Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Комиссиялар эште йәнләндерәсәк
Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһы ойошторолдо. Был коллегиаль кәңәш биреү органы дәүләт, дәүләт граждан хеҙмәте, республика ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидаттар һайлау менән шөғөлләнәсәк.

Дәүләт, урындағы үҙидара органдарына кадрҙар мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, республикалағы кадрҙар сәйәсәтенең башҡа мөһим мәсьәләләрен ҡарау комиссияның бурысы булып тора.
Был эшкә ғалимдарҙы, йәмәғәтселек вәкилдәрен, бойондороҡһоҙ эксперттарҙы йәлеп итеү күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ үҙенең икенсе Указы менән Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы составын раҫланы, уға 18 кеше инде.
Хөкүмәт комиссияһы өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр индерә, шулай уҡ ер участкаларын һайлау һәм рәсмиләштереү, инженерлыҡ-транспорт инфраструктураһын үҫтереү, рөхсәт биреү документтарын әҙерләү һәм раҫлауға бәйле мәсьәләләрҙе йылдам хәл итеүҙә инвесторҙарға булышлыҡ итә, күҙәтеү органдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләй.
Башҡортостанда инвестиция проектын тормошҡа ашырырға теләгән инвестор үҙен республикалағы өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индереү тураһында ғариза ебәрә. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ыңғай һығымта сығарған осраҡта проект дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Капитал һалыу рәүешендәге инвестициялар күләме кәмендә 100 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Медицина техникаһы һәм фармацевтика продукцияһы, юғары һәм мәғлүмәт технологиялары етештереү өлкәһендәге проекттарға бындай талап ҡуйылмай.
Хөкүмәт комиссияһы ултырыштары кварталға кәмендә бер тапҡыр үткәрелә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Уй-фекерҙәр:

Александр МАРЬИН, иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары:
— Бер кемгә лә сер түгел: әле Рәсәйҙең күп төбәктәре инвестициялар өсөн көрәшә. Унда инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыусылар ғына түгел, һөҙөмтә биргән проекттарға иғтибар итеүселәр ҙә еңә. Инвестор социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, партнерҙары ышаныслы булған төбәккә генә барасаҡ. Уға командала тиҙ һәм һөҙөмтәле эшләү файҙалы.

Илдар ҒӘБИТОВ, иҡтисадсы:
— Бындай комиссияның булыуы, хәҙер уға Президенттың шәхсән етәкселек итә башлауы республикала был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләй. Шарттарҙы һәм өҫтөнлөктәрҙе аныҡ билдәләү мөһим. Яңыса эшләү коррупцияға юл ҡуймаясаҡ. Һәр саҡ аҡсалы проекттар менән генә ҡыҙыҡһыныу дөрөҫ түгел. Әлеге комиссия социаль өлкә өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырасаҡ, минеңсә, сөнки Хөкүмәт иң тәүҙә халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн тырыша.

Рөстәм ХӘСӘНОВ, йәш белгес:
— Хөкүмәт комиссияһы яйға һалынған технология буйынса эшләй, инвестор өсөн шарттар билдәләй. Мәҫәлән, һалым кәметелә, сығымдар субсидиялана. Бөгөн өҫтөнлөклө тип иҫәпләнгән 50-нән ашыу инвестиция проекты бар. Бынан тыш, республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышына мониторинг үткәреү буйынса рәсми документ булдырылды. Ул бүленгән дәүләт ярҙамын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән.
Ә. ӘЙҮПОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә