Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Чехтар һүҙ һөйләү менән сикләнмәй
Чехтар һүҙ һөйләү менән сикләнмәй— Беҙҙең арала сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлек йылдам үҫә. Мөнәсәбәттәр тағы ла нығынһын өсөн тырышабыҙ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Петр Коларж менән чех компаниялары вәкилдәрен тәбрикләп. Сит ил делегацияһы республикабыҙға эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү өсөн яңы проекттарға өмөт итеп килгән.

Президент төбәктә инвесторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән ниндәй аҙымдар яһалыуы хаҡында һөйләне. “Административ кәртәләрҙе тулыһынса бөтөрәсәкбеҙ, һалым түләү буйынса ҙур ташлама бирергә әҙербеҙ”, — тине ул. Рөстәм Зәки улының билдәләүенсә, республикала бөгөн сәнәғәт тармаҡтарын үҫтереү мәсьәләһе көнүҙәк, шулай уҡ чехтар менән курорт-һауыҡтырыу, спорт, мәҙәниәт, белем биреү өлкәләрендә лә уңышлы хеҙмәттәшлек итергә мөмкин.
— Туризм буйынса ла яҡшы проекттар булдырырға мөмкин, — тип элеп алды Петр Коларж. — Магнитогорск ҡалаһындағы тау саңғыһы үҙәгенә китеп барғанда һеҙҙең биләмә аша үткәйнек, шунда ҡатыным менән Башҡортостандың тәбиғәтенә сикһеҙ һоҡландыҡ. Ошонда ял итергә теләүсе яҡташтарымдың артыуын күрһәм, ныҡ һөйөнөр инем.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан менән Чехия араһындағы үҙ-ара хеҙмәттәшлекте көйләүсе хөкүмәт-ара эш төркөмөн тергеҙеүгә ихтыяж барлығын билдәләне. Һуңғы йылдарҙа тышҡы сауҙала етди һөҙөмтәләргә өлгәшелеүгә ҡарамаҫтан, чехтар нефть, химия продукцияһы, керамик әйберҙәр, металл, ҡорамалдар һатып алыу менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмай. “Фармстандарт-ӨфөВИТА” йәмғиәтен, “Алексеевка” совхозы, “Артемида” крәҫтиән (фермер) хужалығы, “Байрамғол” агрофирмаһы һымаҡ ауыл хужалығы предприятиеларын үҫтереүгә һалынғанға өҫтәп, улар республикаға тағы ла ҙурыраҡ күләмдә инвестиция йүнәлтмәксе. “Мин һүҙ һөйләргә түгел, ә аныҡ эштәр башҡарырға килгәнмен”, — тине Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе.
Белеүебеҙсә, Өфөлә “Шкода” маркаһының рәсми дилеры булған компаниялар уңышлы эшләй. Киләсәктә республикала ошо автомобилдәр өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар етештерә башлауҙары ихтимал. Чех эшҡыуарҙары, бәлки, беҙгә заманса трамвайҙар, ҡала яны поездары эшләп биреүҙе лә үҙ өҫтөнә алыр. Сит ил вәкилдәре киләһе йыл баш ҡалабыҙҙа үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындары алдынан инфраструктура объекттары төҙөүҙә лә ҡатнашырға теләк белдерә.
Ысынлап та, һүҙ һөйләп кенә ҡалманылар: осрашыу аҙағында Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән “Farmtec” акционерҙар йәмғиәте араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында меморандумға ҡул ҡуйылды. Был документҡа ярашлы, чехтар “500 һөтсөлөк фермаһы” программаһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк.
Журналистар менән әңгәмә барышында Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Петр Коларж: “Башҡортостанда үҫеш мөмкинлегенең ҙурлығын күрәбеҙ һәм властың эшҡыуарлыҡты яҡлауын тоябыҙ. Үҙ-ара бәйләнештәр ике яҡты ла берҙәй ҡыҙыҡһындыра”, — тип белдерҙе.

* * *
Ошо уҡ көндө “Өфө” халыҡ-ара аэропортында “Чехия авиалиниялары” компанияһының вәкиллеге асылды. Унда Прагаға билет һатыуҙан алып урындағы туристик агентлыҡтарға Чехияға маршрут асыуҙа ярҙамлашыуға тиклем төрлө хеҙмәт күрһәтеләсәк.
Яҡташтарыбыҙ өсөн Башҡортостандан Европаның үҙәгенә уңайлы һәм хәүефһеҙ самолетта өс сәғәт ярым ваҡыт эсендә барып етеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Әлеге яңылыҡты чехтар ҙа ҡыуанып ҡабул итә, сөнки улар беҙҙә ял итеү һәм бизнес менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙың күплегенә ышана.

* * *
Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Петр Коларж һәм делегация ағзалары Өфөнөң Гоголь урамында Берләштерелгән сервис-виза үҙәген асыу тантанаһында ла ҡатнашты. Яңы ойошмала Шенген килешеүен төҙөгән илдәргә, мәҫәлән, Болгария, Австрия, Чехия, Норвегия, Испания, Швеция, Мальта тарафтарына визаны ҡыйынлыҡһыҙ алырға мөмкин.
Үҙәк етәксеһе Светлана Хәкимованың әйтеүенсә, әлегә ете илгә юлланыусыларҙы ғына хеҙмәтләндерәләр, киләсәктә исемлеккә Дания, Гренландия һәм башҡалар ҙа өҫтәләсәк. Виза алыуҙы ябайлаштырыу маҡсатында эшләүсе фирма — донъя кимәлендә билдәле “VFS. Global” компанияһының филиалы.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды 05.11.2026 // Сәйәсәт

«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды...

Тотош уҡырға 0

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 4

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 6

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 7

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 6

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә