Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Сәбәп иткән мораҙына етерме?
Дау ҡуба, дау артынан яу ҡуба, тиҙәр халыҡта. Сүриәлә йылдан ашыу барған граждандар һуғышы тирәләй халыҡ-ара кимәлдә һүҙ ҡуйыртыу ысынлап та оло яуға килтереүе ихтимал. 22 июндә Сүриә хәрбиҙәре Төркиәнең “Ғ4” хәрби самолетын бәреп төшөрә. Төркиә истребителе Урта диңгеҙ өҫтөнән ҙур тиҙлектә осоп бер нисә мәртәбә Сүриә биләмәһенә үтеп инә һәм яңынан әйләнеп килә. Шул мәлдә Сүриә ҡораллы көстәре самолетты атып төшөрә лә инде.

Мылтыҡтың тейеүе түгел, шартлауы шарт

Белгестәр фекеренсә, был ваҡиға ике күрше илде дошманлаштырыу ғына түгел, ә улар араһында ысын мәғәнәһендә оло яу ҡуптарыуға тәүге сәбәп булып тора. Оппозиция вәкилдәре Сүриә президенты Бәшәр Әсәдте властан алып ташларға тырышҡас, АҠШ һәм ЕС илдәре етәкселәре уларға теләктәшлек белдереп, булышлыҡ итеү яғында булды. НАТО ғәскәрҙәре Сүриәне лә Ливия кеүек бомбаға тота башлар ине, ярай әле, Рәсәй менән Ҡытай яҡлап сыҡҡас туҡтап ҡалдылар. Әле килеп Төркиә истребителенең Сүриә дәүләт сиген күрәләтә боҙоп инеүе сираттағы провокация ғына булыуы бар. Эйе, ниәтте — ғәмәл, ғәмәлде сәбәп тыуҙыра, тиҙәр. НАТО-ға ла Сүриәгә ҡаршы һуғыш башлау өсөн тик сәбәп кәрәк. Ә Төркиә — НАТО ағзаһы һәм Сүриә хәрби көстәренең үҙ биләмәһенә үтеп ингән самолетты бәреп төшөрөүе төньяҡ альянс хәрби көстәренә лә һөжүм итеү булараҡ баһалана. Хәҙер Сүриәгә Төркиәнең яуабын көтөргә ҡала. Төркиә премьер-министры Тайып Эрдоган Сүриәгә асыҡтан-асыҡ янамаһа ла, уның ярандары үс ҡайтарыуҙы көҫәй. Йәғни улар НАТО ағзаһы булған Төркиә хәрби көстәренә ҡаршы көс ҡулланыу үҙе үк альянсҡа ҡаршы һуғыш башлауға бәрәбәр тип бара. Әммә улар шуны онотоп ебәрә, күрәһең: был осраҡта бит Сүриә хәрбиҙәре һаҡланыу сараһы ғына күргән. Илдә граждандар һуғышы барған бер мәлдә сит ил самолетының ниндәй маҡсат менән ил сиген боҙоп йөрөүен ҡайҙан беләһең? БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун был хәл айҡанлы үҙ фекерен белдерҙе, ике яҡты ла көс ҡулланмаҫҡа саҡырҙы. Ысынлап та, әгәр ҙә Төркиә үс ҡайтарыу уйы менән Сүриәгә һөжүм итә ҡалһа, төбәктә ысын мәғәнәһендә оло яу ҡубасаҡ. Сүриә армияһы ярайһы уҡ көслө генә иҫәпләнә һәм күбеһенсә Рәсәй хәрби техникаһы менән йыһазландырылған. Төркиә самолетын да тап Рәсәйҙә етештерелгән зенит ракетаһы менән атып төшөргәндәр. Сүриә хәрби белгестәренең дә байтағы беҙҙә белем алған. Шулай булғас, Рәсәйҙең Сүриәне яҡламай сараһы юҡ. Ә һуңғы арала донъяның иҡтисады тотҡаһына әүерелә барған Ҡытай һәр саҡ беҙҙең яҡлы. НАТО-ның Сүриәгә ҡаршы һуғыш башлауын ошо ике ил генә тотҡарлап тора. Рәсәй менән Ҡытай Бәшәр Әсәд режимына ҡул һелтәһә, уны ла Муаммар Каддафи яҙмышы көтә.

Франсуа алымы беҙгә лә ҡамасауламаҫ ине

Ҡытай тигәндән, уҙған аҙнала шул да мәғлүм булды: Санкт-Петербургта үткән донъя иҡтисади форумында был илде донъя иҡтисади көрсөгөнән төп ҡотҡарыусы итеп күреүҙәрен белдерҙеләр. Башҡа илдәр, айырыуса ЕС илдәре финанс көрсөгөнә бата барған мәлдә, бер Ҡытай йылдам үҫеүен дауам итә. Дөрөҫ, һуңғы арала унда ла бер ни тиклем тотҡарлыҡ күҙәтелде. Был ЕС илдәрендәге көрсөккә бәйле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ҡытай күп илдәрҙең иҡтисадына, шул иҫәптән Рәсәйгә инвестициялар һалып, ауыр хәлдән сығыуға ярҙам итер тип көтөлә. Санкт-Петербург иҡтисади форумында Рәсәй Президенты Владимир Путин төп доклад менән сығыш яһап, илдең стратегик үҫеш планын күҙалланы, һумдың осһоҙлана барыуын тәбиғи күренеш тип атаны. “Һум аҫҡа һәм өҫкә табан тирбәлә икән, тимәк, ул тере һәм йәшәй”, — тине Президент. Тик бына донъя баҙарында уның ҡиммәтләнгәнен генә күргән юҡ, гел осһоҙлана. ЕС илдәрендәге көрсөктө күпме генә яманлаһаҡ та, евро курсының ул тиклем түбәнгә тәгәрәүенә шаһит булғаныбыҙ юҡ әле. Ошо форумда Владимир Путин бик өмөтлө генә фекерҙәр әйтеп ташланы. Ул да булһа, Рәсәй иҡтисадын нефть һәм газ сеймалы бәйлелегенән ҡотҡарыу. Президент ил сәнәғәтен күтәреү кәрәклегенә баҫым яһаны. Юғиһә һәр саҡ импорт тауарына өмөт итеп кенә йәшәнек бит. Рәсәй тауар етештереүселәре бер аҙ еңел һулап ҡуйғандыр был һүҙҙәрҙән һуң. Эшҡыуарҙарҙың хәлен бер аҙ яҡшыртыу, илдә тамыр йәйгән коррупцияны бер аҙ “ауыҙлыҡлау” маҡсатында Рәсәй Президенты эргәһендә эшҡыуарҙар мәнфәғәтен яҡлаусы вазифа булдырылыуы хаҡында ла иғлан итте. Был вазифаға Александр Титов тәғәйенләнгән. Хәҙер эшҡыуарҙар төрлө административ кәртәләргә юлыҡһа, йә булмаһа уларҙың хоҡуҡтары боҙолһа, Титовҡа йәки уның командаһына мөрәжәғәт итергә тейеш.
Франция президенты Франсуа Олланд кеүек социалист түгел шул илебеҙ башлығы. Бына, исмаһам, ул ҡыла ҡылыҡты. Йыл аҙағына тиклем дәүләт аппаратында эшләүселәрҙе 2,5 процентҡа, киләһе йыл тағы ла ошо тиклемен ҡыҫҡартыу тураһында указға ҡул ҡуйған. Шулай уҡ йылына 100 миллион евро аҡса эшләүселәргә 75 (!) процент һалым һаласағы менән дә күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Шул уҡ ваҡытта ул илдә мәғариф, һаулыҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һанын арттырасағын, улар өсөн яңы эш урындары булдырыласағын белдерҙе. Беҙҙә иһә, киреһенсә, булған мәктәп һәм медпункттар ябыла, уның ҡарауы, чиновниктар армияһы арта. Айына миллионлап һум килем алыусы ла, 5 мең тәңкә менән хушһыныусы ла бер иш — 13 процент һалым түләй. Илебеҙ бай шул, европалар ише “хәйерселектә” көн күрмәйбеҙ. Француздар, көнөнә бер тапҡыр ғына ҡара ыуылдырыҡ ашай башланыҡ, тип дау ҡуптарып президенттарын бөрөп алып бара. Франсуа Олланд уларға бик бирешергә теләмәй, билдәрен биштән быуырға, тештәрен ҡыҫып булһа ла ваҡытлыса булған ауырлыҡтарға түҙергә саҡыра. Дәүләт органдарында эшләүсе юғары чиновниктарҙың эш хаҡы бынан ары ил буйынса 20 минималь хеҙмәт хаҡынан артырға тейеш түгел. Францияла ҡабул ителгән ошо закон буйынса ҡайһы бер чиновниктарҙың эш хаҡы 55 – 66 процентҡа тиклем ҡыҫҡарған. Бөйөк Британияның премьер-министры Дэвид Кэмерон, француз чиновниктарын йәлләп, үҙ иленә күсеп килергә саҡырған. Донъя баҙарында нефткә хаҡ төшкәс, беҙгә лә билде биштән быуырға тура килмәгәйе, тим. Илдең финанс министры Антон Силуанов көрсөк беҙгә янамай, резерв фондында аҡса етерлек тип тынысландыра-тынысландырыуын. Тик бына ошо резерв фонды аҡсаһын тотоноу өсөн дә махсус хеҙмәт кәрәк икән. Шул маҡсатҡа булдырылған “Росфинагентство” резерв фонды аҡсаһын бүлеү менән мәшғүл буласаҡ. А. Силуанов белдереүенсә, был аҡса тәү сиратта инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә. Шул маҡсатҡа фондтан 500 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған. Илдәге эшһеҙлекте бөтөрөүгә, башҡа социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә резерв фондынан күпме аҡса йүнәлтелеүен әйтмәй министр. Күрәһең, был мәсьәләләр әлегә тәүге сиратта тормай.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...

Тотош уҡырға 0

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 4

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 6

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 6

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә