Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Министр асыҡлыҡ индерә
Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин, етәкселәрҙең күпселегенән айырмалы, асыҡлыҡ яҡлы. Ул төрлө мәсьәләләрҙе барлау өсөн журналистарҙы әңгәмәгә йыш саҡыра. “Был осрашыу күптән уйланылғайны. Урынбаҫарым Александр Овчинников сетерекле хәлгә тарыны, шулай ҙа матбуғат конференцияһын үткәреүҙе кисектермәҫкә булдыҡ”, – тине Михаил Иванович һәм полиция хеҙмәте тирәләй тағы ла ҡуйыра башлаған имеш-мимешкә асыҡлыҡ индерҙе.

Тәүге ярты йыллыҡ буйынса мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, дөйөм енәйәтселек һанының кәмеүе күҙәтелә. Эске эштәр органдарына килгән мөрәжәғәттәр һаны 434 мең 427 тәшкил иткән. Асылған эштәрҙең артыуы ла ҡыуандыра. Йыл башынан 23,5 мең енәйәт ҡылынған, шуларҙың 350-һе – кеше үлтереү һәм һөжүм итеү, 700-ҙән ашыуы – кеше талау, ете меңдән ашыуы – урлау осраҡтары. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен асыҡлау эше һәйбәт ойошторолған. Уларға бәйле 2086 енәйәт теркәлгән. Июндә һигеҙ кешенән торған енәйәтсел төркөмдөң эшен тикшереү тамамланған һәм судҡа ебәрелгән.
Татарстанда йәшәүсе енәйәтселәр Өфө ҡалаһында героин һатҡан. Улар наркомандарҙан аҡсаны ҡулдан ҡулға алмай, “Альфа-банк” түләү терминалдары аша эш иткән, ә наркотиктарҙы һөйләшелгән урында ҡалдырып китер булған. Енәйәтсел төркөмдөң наркотик һатҡан 71 осрағы теркәлгән, оператив саралар мәлендә 1,5 килограмм героин тартып алынған.
Иҡтисади енәйәттәр быйылғы алты айҙа бермә-бер артҡан, 5708 енәйәт эше асылған. Шуларҙың 3294-е – ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт. Килтерелгән матди зыян 4 миллиард 578 миллион һум тәшкил иткән. Мәҫәлән, “Строй-Инвест” ойошмаһы директоры Октябрьский ҡалаһындағы бер урамдағы йортто һатып алыу һылтауы менән “Системнефтегаз” ойошмаһы менән килешеү төҙөй. Ләкин бина өсөн тейешле 28,2 миллион һум аҡсаны күсермәй. Бынан тыш, әлеге йортта тышҡы һәм эске коммуникациялар селтәрен төҙөкләндереү өсөн йәшәүселәрҙән 13 миллион һумдан ашыу аҡса йыйып ала. Һөҙөмтәлә эш тә башҡарылмай, аҡсанан да елдәр иҫә.
Өфө ҡалаһында ла ошоға оҡшаш осраҡ була. “Өфөгражданстрой” тресы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Бабенко Большевик урамындағы торлаҡ йортто һәм Киров урамындағы, Индустриаль шосселағы административ биналарҙың төҙөлөшөн инвестициялауға килешеүҙәр төҙөгән, ләкин уларҙы тормошҡа ашырырға йыйынмаған да. Ҡулына төшкән 250 миллион һумды үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған.
Шулай уҡ Михаил Закомалдин тиҙҙән Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара ярыштарға әҙерлек барышы менән таныштырҙы. “Өфө-Арена”ға “аҡыллы” видеокамералар ҡуйыласаҡ. Заманса техника программаһы полиция хеҙмәтенең мәғлүмәт базаһында һаҡланған енәйәтсе, террористарҙы “таныу” һәләтенә эйә. Бындай ҡорамал яҡын киләсәктә ҡала вокзалдарында һәм спорт майҙансыҡтарында ла ҡуйыласаҡ.
Михаил Закомалдин Александр Овчинников тирәләй ҡупҡан шау-шыу тураһында һөйләшеүҙән баш тартты.
– Әле тикшереү бара. Ул тамамланмайынса, бер ниндәй аңлатма бирергә хоҡуғым юҡ, – тине ул.
Л. НУРЕТДИНОВА.


ӘЙТКӘНДӘЙ. Михаил Закомалдиндың: “Урынбаҫарым Александр Овчинников сетерекле хәлгә тарыны”, — тип белдереүе шуны аңлата: министр урынбаҫарын яңыраҡ ришүәт алыуҙа һәм үҙ вазифаһынан яуыз ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепләнеләр. Әле Рәсәй Эске эштәр министрлығының үҙ хәүефһеҙлеге идаралығы белгестәре комплекслы тикшереү алып бара. Ул тамамланғансы Овчинников эшенән ситләтелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә