Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ярҙам күрһәтеүҙә асыҡлыҡ булырға тейеш
Баланы тәрбиәгә алыусыларға түләүҙе арттырасаҡтар, ә улар үҙ сиратында махсус әҙерлек үтергә тейеш. Кесе йома, 28 июндә, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында депутаттар халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү өлкәһен камиллаштырыуға йүнәлтелгән байтаҡ закон проектын ҡараясаҡ.

Көн тәртибендәге закон проекттарының береһендә Башҡортостандың Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Яңылыҡтар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланы ғаиләгә тәрбиәгә алыусылар өсөн психологик-педагогик һәм хоҡуҡи әҙерлек үтеүҙе күҙ уңында тота. Сит ил кешеләренә, гражданлығы булмағандарға ла ошондай уҡ талап ҡуйыла.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, мәсьәләнең ошо рәүешле ҡуйылышы иң элек бала хаҡында хәстәрлек күреүҙе түгел, ә шәхси мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйған ата-әсәләрҙе асыҡларға булышлыҡ итәсәк. Ә был үҙгәрештәр баланы тәрбиәгә алырға теләүселәрҙең әҙерлек сифатын да ярайһы уҡ яҡшыртасаҡ.
— Ахыр сиктә, ошондай саралар һөҙөмтәһендә ата-әсәнең психологик-педагогик белеме тәрәнәйеү менән бер рәттән уларҙы ентекле һайлап алыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Ғаиләгә бала алыу — бик мөһим сара. Унда хаталарға юл ҡуйырға ярамай, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Шул уҡ ваҡытта баланы тәрбиәгә алған кешеләргә түләү күләмен 5858 һумға арттырыу көтөлә. Быйыл 3186 ата-әсәгә һәм патронат тәрбиәсегә аҡса түләнәсәк. Ошо уҡ закон проекты менән баланы ҡарауға айлыҡ пособиены 4900 һум күләмендә билдәләү тәҡдиме индерелә. Быйыл 13621 балаға 4900-әр һум аҡса түләнәсәк. Депутаттар ҡарауына сығарылған тағы ла бер закон проектында балалы ғаиләләргә социаль ярҙам өлкәһендәге закон акттарына үҙгәрештәр индереләсәк. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан социаль яҡтан аҙ яҡланған ғаиләләр өсөн балаға айлыҡ пособие күләмен дифференциациялы арттырыу күҙаллана. Айлыҡ пособие күләме, бөтөн шарттарҙы иҫәпкә алғанда, 726 һумға етеүе ихтимал. Депутаттар ошо закон проектын хуплаған осраҡта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге һәм ауыл ғаиләһендәге балалар өсөн тәғәйенләнгән пособиелар берләштереләсәк.
Уларға шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә физкультура-спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендәге түләүһеҙ хеҙмәттәр, уҡыусыға юл йөрөү буйынса льготалар ҡушыласаҡ. Закондың яңы редакцияһында әлеге льготаларҙы аҡсаға әйләндереү тәҡдим ителә. Парламентта билдәләүҙәренсә, был социаль ярҙамдан тиң файҙаланыуҙы тәьмин итәсәк.
Көтөлгән үҙгәрештәргә аңлатма биреп, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса социаль ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эш төркөмө ойошторолдо, тип билдәләне.
— Беҙҙең бурыс — социаль ярҙамдың һөҙөмтәлелеген арттырыу, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. — Республика халҡына, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, дәүләттән тиң социаль ярҙам күрһәтелергә тейеш. Бынан тыш, аҡсаны барыһына ла “һумлап” таратырға ярамай. Ярҙам аныҡ маҡсатҡа ярашлы күрһәтелергә тейеш.
Ә. ҒӘЛИМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...

Тотош уҡырға 0

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 4

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 6

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 6

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә