Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...
Радий Хәбиров Ҡытай вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркының башҡарма етәксеһе Хао Лянюань ханым менән осрашты. Көн тәртибендә – Ҡытай Халыҡ Республикаһы (КХР) менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре.
Башҡортостан Башлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәтен билдәләп, был илде төбәктең төп тышҡы иҡтисади партнерҙарының береһе булыуын әйтте.
«Беҙ тауар әйләнеше күләмен арттырыуҙан тыш, хеҙмәттәшлектең тәрәнерәк формаларын үҫтерергә лә тырышабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ҡытай партнерҙарыбыҙ менән диалогты ихтирам итәбеҙ һәм уртаҡ эштең төрлө варианттарын тикшерергә әҙербеҙ».
Хао Лянюань ханым Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркының берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы ҡаҙаныштарын билдәләне һәм Рәсәй субъекттары менән иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан киңәйтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ Ҡытай индустриаль паркында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән продукция менән павильондар төҙөү пландары тураһында һөйләне, был сауҙа һәм мәҙәни алмашыуҙар үҫешендә мөһим аҙым булырға тейеш.
«Башҡортостан менән хеҙмәттәшлегебеҙ тотороҡло үҫеш күрһәтә, һәм күмәк тырышлыҡ менән иҡтисади хеҙмәттәшлек өсөн яңы офоҡтар аса алырбыҙ тип ышанабыҙ», – тине Хао Лянюань.
Яҡтар шулай уҡ «Өфө» транспорт-агро-логистика паркы һәм Ляочжун индустриаль паркы резиденттарын берләштергән илдән ситтә сауҙа итеү өсөн халыҡ-ара B2B-платформаһын асыуҙы тикшерҙе. Халыҡ-ара төбәктәр иҡтисади хеҙмәттәшлек советының генераль директоры Ринат Голда хәбәр итеүенсә, уны төҙөү өҫтөндә эш бара.
Осрашыу аҙағында индустриаль парк етәксеһе Башҡортостан вәкилдәрен май айында Шэньчжэнь ҡалаһына сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса икенсе Рәсәй-Ҡытай конференцияһына саҡырҙы. Был сара инвестициялар йәлеп итеү һәм ике яҡлы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәрен тикшереү өсөн майҙансығы булмаҡсы.
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...
Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт
Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт
Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт
Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды 28.10.2026 // Сәйәсәт
Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды...
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......
Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......
Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт
Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......
Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт
Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....
Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт
21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......
Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт
Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....
Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт
Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....