Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ ептәре нығына

Ҡырым Республикаһының Башлығы Сергей Аксенов етәкселегендәге делегация Өфөлә эш сәфәрендә булды.

Ҡырым Рәсәй составына ингәндән бирле Башҡортостан төбәктең Белогорск районына мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһен үҫтереү өлкәһендә етди ярҙам күрһәтте. Үҙ-ара даими алмаш гастролдәр ойошторола, әҙәби, мәҙәни саралар үткәрелә.

Башҡортостан Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, ике аралағы дуҫлыҡтың нығыуын, Белогорск районы хакимиәте уларға мәҙәниәт йорттарын тергеҙеүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт әйтеүен белдерҙе.
– Ҡырым делегацияһының килеүе – беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. “Ҡырым яҙы”нан һуңғы биш йылда Башҡорт­остан Ҡырым менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй, – тине ул.

Артабан Радий Фәрит улы яҡташыбыҙ, осоусы, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланованың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлағаны өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт әйтте.

Ҡырым етәксеһе Сергей Аксенов үҙ сығышында Башҡортостандың хәстәрен даими тойоп йәшәүе хаҡында баҫым яһаны:
– Һеҙҙең менән тәү тапҡыр 2014 йылда осраштыҡ, – тине ул. – Һеҙ ул ваҡиғаларҙың төп шаһиты булдығыҙ. Тап шул саҡта беҙҙең дуҫлыҡҡа нигеҙ һалынды. Ысынлап та, ауыр ваҡытта ярҙамға килгән дуҫтар, хеҙмәттәштәр, ватандаштар һәр ваҡыт ҡәҙерле һәм ғәзиз. Башҡортостан Белогорск райо­нына күп ярҙам итә. Бындай берҙәм­лек һәм дуҫлыҡ – барлыҡ Рәсәй төбәктәренең уңышҡа илткән юлы.

Ике арала иҡтисади бәйләнеш үҫә. Башҡортостан Ҡырымға битум, мазут, һөт продукцияһы, минераль ашламалар оҙатһа, беҙгә Ҡырымдан биҙәнеү әйберҙәре килтерелә. Йыл һайын диңгеҙ буйында ял итергә, һаулығын нығытырға теләүселәр ағымы арта. Апрель – октябрь айҙарында Өфөнән Симферополгә ойошторолған махсус авиарейс быға етди булышлыҡ итә.


***

Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов рәсми осрашыуҙан һуң Сибай ҡалаһына юлланды. Унда улар Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиа­лындағы карьерҙа булды.

Төбәктәр башлыҡтары урында хәл менән танышты, бында ойош­торолған оператив штабта эшләгән республиканың сәнәғәт министры Алексей Карпухин һәм һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева менән аралашты. Динара Йәнекәева әйтеүенсә, Сибайға командировкаға килгән табиптар бер көндә йөҙәрләгән кешене ҡабул иткән.

Сергей Аксенов иһә Ҡырым шифаханаларының бушлай 500 баланы ҡабул итергә әҙерлеге тураһында хәбәр итте.
– Тәү сиратта хәүефле урынға яҡын йәшәгән, аҙ тәьмин ителгән, медицина күрһәткестәре булған балаларҙы ҡарағыҙ. Юл йөрөтөү буйынса уйланығыҙ, беҙ ярҙам итербеҙ, – тине Радий Хәбиров ҡала властарына. – 500 баланы йыйыу – еңел булмаған бурыс.



Башҡортостан Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов Сибайға эш сәфәре барышында үҙәк ҡала дауаханаһында ла булды.

Етәкселәр медицина хеҙмәт­кәрҙәре, бала табырға әҙерләнгән ҡатындар менән аралашты, учреждениеға табиптар, тейешле кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар етәме-юҡмы икәне хаҡында белеште.

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереү­ҙәренсә, пациенттарҙың береһе өлкән балаһының ныҡ йүткереүе тураһында әйткән һәм уны башҡа­лар менән бергә Ҡырым шифа­ханаһына ебәреү мөмкинлеге юҡмы икәне хаҡында һораған.
“Беҙ Магнитогорскиҙан өс чартер ебәрәбеҙ. Республика юл хаҡын түләүҙе үҙ өҫтөнә ала. Һеҙҙең бурыс – бала менән бергә оҙатыусы кемдер булырға тейеш, – тигән Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – борсолмағыҙ. Һеҙҙең һаулығығыҙға зыян булмаясаҡ. Тик саҡ ҡына түҙегеҙ”.
* * *

Башҡортостанға эш сәфәре барышында Ҡырым Республикаһы делегацияһы “ПЭТ Технолоджи” Өфө ядро медицинаһы үҙәгендә булды. Үҙәктең медицина директоры Павел Головин әйтеүенсә, ул 2014 йылдың майында асылған, бер миллиард һум самаһы инвестициялар йәлеп ителгән. Эшмәкәр­лектәренең төп йүнәлеше – ПЭТ методы менән онкосирҙәрҙе диагностикалау һәм “Кибер-Бысаҡ” радиохирургия системаһы ярҙамында яман шештәрҙән дауалау.

– Был ваҡыт эсендә беҙҙең үҙәктә 20 мең самаһы ПЭТ һәм КТ тикшереүҙәр үткәрелде һәм “Кибер-Бысаҡ” системаһы менән 1470 операция яһалды. Пациенттарҙың 90 проценты ярҙамды бушлай, ОМС буйынса алды, алты проценты башҡа төбәктәрҙән килгән, дүрт проценты үҙ иҫәбенә эшләтте, – тине Павел Головин.

* * *
Ҡырым Республикаһының Ми­нистр­ҙар советы рәйесе урын­баҫары Михаил Селезнев Баш­ҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов менән Европала керамик плитә етештергән иң ҙур заводтарҙың береһе – Lasselsberger Ceramics эше менән танышты.

Завод йылына 10 миллион квадрат метр плитә сығарыу ҡеүәтенә эйә. Әле ул етештереүҙе һәм инвес­тицияларҙы 1,5 тапҡырға артты­рырға ниәтләй. Бында 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Яңы етештереү ҡеүәттәре ғәмәлгә индерелә, төҙөлөш-монтаж эшен 2020 йылда тамамлау күҙаллана.
Әйткәндәй, компанияның Әбйә­лил районында тағы ла бер ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла – ҡоро төҙөлөш ҡатнаш­малары етештереү заводы төҙөлә.
* * *
Сәфәр барышында “Өфө трамвай-троллейбус заводы” һәм “Ҡырымдың үҫеш корпорацияһы” араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Транспорт запас йөрөшлө булыуы менән айырыла. Ул электр энергияһыҙ бер нисә тиҫтә километр ара үтә аласаҡ. Был бигерәк тә бөгөнгө ҡала шарттарында мөһим. Әллә ни ҙур булмаған өҙөк­лөк тә ҙур ҡаршылыҡ тыуҙырып, троллейбустың хәрәкәтен туҡта­тырға мөмкин. Ул сағында транс­порттың “мөгөҙҙәрен” ысҡындырып, юлды артабан дауам итергә була.

– Башҡортостан троллейбустары донъялағы иң оҙон Симферополь – Алушта –Ялта троллейбус маршрутында иңләйәсәк, – тине Михаил Селезнев.

* * *
“Өфө үҙгәрә, ундағы тормош яҡшырғандан-яҡшыра. Симферополь дә шуға ынтыласаҡ. Бар республика халҡын үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ, быйыл өҫтәүенә тимер юл күпере асыла, ул Ҡырымға барыу мөмкинлектәрен артты­расаҡ”, – тине Михаил Селезнев, Башҡортостанға сәфәр тәьҫорат­тары менән уртаҡлашып.

Ҡырым Республикаһы Министр­ҙар советы рәйесе урынбаҫары шулай уҡ беҙҙәге халыҡ менән бәйләнеш системаһы ҡоролошон оҡшатыуы тураһында белдерҙе. “Медицинаға килгәндә, Өфөнөң ҡорамалдар һәм технологиялар планында ныҡлы алға киткәненә инандыҡ, – тине ул. – Иң мөһиме – республика власы вәкилдәре беҙгә ярҙамға мохтаж пациент­тарҙы адреслы субсидиялау юлдарын күрһәтте. Был юғары ҡиммәткә эйә”.
Михаил Селезнев “сүп-сар реформаһы”ның бөтөн төбәктәрҙә лә ауыр барыуын билдәләне. “Беҙ ҙә, Башҡортостандағы һымаҡ, тарифты халыҡ күтәрә алырлыҡ кимәлгә төшөрҙөк”, – тине ул. Шулай уҡ керамик плитә етештерелгән заманса заводтың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Ҡырымда ла шундай предприятие төҙөү мөмкин.


Автор: И. ХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостандың 43 муниципаль районына 95 йыл тулды

Башҡортостандың 43 муниципаль районына 95 йыл тулды 20.08.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостандың 43 муниципаль районына 95 йыл тулды...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостан Башлығы Max мессенджерында үҙ каналын асты

Башҡортостан Башлығы Max мессенджерында үҙ каналын асты 20.08.2025 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңылығы менән уртаҡлашты....

Тотош уҡырға 8

Трамп Путинға Зеленский менән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте

Трамп Путинға Зеленский менән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте 19.08.2025 // Сәйәсәт

Владимир Путин Трамп менән 18 августа Вашингтонда Зеленский һәм Европа илдәре лидерҙары...

Тотош уҡырға 16

Әбйәлилдә – яңы башлыҡ
Көйөргәҙе районында яңы етәксе тәғәйенләнде

Көйөргәҙе районында яңы етәксе тәғәйенләнде 14.08.2025 // Сәйәсәт

Лира Тереғолова – етенсе ҡатын-ҡыҙ мунипалитет башлығы....

Тотош уҡырға 41

Башҡортостанда йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу тураһында закон ҡабул ителде 13.08.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары дөйөм туҡланыу объекттарының миҙгелле залдары...

Тотош уҡырға 45

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 11.08.2025 // Сәйәсәт

Дүшәмбе Радий Хәбиров үҙенең указы менән республика Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыу...

Тотош уҡырға 41

Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте

Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте 11.08.2025 // Сәйәсәт

Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте...

Тотош уҡырға 49

Владимир Путин Башҡортостан профессорына маҡтаулы исем бирҙе
Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша

Яҡын арала Владимир Путин Дональд Трамп менән осраша 07.08.2025 // Сәйәсәт

Ике ил лидерҙарының осрашырға әҙерләнеүе тураһында Рәсәй дәүләте башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков...

Тотош уҡырға 47

Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде

Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде 06.08.2025 // Сәйәсәт

Светлана Верещагина республиканың туризм министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 51

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы 04.08.2025 // Сәйәсәт

Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың туризм министры вазифаһын ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 56