Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Үҙебеҙ һайлаясаҡбыҙ!
Бынан ары Башҡортостан Президентын халыҡ яңынан һайлап ҡуясаҡ. Был хаҡтағы закон кисә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 53-сө ултырышында ҡабул ителде. Көн тәртибенә сығарылған иллеләп мәсьәләнең 40-ҡа яҡыны закон проекттарын ҡарау ине.

Республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылда республикалағы маҡсатлы программаларҙың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында отчет бирҙе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев иһә ауыл хужалығы үҫеше программаһының тормошҡа ашырылыуы һәм ауыл хужалығы тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм сеймал баҙарын көйләү мәсьәләләренә арналған доклад менән сығыш яһаны.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
— Сараға килеүемдең сәбәбе ябай: бындағы эш мөхитен, закондарҙың ниндәй шарттарҙа ҡабул ителеүен, депутаттарҙың эшен үҙ күҙем менән күргем килде. Бик ҡәнәғәтмен: Хөкүмәт менән парламент берҙәм эшләй, — тине ул.
Рөстәм Зәки улы депутаттарҙы артабан да бергә һөйләшеп эшләргә саҡырҙы һәм, шул осраҡта ғына алға барырға мөмкин, тип белдерҙе. Төбәк башлығы һуңғы арала Башҡортостандың Волга буйы федераль округы буйынса күп күрһәткестәренең яҡшырыуын да билдәләне. “Тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә. Ил буйынса ла ошондай юғары күрһәткестәргә сығырға ине. Әлбиттә, был тәңгәлдә лә алға китеш күренә, әммә эшләп еткермәгән урындар ҙа бар”, — тине Рөстәм Зәки улы. Президент йәшәйешебеҙҙең күп тармаҡтарына ҡағылып, ҡыҫҡаса анализ бирҙе. Башҡарылған эштәрҙең барыһы ла республикала йәшәү кимәлен күтәреү, күберәк инвестициялар һәм ҡаҙнаға һалымдар йәлеп итеү, Башҡортостанды һәм Өфөнө донъя кимәлендә танытыу өсөн башҡарыла. Бының өсөн ШОС саммитын Өфөлә үткәреүгә өлгәшергә кәрәк. Шулай уҡ Рөстәм Зәки улы “Өфө” аэропортын һәм республика шифаханаларын хосусилаштырыу тураһындағы имеш-мимеште кире ҡаҡты.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Уй-фекерҙәр

Зөфәр САФИН, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе:
— Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, быға тиклем төбәк башлығы тәғәйенләнә ине. Бөгөн ҡабул ителгән Закон уны элеккесә бөтөн халыҡтың тауыш биреү юлы менән һайлап ҡуйыу хоҡуғын кире ҡайтара. Төбәк башлығы булып Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе граждан һайлана ала. Уның теркәлгән урыны мөһим түгел. Ҡалған талаптар элеккесә, ул 35 йәштән өлкәнерәк, суд хөкөмөнә тарттырылмаған булырға тейеш. Был йәһәттән Законға артыҡ үҙгәреш индерелмәне. Төбәк башлығының нисек аталыуы мәсьәләһе иһә әлегә хәл ителмәгән, ул 2015 йылдың 1 ғинуарында билдәле булырға тейеш.
Ленара ИВАНОВА, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры:
— Бөгөн ҡаралған закондарҙың барыһы ла мөһим булды. “Башҡортостан Республикаһының балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһендә айырым ҡанун акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон 2013 йылдың 1 ғинуарынан аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙең льготаларын аҡсаға әйләндереүгә бәйле. Был Законды ҡабул итеү күптән талап ителә ине, күп төбәктәр уны ғәмәлгә ашырҙы ла инде. Ул ғаиләләргә һайлау мөмкинлеге бирәсәк. Республикала 330 мең бала аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнә, Закон уларға матди хәлен яҡшыртырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла

Өфөлә Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла 21.09.2026 // Сәйәсәт

[isimage=thumb][/isimage]Өфөлә Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыла...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың 80,43% ҡатнашты

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың 80,43% ҡатнашты 21.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа халыҡтың 80,43% ҡатнашты...

Тотош уҡырға 3

«Саҡ терелдем»: билдәле йырсы Альбина Килдейәрова реанимацияға эләккән

«Саҡ терелдем»: билдәле йырсы Альбина Килдейәрова реанимацияға эләккән 21.09.2026 // Сәйәсәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова операциянан һуң өҙлөгөп дауаханаға эләккән. Был хаҡта артист ......

Тотош уҡырға 1

Дмитрий Медведев һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Дмитрий Медведев һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе 21.09.2026 // Сәйәсәт

Дмитрий Медведев һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен атаны

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен атаны 21.09.2026 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен атаны...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды

Башҡортостанда һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды 20.09.2026 // Сәйәсәт

Шулай уҡ һайлау көндәрендә халыҡтың мөрәжәғәттәр һаны асыҡланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һайлау участкалары эшен тамамланы

Башҡортостанда һайлау участкалары эшен тамамланы 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда һайлау участкалары эшен тамамланы...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һайлауға ҡамасауларға маташыу осраҡтары булған

Башҡортостанда һайлауға ҡамасауларға маташыу осраҡтары булған 20.09.2026 // Сәйәсәт

Попытки влияния на ход выборов в Башкирии есть, но они ничтожны – эксперт...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә

Башҡортостанда йөҙйәшәрҙәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын дауам итә 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда берҙәм һайлау көнөндә бер быуат ғүмер кисергән ололар әүҙем ҡатнаша....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы

Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы һайлау барышын баһаланы...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Башлығы һайлауға ғаиләһе менән килде

Башҡортостан Башлығы һайлауға ғаиләһе менән килде 20.09.2026 // Сәйәсәт

20 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән бергә 109-сы ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша 20.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгәндәр һайлауҙа әүҙем ҡатнаша...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә