Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бәйләнештәрҙе үҫтереүгә шатбыҙ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндия Республикаһы Милли Парламенты финанс комитетының сәнәғәтте һәм хеҙмәтте финанслау бүлеге рәйесе, “Финляндия — Рәсәй” парламент төркөмө етәксеһе Йоуко Скиннари менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Парламентарий Башҡортостанға танышыу маҡсатында килгән Финляндия Милли Парламентының рәсми делегацияһына етәкселек итә.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов менән Йоуко Скиннари иҡтисад, сәнәғәт, фән һәм мәғариф, мәҙәни хеҙмәттәшлек өлкәһендәге эшлекле мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшергән.
Рөстәм Хәмитов, һуңғы ваҡытта республика етәкселеге Финляндия вәкилдәре менән ярайһы уҡ йыш осраша, тип билдәләне.
— Ошондай бәйләнештәрҙе үҫтереүгә шатбыҙ. Уға сәнәғәт етештереүе лә, ауыл хужалығы ла, ағас эшкәртеү ҙә инә. Был йүнәлештәрҙең барыһы ла беҙҙе бик ҡыҙыҡһындыра, — тине Президент. Уның фекеренсә, Финляндия менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек үҙ-ара файҙалы буласаҡ.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙҙең тауар әйләнеше ҙур түгел, 200 миллион доллар самаһы, шул уҡ ваҡытта уның 90 процентын республикабыҙҙан Финляндияға яғыулыҡты экспортлау тәшкил итә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бындай хәл беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Хеҙмәттәшлек өсөн бер нисә йүнәлеш тәҡдим иткем килә. Ул да булһа түбән сифатлы ағас һәм ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү. Республиканың яртыһын урман биләй. Беҙҙе берлектә минераль сеймал сығарыу һәм эшкәртеү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар паркы ойоштороуҙа Финляндия вәкилдәренең резидент сифатында ҡатнашыуына шат буласаҡбыҙ. Юл төҙөлөшө мәсьәләләре лә ҡыҙыҡһындыра. Беҙҙә тәбиғәт шарттары Финляндиялағыға оҡшаш. Ләкин унда юлдар беҙҙәгегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Әле беҙ Финляндия асфальт-бетон заводтарының йыйыу производствоһын ойоштороу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ, — тине республика башлығы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


* * *

Финляндия Милли Парламентының рәсми делегацияһы менән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы осрашыуҙа Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫарҙары Рафаил Зинуров, Лилиә Ғүмәрова, Секретариат етәксеһе Зөфәр Еникеев, комитет рәйестәре, Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы, республика Президенты Хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Финдарҙы сәләмләгәс, Рафаил Зинуров Башҡортостандың Федерация составындағы сәйәси статусы хаҡында һөйләне, уларҙың иленең дә ХХ быуат башына тиклем Рәсәй ҡанаты аҫтында автономиялы дәүләт булып йәшәүен билдәләне. "Республикабыҙ илдә иң ҙур һәм ҡеүәтле төбәктәрҙән һанала. Ҡасандыр ул беренселәр иҫәбендә автономия яулаған, Рәсәй Федерацияһына нигеҙ һалынғанда ла суверенитет алыусы тәүге төбәктәр рәтендә булды, — тине Парламент Рәйесе урынбаҫары. — Илебеҙҙәге бөгөнгө ҡануниәт беҙгә сит илдәр менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итеү, донъя иҡтисадында ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Һеҙҙең делегацияның сәфәре был йәһәттән алға китештә яңы аҙым булыр".
Финляндия Милли Парламентының сәнәғәтте финанслау һәм хеҙмәт бүлеге рәйесе, Рәсәй менән дуҫлыҡ төркөмө етәксеһе Йоуко Скиннари Башҡортостан парламентарийҙарын үҙ иленең өҫтөнлөктәре менән таныштырҙы. "Беҙҙә һеҙҙең ил нефтен күпләп эшкәртәләр, шул уҡ ваҡытта тәбиғәтте һаҡлау технологияларына айырым иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Лахти ҡалаһында Хельсинкиҙан эшкәртеп килтерелгән көнкүреш ҡалдыҡтарын яғып эшләүсе электр станцияһы бар. Ул 100 мең кеше йәшәгән ҡалала электрҙың — 50, йылылыҡтың 30 процентын тәьмин итә. Был һеҙҙе ҡыҙыҡһындырыр, моғайын. Шулай уҡ белем биреү, тау ҡаҙылмалары сығарыу, ағас эшкәртеү өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлаша алабыҙ. Беҙҙә хәҙер күп ҡатлы йорттарҙы ағастан һалырға тотондолар, был материалды эшкәртеүҙең яңы технологиялары уйлап табылды. Бынан тыш, Финляндия Башҡортостан хоккейсыларына күнекмәләр өсөн уңайлы шарттар тәҡдим итергә әҙер", — тине делегация етәксеһе.
Рафаил Зинуров, республикабыҙ иҡтисади яҡтан ҡеүәтле, сәнәғәт тармаҡтары үҫешкән төбәк булғанға күрә, финдар менән эшлекле бәйләнеш өсөн ҙур мөмкинлектәр барлығын билдәләне.
Я. УСМАНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде...

Тотош уҡырға 1

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде 30.10.2026 // Сәйәсәт

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 1

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте 28.10.2026 // Сәйәсәт

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте...

Тотош уҡырға 3

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде 28.10.2026 // Сәйәсәт

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Һәр өсөнсө» концерт-реквиемында булды
Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил

Ирина Сухарева — Башкортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы ......

Тотош уҡырға 5

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы

Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы

Башҡортостан депутаттары Шельдяевтың премьер вазифаһына кандидатураһын хупланы 27.10.2026 // Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал

Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал 26.10.2026 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты....

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы

Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы 26.10.2026 // Сәйәсәт

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш ......

Тотош уҡырға 4

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде 26.10.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе....

Тотош уҡырға 4

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды

Рәсәй хөкүмәтендә күләмле үҙгәрештәр булды 22.10.2026 // Сәйәсәт

Мөһим указдарға ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә