Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Партия кешеләр файҙаһына үҙгәртеп ҡорола
Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика делегацияһы етәксеһе сифатында “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХIII съезы эшендә ҡатнашты.
Партияның съезына өс меңгә яҡын кеше йыйылды. Дмитрий Медведев бер тауыштан “Берҙәм Рәсәй”ҙең рәйесе итеп һайланды. Рәсәй Хөкүмәте башлығы үҙенең кандидатураһын яҡлағандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтеп, артабан да берлектәге һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыуға ышаныс белдерҙе. ХIII съезд делегаттары шулай уҡ партияның яңы редакциялағы уставын раҫланы.
“Рәсәй төбәктәренең яңы эшмәкәрлек этабына күсеүе, иҫке механизмдарҙың һөҙөмтә бирмәүе аңлашыла, эште замансалаштырырға, шул иҫәптән тактиканы һәм стратегияны үҙгәртергә кәрәк, — тине журналистар менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов. — Партия бөгөн үҙенең лидерын — Дмитрий Анатольевич Медведевты бер тауыштан һайланы, сөнки уның яңы идарасылар быуыны вәкиле, ныҡышмал, етди кеше булыуын барыһы ла белә һәм аңлай. Партия өсөн бындай кимәлдәге лидер, һис шикһеҙ, алға табан яһалған өр-яңы ҙур аҙым ул”.
Съезда республикабыҙҙан партия делегацияһының ҡатнашыуы мөһим әһәмиәткә эйә, тип билдәләне артабан Рөстәм Хәмитов. “Съезда мөһим фекер алышыу булды. Депутаттарыбыҙ унда әүҙем ҡатнашты. Рәсәй Хөкүмәтенең күп кенә абруйлы шәхестәре менән осрашып, аныҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Съезд бөтөн яҡлап та файҙалы булды”, — тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, партия уставына төҙәтмәләр ҡабул итеүҙең мәғәнәһе йәмғиәтте артабан да демократлаштырыуға, ябай ағзаларға ойошманың көндәлек эшмәкәрлегендә әүҙемерәк ҡатнашыу мөмкинлеге биреүгә ҡайтып ҡала.
“Төрлө кимәлдәге һайлауҙа альтернатива тураһындағы төҙәтмәләр — иң мөһимдәрҙең береһе. Губернаторҙарҙы, төбәк башлыҡтарын һайлау тураһында ғына түгел, партия эсендәге һайлау хаҡында ла һүҙ бара. Альтернатива мотлаҡ булырға тейеш. Бөгөн фекерҙәр төрлөлөгө ярҙамында ғына ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Торғонлоҡтоң нимәгә килтереүен беләбеҙ, дискуссияның булмауы ҡыйралыуға илтә. Бер төрлө генә фекер партия үҫешен тотҡарлаясаҡ. Уставҡа индерелгән төҙәтмәләр нигеҙҙә дискуссия булдырыуға, альтернатив һайлауға йүнәлтелә”, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты кешеләр менән бергә, улар файҙаһына эшләү тигән фекер яҡлы булыуына тағы ла баҫым яһаны. “Партия кеше ихтыяждарына йөҙ менән боролоп, уларҙың өмөт-хыялдарын, борсоған мәсьәләләрен сағылдыра алһа, бөтөн эштәр ҙә тормошҡа ашасаҡ, — тине республика башлығы. — Партия йәмғиәттән өҫтөн торған йәки ниндәйҙер карьера өсөн трамплин сифатында файҙаланылған структура булып ҡалһа, һөҙөмтә кире буласаҡ. Шуға күрә бөгөн партияның тәү сираттағы эштәрен аныҡларға кәрәк. Ә ул кешеләр өсөн эшләүгә ҡорола”, — тине Рөстәм Хәмитов.
“Ахыр сиктә кешеләрҙе съездар, уларҙа әйтелгән һүҙҙәр, ҡулланылған эш алымдары борсомай. Ихаталағы, урамдағы хәл, транспорт, хаҡтар, коммуналь хужалыҡтағы эштең тормошо мөһимерәк уларға. Түбәнге кимәлдә йәки йәмғиәт үҫешендәге кире күренештәрҙе юҡҡа сығара алабыҙ икән, еңәсәкбеҙ. Быны эшләй алмаһаҡ, икенсе кешеләр киләсәк. Беҙ ошо бурыстарҙы кешеләрҙең өмөт-хыялдарына таянып тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ”, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең ХIII съезы партияның юғары һәм генераль советтары составын раҫланы. Юғары Советҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та инде.
Съездың эшен меңдән ашыу Рәсәй һәм сит ил журналисы яҡтыртты.
Л. ДӘҮЛИЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә