Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны 18.09.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны...
Радий Хәбиров депутаттарҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 30 йыллығы менән ҡотланы
21 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Сара башланыр алдынан ул Республиканың милли архивы фондынан Башҡортостанда парламентаризмдың үҫеш тарихын сағылдырған архив документтарын ҡараны.
«Был юбилей – Башҡортостан тарихында мөһим ваҡиға. Беҙҙең парламент яңы Рәсәй барлыҡҡа килгән ҡатмарлы осорҙа булдырыла, халыҡ тауышы, уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы, демократик үҙгәртеп ҡороуҙар гарантына әүерелә. Тәүге йылдарҙа депутаттарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә закон сығарыуҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, Рәсәй Федерацияһы составындағы республиканың яңы ысынбарлығына һәм статусына тап килгән хоҡуҡи база булдырырға тура килә. Бөгөн беҙ Башҡортостан ҡануниәте илдә иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе тип ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ. Күп кенә закондарыбыҙ башҡа төбәктәр өсөн өлгө, федераль хоҡуҡи акттарға нигеҙ булды», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, 30 йыл эсендә булдырылған закондар базаһы бөгөн республиканың бөтә йүнәлештәр буйынса динамик үҫешен ышаныслы тәьмин итә. Дәүләт Йыйылышы Башҡортостандың бөгөнгөһөн һәм киләсәген билдәләүсе төплө ҡарарҙар әҙерләү үҙәгенә әүерелде.
«Һеҙҙең эшегеҙ һөҙөмтәһендә, хөрмәтле депутаттар, халыҡтың тормошон яҡшыртҡан, иҡтисади һәм финанс базаны нығытыуға булышлыҡ иткән, бизнесты яҡлаған, социаль өлкәне үҫтергән, беҙҙең бай тарихты һәм күп милләтле мәҙәниәтте һаҡлаған закондар ҡабул ителә. Һеҙ дәүләттең төп өҫтөнлөктәрен тормошҡа ашырыуҙа, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Граждандарҙың башланғыстарын хуплайһығыҙ, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бараһығыҙ. Ҡатмарлы хәлдәрҙә юғары әүҙемлек күрһәтәһегеҙ, мәҫәлән, коронавирус пандемияһы шарттарында шулай булды. Бөгөн һеҙ йәштәр менән патриотик эштә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнайһығыҙ. Гуманитар ылау туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ, ветеран ойошмалары менән эшләйһегеҙ. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн закондар ҡабул итәһегеҙ», – тип билдәләне республика Башлығы.
Республика һәр ваҡыт, хатта ҡатмарлы осорҙа ла, парламенттың һәм башҡарма власть органдарының берлектәге эше, закон сығарыусыларҙың урындағы совет депутаттары, йәмәғәт ойошмалары һәм граждандар менән тура диалогы өлгөһөн күрһәтте, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Бөгөн беҙ Дәүләт Йыйылышы булдырыуҙа ҡатнашҡан, шунда эшләгән һәр кемгә ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең хеҙмәт, эшкә тоғролоҡ, һайлаусылар алдында яуаплылыҡ тәрән ихтирамға лайыҡ. Артабан да Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тотороҡлолоҡ, аҡыл һәм үҫеш символы булып ҡалһын. Киләсәктә лә башланғыстарығыҙ кешеләргә файҙа килтерһен, ә ҡабул иткән закондар республикабыҙҙы көслөрәк итһен. Юбилейығыҙ менән, ҡәҙерле дуҫтар! Яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар, һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек һеҙгә», – тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры булды. Республика парламентының башҡа депутаттары ла орден, миҙалдар һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны 18.09.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең беренсе көнөнә йомғаҡ яһаны...
Башҡортостанда Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге эшләй башланы 18.09.2026 // Сәйәсәт
Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге асылды....
Башҡортостанда һайлау башланды 18.09.2026 // Сәйәсәт
Республикала һайлау участкалары асылды....
Башҡортостанда һайлауҙа тәртип һаҡлауҙа 10 меңдән ашыу полицейский ҡатнаша 17.09.2026 // Сәйәсәт
Әҙерлек штат режимында бара....
Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде 17.09.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде...
Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай 16.09.2026 // Сәйәсәт
Владимир Путин рәсәйҙәргә мөһим белдереү менән сығыш яһай...
Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......
Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт
9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......
2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт
2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...
Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт
Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......
Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт
Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...