортта ла АҠШ-ҡа төп дәғүәсе була алмай, был “вазифа”ны хәҙер Ҡытай башҡара. Ярай әле оборона йәһәтенән ҡалышмайбыҙ.
АҠШ менән Ҡытай араһында башланған низағ көсәйеп китә күрмәһен инде, тип теләйек. Донъя иҡтисады ошо дәүләттәрҙең финанс хәле менән тығыҙ бәйле булғас (ВТО-ға ингәндән һуң бигерәк тә), Рәсәй бынан зыян ғына күрәсәк.

Хөкүмәт башлығы ҡасҡан?..

Сүриәлә һуғыш тынмай. Ил президенты Бәшәр Әсәд тә, оппозиция вәкилдәре лә бирешергә теләмәй. Үткән аҙнала шуныһы ғәжәпкә ҡалдырҙы: Сүриә премьер-министры оппозицияға барып ҡушылыр өсөн сит илгә ҡасҡан. Уның был ҡылығын аңлап булмағас, АҠШ аҡсаһына һатылғандыр, тип фараз итәләр.
БМО тарафынан Сүриәләге хәлде көйләргә ебәрелгән махсус вәкил Кофи Аннан да аптыратты — отставкаға китәсәге хаҡында белдерҙе. Тимәк, бында ҡан ҡойошто тиҙ арала туҡтатып булмаясаҡ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай 17.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда халыҡтың 92,5% милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына МХО биләмәһенә барыуҙы тыйҙы
Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды

Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу датаһы раҫланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды 16.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеты составы 11-се депутат менән тулыланды...

Тотош уҡырға 1

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы 15.06.2026 // Сәйәсәт

Өфө мэрияһында тағы бер чиновник вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды 11.06.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Константин Толкачевҡа арналған күргәҙмә асылды...

Тотош уҡырға 4

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була 11.06.2026 // Сәйәсәт

Республикала «Ватан көсө» форумы сентябрҙә була...

Тотош уҡырға 3

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне 10.06.2026 // Сәйәсәт

Путин Башҡортостанға судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы

Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Бүләкләнеүселәр араһында – табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, махсус хәрби ......

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы 09.06.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды 03.06.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары номинациялары раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк башлыҡтары рейтингында позицияларын нығытты 02.06.2026 // Сәйәсәт

«Минченко консалтинг» федераль коммуникация холдингының «Дәүләт советы 2.0» төбәк башлыҡтарының ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә