Хәйбулла районында Өфө мэры Рөстәм Шәриповтың ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләнеләр 19.11.2026 // Сәйәсәт
Хәйбулла районында Өфө мэры Рөстәм Шәриповтың ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләнеләр...
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә барған егерменсе Транспорт форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығының махсус хәбәрсеһенә биргән эксклюзив интервьюһында республиканың транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләне.

Уның һүҙҙәренсә, республиканың бындай сараларҙа ҡатнашыуы – күләмле финанслау алыу мөмкинлеге генә түгел, ә халыҡтың йәшәү сифатына туранан-тура йоғонто яһаясаҡ стратегик проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә.
Авиация: пассажирҙар өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү
Өфө аэропортын үҫтереү осоу-ултырыу һыҙатын киңәйтеү сиктәренән сыға, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров:
«Бөгөн беҙ аэродром инфраструктураһын киңәйтеү бурысын тикшерҙек. Был 2028 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС саммиты сиктәрендә дәүләт башлыҡтарының 30-ға тиклем киң фюзеляжлы самолетын ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә иң мөһиме – самолеттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн техник туҡталҡалар кәрәк».
Маршрут селтәренә етди иғтибар бүленә.
«Беҙ Алыҫ Көнсығышҡа, Себергә, көньяҡҡа, Кавказға, Үҙәк Рәсәйгә осабыҙ. «Аэрофлот» менән Красноярскиға рейстар тураһында һөйләшеп килештек. Был республикабыҙҙан Көньяҡ-Көнсығыш Азияға, мәҫәлән, Бангкокка тура юл асасаҡ, – тине Радий Хәбиров.– Шулай уҡ Волгоградҡа һәм Мурманскиға рейстар асыу, Рәсәй буйлап маршруттарҙы артабан үҫтереү планлаштырыла».
Юлдар: Көньяҡ урау юлы һәм мультипликатив эффект
Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү иң амбициялы проекттарҙың береһе булып ҡала.
«Яҡынса 76 миллиард һум инвестиция. Проект тормошҡа ашырыуға әҙер тиерлек, 2030 йылдар тирәһендә башларбыҙ тип ышанам», – тине Радий Хәбиров.
Юлдар башҡа өлкәләрҙең үҫешенә ҡеүәтле импульс бирә, тип билдәләне республика етәксеһе:
«М-12 туризмға этәргес бирә – кешеләр яҡшы юлдан йөрөй, автотуризм үҫешә. Ә «Көньяҡ ҡапҡа» һәм башҡа проекттар мотлаҡ торлаҡ төҙөүҙе талап итә. Беҙ унда әүҙем төҙөлөш буласағын иҫбатланыҡ, һәм тап шуның өсөн был аҡсаны алдыҡ».
Тимер юл һәм суднолар йөрөтөү
Тимер юл проекттары ла ситтә ҡалмай.
«Өфө тимер юл ҡулсаһы – мөһим проект. Сибай – Подольск – Новорудная ҙур тимер юлын да мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ», – тип асыҡлыҡ индерҙе республика Башлығы.
Шулай уҡ Росморречфлот менән берлектә Ағиҙел йылғаһы буйлап суднолар йөрөтөү мәсьәләләре тикшерелә.
Ышаныслы партнёр репутацияһы
Республика Башлығы фекеренсә, һөйләшеүҙәрҙең уңышлы үтеүе күп осраҡта төбәктең абруйына бәйле:
«Беҙгә ышаныслы командаға ҡараған кеүек ҡарайҙар. Беҙ һәр мөйөштә үҙебеҙ тураһында һөйләп йөрөмәйбеҙ, әммә тыныс ҡына үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ – һәм беҙҙе хөрмәт итәләр».
Хәйбулла районында Өфө мэры Рөстәм Шәриповтың ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләнеләр 19.11.2026 // Сәйәсәт
Хәйбулла районында Өфө мэры Рөстәм Шәриповтың ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләнеләр...
«Башҡортостан геройҙары» программаһы финалсыһы Өфө хакимиәте идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде 18.11.2026 // Сәйәсәт
Был турала баш ҡала хакимиәтенең яңы етәксеһе хәбәр итте....
Радий Хәбиров участковыйҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм уларҙың әһәмиәтен билдәләне 17.11.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары көнө билдәләнә....
Радий Хәбиров Өфөнөң яңы мэры алдына бурыстар ҡуйҙы 17.11.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров Өфөнөң яңы мэры алдына бурыстар ҡуйҙы...
Рөстәм Шәрипов Өфө мэры итеп тәғәйенләнде 17.11.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында депутаттар контракт буйынса ҡала ......
Радий Хәбиров Тура бәйләнештән һуң төп бурысты атаны 16.11.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров Тура бәйләнештән һуң төп бурысты атаны...
Башҡортостан Президент гранттары фондына тапшырылған проекттар һаны буйынса беренсе урынды биләй 13.11.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостан Республикаһы Президент гранттары фондының 2027 йылдағы беренсе конкурсына тапшырылған ......
Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә 7,4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән 13.11.2026 // Сәйәсәт
Иң күп мөрәжәғәттәр Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Өфө һәм Иглин райондарынан, шулай уҡ Нефтекаманан....
Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте 12.11.2026 // Сәйәсәт
Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте...
Шайморатов исемендәге батальон командиры Донецк Халыҡ Республикаһының юғары наградаһы менән бүләкләнгән 12.11.2026 // Сәйәсәт
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командирына Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме ......
Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы 11.11.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы...
Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде 10.11.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостан Башлығы төбәк етәкселәре рейтингында 13-сө урынға күтәрелде...