Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » «Евроремонт» мәсьәләһе хәл ителмәксе
Бер көнө йылды туйҙырған ҡыҙыу мәлдә сәйәсмәндәр ҙә тик ятмай. Яңыраҡ Мексикала “Ҙур егерме” сираттағы саммитҡа йыйылды. Эйе, иҡтисади йәһәттән алға киткән, сәйәси яҡтан тотороҡло, башҡа илдәргә йоғонто яһай алырҙай дәүләт етәкселәренең донъя күләмендәге проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеүе — бик тә кәрәкле һәм мөһим эш. Ә һорауҙар, ысынлап та, етәрлек. Европалағы финанс көрсөгө, Сүриә, Иран, Афғанстан, Ҡытай кеүек башҡаларға тыныс йәшәргә мөмкинлек бирмәгән илдәр етди уйланырға мәжбүр итә.

Күл тамсылап йыйыла, тиһәләр ҙә…

Саммит башланырҙан алда Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы (дөйөмләштереп БРИКС тип атайҙар) илдәре етәкселәре осрашып һөйләште, фекер төйнәне. “Ҙур егерме” араһында уларға бер һүҙле, бер уйлы булыу кәрәк ине шул. Юғиһә АҠШ – үҙ яғын, Евросоюз илдәре үҙенекен ҡайыра. Быға әлеге БРИКС иҡтисадының донъя күләмендәге финанс системаһы менән тығыҙ бәйле булыуы сәбәпсе. Европа илдәрендәге көрсөктөң еле уларға ла ҡағылыуы ихтимал. Ошоно күҙаллап, БРИКС етәкселәре Халыҡ-ара валюта фонды резервын тулыландырырға булды ла инде. Ҡытай – 43 миллиард, Рәсәй, Һиндостан һәм Бразилия – 10-ар миллиард, Көньяҡ Африка Республикаһы 2 миллиард доллар аҡса йүнәлтергә ҡарар итте.
Шулай итеп, биш ил генә 75 миллиард доллар аҡса сығарып һалырға әҙер икәнлеген белдерҙе. Тик Евросоюз илдәрендәге “тишек-тошоҡто” БРИКС аҡсаһы менән генә ямап булыры, ай-һай... Халыҡ-ара валюта фонды киләһе ике йылда финанс проблемаларын хәл итеү өсөн 1 триллион доллар аҡса талап ителәсәген белдергәйне. Тимәк, әлеге ярҙам ғына бик аҙ буласаҡ. 2008 йылғы иҡтисади көрсөк ҡабатланмаһын өсөн Япония, АҠШ һәм Германияға, шулай уҡ ситкә күпләп нефть һатҡан Сәғүд Ғәрәбстаны, Иран, Кувейт кеүек илдәргә лә кеҫәләрен бер аҙ бушатырға, Халыҡ-ара валюта фондын тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерергә тура киләсәк.
“Ҙур егерме” илдәре саммитында Рәсәй Президенты Владимир Путин Мексика, Япония, Бразилия, Бөйөк Британия, Төркиә етәкселәре менән айырым осрашып һөйләште. Әлбиттә, төп иғтибар АҠШ президенты Барак Обама менән һөйләшеүгә йүнәлтелде тиһәң, хата булмаҫтыр. Ни өсөн тигәндә, Владимир Путин уның менән яңы Президент булараҡ беренсе тапҡыр күрешә. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәй, осрашыуҙа уларҙың борсағы бешеп етмәне кеүек. Белеүебеҙсә, АҠШ менән Рәсәйҙең бер-береһенә төп дәғүәһе – Европала ракетаға ҡаршы оборона системаһын урынлаштырыу мәсьәләһе. Президенттарҙың башҡа тема буйынса ла уңышҡа өлгәшеүен билдәләп булмай.

“Запас тәгәрмәс” шәп тәгәрәй

Үткән ял көндәрендә Мысырҙа президент һайлауҙың икенсе туры булды. Яҡынса иҫәпләү буйынса, Мөхәммәд Мөрси, 52 процент тауыш йыйып, еңеү яулаған. Ул “Мосолман ҡәрҙәштәр” ислам партияһынан күрһәтелгән кандидат ине. Төп дәғүәсеһе – Хөсни Мөбәрәк ваҡытындағы премьер-министр Әхмәд Шафиҡ – үҙенең еңелеүен танырға теләмәй. Бының илдәге яңы сыуалыштарға килтереүе ихтимал.
Әйткәндәй, Хөсни Мөбәрәк президент булған саҡта “Мосолман ҡәрҙәштәр” партияһы бөтөнләй тыйылғайны һәм үҙ эшмәкәрлеген йәшертен рәүештә алып барҙы. Хәҙер инде власть – улар ҡулында. Хәйер, Мөхәммәд Мөрси үҙенең һайлау алды программаһында, президент итеп һайланған хәлдә, был партиянан сығасағын белдергәйне. Әммә был ғына хәлде үҙгәртерме? Власть барыбер “Мосолмандар” ҡулында буласаҡ.
Радикаль партия вәкиленең етәкселеккә килеүе Евросоюз илдәре өсөн бик үк һөйөнөслө түгел. Тунис, Мысыр, Ливия кеүек илдәрҙәге революцияларға Европа илдәре менән АҠШ туранан-тура булышлыҡ иткәйне. Хәҙер килеп, бының “татлы емештәр”ен үҙҙәре татыясаҡ.
Мөрси барлыҡ халыҡ ихтирамын яулауға өмөт итә. Ул әленән үк бөтөн Мысыр граждандарына атай ролен үтәргә әҙер булыуын белдерә, христиандарҙы ла ҡыйырһытмаҫҡа вәғәҙә бирә. Халыҡҡа ярар өсөн тауҙар ғына вәғәҙә итмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ: һайлау алдынан “Мосолман ҡәрҙәштәр” партияһы уны кандидатлыҡҡа «запас вариант» тип кенә күрһәткәйне. Төп өмөт бағланған дәғүәсе Хәйрат әш-Шатыр хөкөм срогы үтмәү сәбәпле президент кәнәфие өсөн көрәштән төшөп ҡалды. Бына шулай, сәйәсәттә лә “запас тәгәрмәс” ярап ҡала икән.

“Атаҡай”ға йәнә янайҙар


Евросоюз илдәре Белоруссияға ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеүе хаҡында белдерҙе. Был республикала кеше хоҡуҡтарының тупаҫ боҙолоуын һылтау итеп, улар төрлө сәйәси һәм иҡтисади сикләүҙәр менән Лукашенкоға йыш ҡаныға. Билдәле булыуынса, 2010 йылғы президент һайлау мәлендә, сыуалыш ойоштороуҙа ғәйепләнеп, бер төркөм йәмәғәтсе төрмәгә ябылғайны. Улар араһында президентлыҡҡа кандидат Андрей Санников менән уның ярҙамсыһы Дмитрий Бондаренко ла бар. Евросоюз илдәре уларҙы яҡлап дау ҡуптара башлағас, икеһен дә иреккә сығарҙылар-сығарыуын, тик тағы ла сәйәси золом ҡорбаны булараҡ ике тиҫтәнән ашыу кешенең төрмәлә тотолоуы хаҡында һүҙ ҡуйыра. Көнбайыш ошо кешеләрҙе иреккә сығарыуҙы талап итә лә инде.
Ә Александр Лукашенко, Рәсәй тарафынан ярҙамға өмөт итеп, бирешергә теләмәй, Евросоюздың үҙен сит илдең эске эштәренә ҡыҫылыуҙа ғәйепләй. 19 июндә ҡабул ителгән санкцияларға ярашлы, Белоруссияның 249 чиновнигына Европа илдәренә сығыу ҡәтғи тыйылған, шулай уҡ бер нисә эре белорус компанияһының банктағы финанс иҫәбе ябылған. Был инде Белоруссия иҡтисадына етди хәүеф менән янай.
3 июлдә әлеге республика дәүләт байрамын – Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн – билдәләргә йыйына. «Батька», бәлки, ошо датаға арнап амнистия иғлан итер тип көтәләр. Тик бының сәйәси тотҡондарға ҡарата эшләнере икеле.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде 26.03.2026 // Сәйәсәт

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте

Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте 26.03.2026 // Сәйәсәт

Ҡайһы бер райондарҙа йылғалар боҙҙан әрселә башлаған....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды 25.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты 10 йылға рәшәткә артына оҙатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне 23.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Ришат Халиҡовты маҡтаулы исем менән бүләкләне...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды 13.03.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ етәксеһе алмашынды...

Тотош уҡырға 3

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде 13.03.2026 // Сәйәсәт

Рита Сәмиғуллина Стәрлетамаҡ районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде

Республикала элекке финансист район башлығы итеп тәғәйенләнде 12.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ......

Тотош уҡырға 4

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк

Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк 12.03.2026 // Сәйәсәт

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше ......

Тотош уҡырға 5

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде

Илдар Хәбибуллин Өфө вице-мэры итеп тәғәйенләнде 11.03.2026 // Сәйәсәт

Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп Илдар ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла 11.03.2026 // Сәйәсәт

12 мартты Башҡортостандың Опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан итергә тигән ......

Тотош уҡырға 2

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы 10.03.2026 // Сәйәсәт

Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде 10.03.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының башҡарма комитеты етәксеһе тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә