Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе 09.11.2026 // Сәйәсәт
Шаршамбы, 11 ноябрҙә, БР Башлығы менән Тура бәйләнеш була. Әле сараға әҙерлек бара. Халыҡ әүҙемлек ......
Александр Шельдяев Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыу бурысын БР вице-премьеры — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа йөкмәтте. Документ редакция ҡарамағында бар.
Башҡортостан Башлығының икенсе указы менән Андрей Назаров етенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланыуға бәйле республика премьер-министры вазифаһынан бушатылды.
Александр Николаевич Шельдяев 1981 йылдың 14 мартында Һарытау өлкәһенең Карловка ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, Башҡортостан Республикаһы президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек үткән.
2003 йылда хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт аграр университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре, «ГАЛС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сервис хеҙмәте инженеры булып башлай. 2005-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппаратында дөйөм бүлектең әйҙәүсе белгесе; яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү, иҡтисад тармаҡтарын координациялау һәм сауҙа бүлеге консультанты, баш консультанты була.
2010 йылда Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2010 йылда – «Башмелиоводхоз» идаралығы дәүләт унитар предприятиеһының баш инженеры. 2010-2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппаратының координация-аналитика бүлеге кәңәшсеһе; инновацион үҫеш, фән, элемтә һәм киң коммуникациялар бүлеге мөдире урынбаҫары; иҡтисади үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары; иҡтисади үҫеш департаментының планлаштырыу һәм территориаль үҫеш бүлеге мөдире. 2014-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппаратының иҡтисади үҫеш департаменты директоры.
2019 йылда – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары. 2019-2022 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры.
2022 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры итеп тәғәйенләнә. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнештең файҙаһын төп критерий булыуын белдерҙе 09.11.2026 // Сәйәсәт
Шаршамбы, 11 ноябрҙә, БР Башлығы менән Тура бәйләнеш була. Әле сараға әҙерлек бара. Халыҡ әүҙемлек ......
Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 09.11.2026 // Сәйәсәт
Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...
Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне 09.11.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне...
Мутлашыусылар Башҡортостан премьер-министрының ялған аккаунтын булдырған 06.11.2026 // Сәйәсәт
Министрҙар кабинетының яңы етәксеһе тирәләй ысын мәғлүмәт һуғышы бара....
«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт
«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...
Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......
Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......