Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Башҡортостан хөкүмәте депутаттарға 2024 йылдағы эше тураһында отчет бирҙе
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан хөкүмәте депутаттарға 2024 йылдағы эше тураһында отчет бирҙе

27 мартта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта республика хөкүмәтенең 2024 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчетын тыңланы.


Махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү төп йүнәлеш булып ҡала.


Былтыр ошо маҡсатҡа 13 миллиард 400 миллион һум йүнәлтелгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала шифахана-курорт дауалауынан алып льготалы газ үткәреүгә тиклем 43 төбәк ярҙам сараһы ғәмәлдә. Шул уҡ ваҡытта социаль ярҙам пакеты даими киңәйтелә. Махсус хәрби операция биләмәһенә 146 гуманитар ылау оҙатылған. Йөктәрҙең дөйөм ауырлығы – 15 мең тоннанан ашыуыраҡ. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» төбәк кадрҙар программаһы башланды.


Башҡортостан социаль өлкәнең үҫешкән булыуы менән айырылып тора. Мәҫәлән, уҙған йылда һаулыҡ һаҡлауҙы финанслау күләме 110 миллиард һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән.


2024 йылда 68 һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт эштәре башҡарылған, 135 тиҙ төҙөлә торған модулле конструкция ҡуйылған (111 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 19 табип амбулаторияһы, 4 дөйөм практика табибы офисы, 1 участка дауаханаһы). Былтыр төрлө профилле программалар сиктәрендә 279 медицина хеҙмәткәре 280 миллион һумлыҡ компенсация түләүе алған.

«Мәғарифты үҫтереүгә 118 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса йүнәлтелгән. Был былтырғы кимәлдән 17% күберәк. Беҙ балалар баҡсаларын ремонтлау буйынса федераль программаны ғәмәлгә ашыра башланыҡ. Уның сиктәрендә 2025-2027 йылдарҙа 16 мәктәпкәсә учреждение ремонтлана. Бында әүҙемлекте арттырабыҙ. 1577 урынлыҡ 4 мәктәп, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Йондоҙ» белем биреү үҙәген сафҡа индерҙек. Тейешле федераль программа сиктәрендә 6 мәктәп капиталь ремонтланды. Быйыл тағы ла 35 мәктәптә эштәрҙе тамамлайбыҙ. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителгән. Киләһе йылда 10 меңдән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән 9 мәктәпте файҙаланыуға тапшырабыҙ», – тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.


Башҡортостан хаҡлы рәүештә спорт төбәге тип иҫәпләнә. Үткән йылда тармаҡ бюджеты 10 миллиард һумға яҡынлашты.


Республикала 141 спорт төрө үҫтерелә. Йәмғеһе 2,3 миллиондан ашыу кеше физкультура менән шөғөлләнә.


Башҡортостан спорт ҡоролмалары төҙөлөшө темптары һәм уларҙың һаны буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Былтыр өс ҙур объект сафҡа индерелде: Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге һәм ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы.


Быйыл тағы 5 спорт объектын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Еңел атлетика манежы менән спорт комплексын һәм олимпия резервы училищеһын, шулай уҡ Боксты үҫтереү үҙәген һәм Теннис академияһын проектлау эштәре бара.


Мәҙәниәтте үҫтереүгә тәүге тапҡыр 16 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Был 2023 йыл менән сағыштырғанда 9,4% күберәк.


Андрей Назаров 2024 йылда 123 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереүҙәре, ошо күрһәткес буйынса Рәсәйҙә 7-се урынды алыуҙары хаҡында һөйләне. Радий Хәбиров тәҡдим иткән «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә 33 муниципалитетта 213 күп фатирлы йортто берләштергән 143 ихата тәртипкә килтерелгән. Был маҡсатҡа 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.


Былтыр Башҡортостанда рекордлы 3 миллион 348 мең квадрат метр сафҡа индерелгән. Республика әлеге күрһәткес буйынса Волга буйында – икенсе, илдә етенсе урынды биләй. Шулай уҡ 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

«Иҡтисади әүҙемлектең төп факторы – үҫешкән юл-транспорт логистикаһы. Беҙ 1220 километр автомобиль трассаһын норматив хәлгә килтерҙек. 60 километрҙан ашыу автомобиль юлын сафҡа индерҙек. 26 күпер һәм юл үткәргес төҙөнөк һәм ремонтланыҡ. Ошо маҡсатҡа Юл фондынан 34 миллиард һумға аҡса бүлдек», – тип билдәләне республика хөкүмәте премьер-министры.


Былтыр Башҡортостан сәнәғәтенең үҫеше 5% ашыу тәшкил иткән. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса республика илдең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә һәм Волга буйында икенсе урынды биләй.


Уҙған йылда төп капиталға 783,8 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. 2025 йылда Башҡортостан Башлығы 800 миллиард билдәһен үтергә тигән бурыс ҡуйҙы. Йыл башына төбәктең инвестиция портфелендә 1,3 триллион һумлыҡ 2,3 мең инвестиция проекты иҫәпләнде.


Һуңғы алты йылда Башҡортостанда капитал һалыуҙың тотороҡло ыңғай динамикаһы күҙәтелә. Уның тупланған темптары буйынса республика – Волга буйында беренсе.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-27/pravitelstvo-bashkirii-otchitalos-pered-deputatami-o-rabote-v-2024-godu-4174587



Автор: Азат Ғиззәтуллин / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә